Цитология
Цитология | |
Өйрәнеү объекты | Күҙәнәк |
---|
Цитология (грек. κύτος «күҙәнәк» һәм λόγος — «тәғлимәт», «фән») — биология фәненең тере күҙәнәктәрҙең һәм органоидтарын төҙөлөшөн, функцияланыуын, үрсеүен, ҡартайыу һәм үлем процестарын өйрәнеүсе бүлеге.
Шулай уҡ, күҙәнәк биологияһы тигән дә термин ҡулланыла (ингл. cell biologycell biology).
Цитологияның барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күҙәнәк тураһындағы фән цитология тип атала (гр. «цитос» — күҙәнәк, «логос» — фән).
Цитология фәненең предметы — күп күҙәнәкле хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең, шулай уҡ бактерияларҙы, иң ябай һәм бер күҙәнәкле ылымыҡтарҙы үҙ эсенә алған бер күҙәнәкле организмдарҙың күҙәнәктәре.
Цитология күҙәнәктәрҙең төҙөлөшөн һәм химик составын, күҙәнәк эсендәге структураларҙың функцияһын, хайуандар һәм үҫемлектәр организмдары күҙәнәктәренең функцияһын, күҙәнәктәрҙең үрсеүен һәм үҫешен, уларҙың тирә-яҡ мөхиткә яраҡлашыуын өйрәнә.
Хәҙерге заман цитологияһы — комплекслы фән. Ул башҡа биологик фәндәр, мәҫәлән ботаника, зоология, физиология, органик донъяның эволюцияһы тураһындағы фән, шулай уҡ молекуляр биология, химия, физика, математика фәндәре менән тығыҙ бәйләнештә тора.
Цитология — сағыштырмаса йәш биологик фәндәргә инә, уның йәше 100 йыл тирәһе. «Күҙәнәк» терминының йәшенә 300 йылдан ашыу.
«Күҙәнәк» атамаһын XVII быуат уртаһында беренсе булып Роберт Гук ҡуллана .
Үҙе төҙөгән микроскоп ярҙамында Гук, кигермәктең йоҡа киҫелмәһенә ҡарап, кигермәктең өлөштәрҙән-күҙәнәктәрҙән тороуын күрә.
Роберт Гуктың эштәренән һуң биологиялағы ғилми тикшеренеүҙәрҙә микроскоп тағы ла киңерәк ҡулланыла башлай.
Бер күҙәнәкле организмдар асыла (Антон Левенгук, 1680); күп кенә хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең туҡымалары составында күҙәнәктәр табыла.
Күҙәнәк тәғлимәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуаттың урталарында күҙәнәк тураһында күп һанлы мәғлүмәттәр нигеҙендә анатом Т. Шванн һәм ботаник Матиас Шлейден бер үк мәлдә һәм бер-береһенән айырым күҙәнәк тәғлимәтен төҙөй (1838).
Ул күҙәнәк тураһындағы барлыҡ мәғлүмәттәрҙе бергә туплап, бөтә тере организмдар төҙөлөшөнөң төп берәмеген күҙәнәктәр тәшкил итеүен асыҡлай.
Төҙөлөшө буйынса хайуан һәм үҫемлек күҙәнәктәренең оҡшаш булыуҙарын күрһәтеп бирә.
Т. Шванн, күҙәнәктәрҙе тереклектең үҙ аллы, иң бәләкәй төҙөлөш берәмеге тигән төшөнсә индерә. Шулай уҡ, күҙәнәктән тыш тереклек мөмкин түгел тигән аңлатма индерә: .
Үткән быуаттың икенсе яртыһында күҙәнәк бүленеү күренеше асыла.
Һәр күҙәнәктең үҙе кеүек үк башланғыс күҙәнәктән бүленеү юлы менән барлыҡҡа килеүе тураһында ҡараш формалаша (Рудольф Вихров, 1858).
Рәсәй Фәндәр академияһының академигы Карл Бэр һөтимәрҙәрҙең инә күҙәнәген аса. Күп күҙәнәкле бөтә организмдарҙың да бер күҙәнәктән үҫә башлауын иҫбатлай. Был күҙәнәк зигота тип атала. К. Бэрҙың асышы күҙәнәктең төҙөлөш берәмеге генә түгел, ә бөтә тере организмдарҙың да үҫеш берәмеге икәнлеген раҫлай
1870 йылда ике эукариоттар күҙәнәктәрҙең бүленеү ысулдарын асалар(митоз һәм мейоз). Ә 10 йылдан генетика был күренештәрҙең цитогенетик нигеҙҙерен асыҡлай.
Шулай итеп, күҙәнәк тәғлимәтенең барлыҡҡа килеүе цитология фәненә нигеҙ һәла һәм уның барлыҡҡа килеү йылы булып тора.
Күҙәнәктәрҙең химик төҙөлөшөн өйрәнеү шундай һығымталарға алып килә:
- уның йәшәү нигеҙҙәрен тап химик процестар тәшкил итә,
- бөтә организмдарҙың да күҙәнәктәре химик составтары буйынса оҡшаш,
- уларҙа барған матдәләр алмашыныуының төп процестары бер төрлө.
Күҙәнәктәрҙең химик составының оҡшашлығы тураһындағы мәғлүмәттәр бөтә органик донъяның берлеген тағы ла бер тапҡыр раҫлай.
Хәҙерге күҙәнәк тәғлимәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күҙәнәк теорияһы үҙенең әһәмиәтен хәҙерге көндә лә һаҡлай. Әммә фән бер урында тормай. Цитология фәненең барлыҡҡа килеүенә лә бер быуаттан ашыу йыл үткән.
Ошо дәүер эсендә организм күҙәнәктәренең төҙөлөшө, функцияһы, химик составы, үрсеүе һәм үҫеше тураһында бик күп яңы асыштар яһалған. Күҙәнәк тураһында тәғлимәт тә яңы мәғлүмәттәр тулыландырылған.
Күҙәнәк — бөтә тере организмдар төҙөлөшөнөң һәм үҫешенең төп берәмеге, тереклектең иң бәләкәй берәмеге;
Хәҙерге күҙәнәк тәғлимәтенең төп фекерҙәре:
- бөтә бер күҙәнәкле һәм күп күҙәнәкле организмдар үҙҙәренең төҙөлөшө, химик составы, тереклек итеү, матдәләр алмашыныуының төп күренештәре менән оҡшаш;
- күҙәнәктәрҙең үрсеүе уларҙың бүленеү юлы менән бара, һәр яңы күҙәнәк башланғыс (инә) күҙәнәктең бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә;
- күп күҙәнәкле ҡатмарлы организмдарҙа күҙәнәктәр, үҙҙәре башҡарған функциялар буйынса махсуслашып, туҡымалар барлыҡҡа килтерә; органдар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән туҡымаларҙан тора һәм көйләүҙең (регуляция) нервылар һәм гумораль системаларына буйһонған.
Цитология фәненең әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цитология фәне организмдарҙы молекуляр һәм күҙәнәк кимәлдә өйрәнә.Организмда барған бөтә әүерелештәр иң элементар кимәл — молекуляр һәм күҙәнәк кимәленән башлана. Шуға ла, күҙәнәктәрҙе тикшереү ауырыуҙарҙың серен асыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ауырыуҙар барлыҡҡа килтереүсе патологик үҙгәрештәр тап бына күҙәнәктәрҙә үҫешә башлай. Мәҫәлән, шәкәр диабеты — кешеләге иң етди сирҙәрҙең береһе.
Был ауырыуҙарҙың сәбәбе — организмда шәкәр алмашыныуын көйләүсе инсулин гормонын эшләп сығарыусы ашҡаҙан аҫты биҙҙәрендәге күҙәнәк төркөмдәренең насар эшмәкәрлеге.
Яман шештәрҙең үҫешенә килтереүсе кире үҙгәрештәр шулай уҡ күҙәнәктәр кимәлендә барлыҡҡа килә.
Йорт ҡуяндарының, тауыҡтар, ҡаҙҙар һәм өйрәктәрҙең ҡурҡыныс ауырыуҙарының береһе — кокцидиоз. Сирҙе тыуҙырыусылар — иң ябай паразиттар — кокцидиялар эсәк эпителияһына һәм бауыр күҙәнәктәренә үтеп инә, шунда үрсеп һәм үҫеп, матдәләр алмашыныуын тулыһынса боҙа.
Аҙаҡ килеп, был күҙәнәктәрҙе тарҡатып ҡуя. Кокцидиоз менән ауырыған хайуандарҙың аш һеңдереү системаһы эшмәкәрлеге ныҡ боҙола. Әгәр дауаламаһаң, хайуандар һәләк була.
Ҡалҡан биҙе сиренең сәбәбе лә молекуляр кимәлдә тироксин гормоны етештереү процесының боҙолоуынан башлана. Тироксин синтезлау өсөн йод етешмәһә, тироксиндың дефицитын организм ҡалҡан биҙен үҫтереү юлы менән тулыландырыға тырыша башлай.
Әлбиттә, был юл менән тироксин синтезланмай. Оператив юл менән ҡалҡан биҙенең бер өлөшөн ҡырҡып ташлау ваҡытлыса ярҙам итһә лә, сирҙе туҡтата алмай. Шуның өсөн дә, сирҙең молекуляр һәм күҙәнәк кимәлен асыҡлау, бөгөнгө көндә сир менән уңышлы көрәшергә мөмкинлек бирә.
Бына ни өсөн күҙәнәктәрҙең төҙөлөшөн, химик составын, матдәләр алмашыныуын һәм тереклек итеүҙең бөтә күренештәрен өйрәнеү биологияла ғына түгел, шулай уҡ медицинала һәм ветеринарияла ла бик кәрәк.
Клиник цитология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клиник цитология лаборатор диагностиканың бер бүлеге булып тора.
Шулай уҡ, клиник цитологияның мөһим бүлеге булып онкоцитология тора. Уның алдында шеш процестарын диагнозлау бурысы ҡуйылған.
Күҙәнәктәрҙең төҙөлөш кимәлдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Прокариот күҙәнәк
- Эукариот күҙәнәк
Организмдарҙың күҙәнәкле төҙөлөшөн яҡтылыҡ оптикаһы һәм электрон микроскоптар аша өйрәнеү, уларҙың төҙөлөш буйынса ике төркөмгә бүленеүен күрһәтә.
Бер төркөмдө бактериялар һәм күкһел йәшел ылымыҡтар тәшкил итә. Уларҙың күҙәнәктәрендә ядролары юҡ. Йәғни, нәҫел материалдары цитоплазмала ята. Шуға күрә, бындай ядроһыҙ күҙәнәкле организмдарҙы (гр. «карион» — ядро)прокариоттар тип атайҙар.
Прокариот күҙәнәктәрҙә, шулай уҡ, мембраналы органоидтар тип аталған структуралар юҡ.
Икенсе төркөмгә ҡалған бөтә организмдар:үҫемлектәр, бәшмәктәр, хайуандар инә. Улар ядролы (эукариотик) тип аталған ҡатмарлы төҙөлөшлө күҙәнәктәрҙән тора. Был күҙәнәктәрҙең махсус функциялар үтәгән органоидтары һәм ядроһы бар.
Тереклектең күҙәнәк булмаған айырым формаһын вирустар тәшкил итә. Уларҙы вирусология тип аталған фән өйрәнә.
Шулай уҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күҙәнәк
- Күҙәнәктәге энергетик процестар
- Цитология һәм генетика (журнал)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А.О.Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
- Ю.Н.Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998г.
- Н.Д.Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002г.
- А.В.Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.