Цицерон
Марк Ту́ллий Цицеро́н (лат. Marcus Tullius Cicero; б.э.т.106 йыл,3 ғинуар, Арпинум, Рим республикаһы — б.э.т.43 йыл,7 декабрь, Формии, Рим республикаһы) — Боронғо Рим сәйәсмәне, оратор, философ. Сығышы менән бик затлы ғаиләнән булмаһа ла, ораторлыҡ таланты уға карьера яһарға ярҙам итә: б.э.т. 73 йылда Рим сенатына инә һәм 63 йылда консул булып һайлана. Катилина заговорын асыу һәм тар-мар итеүҙә төп ролде уйнай. Артабан граждандар һуғышы шарттарында ул республика өсөн эҙмә — эҙлекле көрәшә. Боронғо Римдең иң күренекле кешеләренең береһе бер нимә менән сикләнмәгән власҡа ынтылыусы икенсе триумвират ағзалары тарафынан язалана .
Цицерон бай әҙәби мираҫ ҡалдыра, уның күп өлөшө беҙҙең көндәргә тиклем илеп еткән. Боронғо дәүерҙәрҙә үк уның әҫәрҙәре стиль яғынан өлгө, тип таныла, ә хәҙер б.э.т. I быуаттағы Рим тормошо тураһында мөһим сығанаҡ булып тора. Цицерондың хаттарынан Европала эпистоляр жанр башлана; уның телмәрҙәре, бигерәк тә катилинариялар —был жанрҙың иң күренекле өлгөләре. Цицерон фәлсәфәүи трактаттары аша бөтә боронғо грек философияһын латин телле уҡыусыларға еткерә, һәм улар Боронғо Рим мәҙәниәтендә бик мөһим роль уйнай.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марк Туллий Цицерон шул уҡ исемде йөрөткән Рим һыбайлыһының өлкән улы була.Һаулығы насар булыуы сәбәпле ул әллә ни ҙур карьера эшләй алмай[22]. Ә уның ҡатыны Гельвия — «яҡшы ғаиләнән сыҡҡан, тәүфиҡлы ҡатын»[23] була. Ҡустыһы— Квинт, Марк Туллий уның менән һәр саҡ аралашып йәшәй, ике туған ҡустыһы — Луций Туллий Цицерон, б.э.т.79 йылда Цицерон менән бергә Көнсығышта була .
Туллийҙар Лацийҙың көньяғындағы Арпино тигән бәләкәй генә ҡала аристократтары (Вольски ерҙәре), ул ҡала кешеләре б.э.т.188 йылдан Рим гражданлығына эйә була. Гай Марий ҙа ул ҡаланан, ул Туллийҙар менән туған тейеш була: Цицерондың олатаһы Гратидияны ала, ә уның ағаһы Марийҙың һеңлеһен ала. Шулай итеп, Гайҙың туғаны Марк Марий Гратидиан— Цицерондың ике туған ағаһы , Цицерондың ике туған апаһы Гратидияны Луций Сергий Катилина ала.
Ҡасандан башлап Туллийҙар Цицерон (Cicero) когноменын йөрөткәндер, билдәһеҙ. Плутарх был исем нут борсағы («горох нут») һүҙенән сыҡҡан тип иҫәпләй, карьераһының башында саҡта Цицеронға дуҫтары исемен берәй матурыраҡ һүҙгә алмаштырырға тәҡдим итә; Марк Туллий бынан баш тарта, ул үҙенең когномены Скавр һәм Катул[23] тигәндән ҡурҡынысыраҡ яңғырай тип иҫәпләй.
Йәш сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буласаҡ ораторға 15 йәш тулғас (б.э.т. 91 й.), ғаилә Римгә күсенә, сөнки аталары малайҙарын уҡымышлы кешеләр итеп күрергә теләй.
Суд ораторы булырға әҙерләнгән Марк грек шағирҙары ижады менән танышҡан, грек әҙәбиәтен өйрәнгән, уны Марк Антони һәм Луций Лициний Красс кеүек билдәле ораторҙар уҡытҡан, Клодий Эзоп һәм Квинт Росций Галл күеке актёрҙар уға дәрес биргән, трибун Публий Сульпицийҙың форумдағы сығыштарын тыңлаған. Ораторға Рим хоҡуғын белергә тейеш була, шуға Цицерон үҙ заманының иң күренекле юристарының береһе Квинт Муций Сцевола Понтификта[24] уҡый. Грек телен бик яҡшы белгән Цицерон грек философияһын өйрәнә, ул эпикурсы Федр Афинский, стоик Диодор Крон һәм яңы академия мәктәбе етәксеһе Филон менән таныш була. Филон Марк Туллийҙы диалектикаға — бәхәс һәм аргументация сәнғәтенә өйрәтә.
Һуңыраҡ башланып киткән Союзниктар менән һуғыш (б.э.т. 91—88 йй.) ваҡытында (Рим граждандары хоҡуғын талап иткән италиктарға ҡаршы) Цицерон Луций Корнелий Сулла [25] ғәскәрендә була. Б.э.т. 89 йылда ул Сулланың Нол янындағы еңеүен күрәҙәләгәнде[26], консул Гней Помпей Страбондың марс Веттий Скатон[27] (марстар- Италияның төньяғында йәшәгән ырыу) менән осрашыуын күрә. Бынан һуң Марий менән Сулла партиялары араһындағы дошманлыҡ арҡаһында Цицерон «тыныс һәм уйсан тормош алып бара»[25], ул философия, риторика һәм хоҡуҡ ғилемдәрен өйрәнә. Был б.э.т. 82 йылда Сулла яҡлылар еңгәнсе дауам итә; Цицерон һуңғараҡ үҙенең Сулла яҡлы булыуын белдерә[28].
Оратор карьераһының башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цицерондың беҙҙең заманға тиклем һаҡланып ҡалған тәүге, б.э.т. 81 йылда яҙылған телмәре— «Квинкцийҙы яҡлап» («В защиту Квинкция»), маҡсаты— законһыҙ тартып алынған мөлкәтте кире ҡайтарыу булған телмәр ораторға тәүге уңыш алып килә[29].
« Америйҙан Росцийҙы яҡлап» («В защиту Росция») тигән телмәре менән оратор тағы ла күберәк уңышҡа ирешә, унда Цицеронға дәүләт эштәре тураһында һөйләргә тура килә, сөнки был дәүләттә " ваҡ яңғылышлыҡтарҙы ғәфү итеүҙе генә түгел, енәйәттәрҙе тикшереүҙе лә оноттолар "[30]. Был ябай булмаған эштә ябай Росций провинцияһы кешеһен туғандары үҙ атаһын үлтереүҙә бер ниндәй нигеҙһеҙ ғәйепләй. Ысынында иһә был — Сулла режимы ваҡытында йәмғиәткә йоғонтоһон юғалтҡан боронғо Рим нәҫеле вәкилдәре менән диктатор юғарыға үрләткән түбән ҡатлам кешеләре араһындағы мөлкәт өсөн низағ була[31]. Цицерон Америйға барып килә, был енәйәтте урынында барып тикшерә һәм судтан процесҡа әҙерләнеү өсөн 108 көн һорай.
Росций эше буйынса процесс ваҡытында уҡ Цицерон үҙенең гректарҙан, билдәле Рим риторы Аполлоний Молондан бик күп нимәгә өйрәнгәнен күрһәтә. Цицерондың телмәре оратор сәнғәтенең бөтә ҡағиҙәләрен дә иҫәпкә ала — судта яҡлаусы булып сығыш яһаусының йәш һәм тәжрибәһеҙ булыуына зарлана, судьяларҙы өгөтләй, ғәйепләнеүсе исеменән һөйләй һәм ғәйепләүселәрҙең дәлилдәрен кире ҡаға [32]. Росцийҙы атаһын үлтереүҙә ғәйепләүсе Гай Эруцийҙың һүҙҙәренең ялған булыуын күрһәтеү өсөн Цицерон гректарҙың этопея сәнғәтен ҡуллана, йәки енәйәттә ғәйепләнеүсенең бындай енәйткә бара алмаған кеше булараҡ холоҡ-фиғеле тураһында һөйләй:
Секст Росций үҙ атаһын үлтергән. — «Ул ниндәй кеше? Тәүфиҡһыҙ, ҡәбәхәттәр тарафынан ҡотортолған йәш егетме?» — «Ул ҡырҡты уҙған». — «Улай булғас, был енәйәткә уны тотанаҡһыҙлыҡ, ҙур бурыстары һәм тыйып торғоһоҙ ҡомары эткәндер». Тотанаҡһыҙлыҡта ғәйепләүҙе Эруций кире ҡаға, ул Росций бер ҡасан да күңел асҡан ерҙә йөрөмәгән ти. Уның бер ҡасан да бурысы булмаған. Ҡомар тураһында әйткәндә, ғәйепләүсе үҙе әйткәнсә, һәр ваҡыт ауыл хужалығы менән шөғөлләнеп, ауылда йәшәгән кешенең ниндәй ҡомары булһын? Бындай тормош бит ҡомарҙан бик алыҫ тора һәм үҙ бурыстарыңды аңларға өйрәтә.
— Цицерон. В защиту Секста Росция из Америи, XIV, 39.[33]
Росций эшенең Рим өсөн мөһимлеге, Цицерондың фекеренсә, шунда — «бик оҙаҡ тынлыҡтан һуң» тәүге тапҡыр «үлтереш эше буйынса суд була,ә бит был ваҡыт араһында күпме иң әшәке һәм ҡот осҡос үлтерештәр булған»[34]. Шулай итеп, яҡлаусы Боронғо Римдәге граждандар һуғышы (б.э.т. 83—82 йй) ваҡытындағы үлтерештәр һәм диктатор режимы менән риза булмағандарға ҡаршы ойошторолған Сулла репрессиялары тураһында кинәйләп әйтә. Ғәйепләнеүсенең атаһын, ул заман өсөн бик бай кешене, алыҫ туғандары Сулланың фавориты Корнелий Хрисогон аша үлгәндән һуң проскрипция исемлегенә (закондан тыш, вне закона) индереп, уның мөлкәтен юҡ хаҡҡа ғына һатып, үҙ-ара бүлешергә уйлай."Намыҫһыҙ һөмһөҙҙәрҙең", Цицерон уларҙы шулай тип атай, уйҙарын тормошҡа ашырырға уның законлы вариҫы ҡамасаулай, шуға уны атаһын үлтереүҙә ғәйепләргә булалар. Шуға күрә был эштә яҡлаусы ғәйепләнеүсене яҡлау менән генә сикләнмәй (уны барыһы ла күреп тора), ә енәйәтселәрҙең ҡомһоҙлоғон асып һала. Улар Рим граждандарының үлеменән файҙаланып, байый, үҙ енәйәттәрен йәшерер өсөн танышлыҡтарын файҙалана. Цицерон судьяларға ярамһаҡланмай, ә «нисек тә булһа енәйттәр өсөн нығыраҡ яза биреүҙе, нисек тә булһа оятһыҙ кешеләргә ҡурҡмайынса ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе» талап итә: « Әгәр һеҙ был суд эшендә үҙегеҙҙең ҡараштарығыҙҙы белдермәһәгеҙ,ҡомһоҙлоҡ, енәйәтселек һәм әҙәпһеҙлек шуға тиклем барып етәсәк, йәшерен генә түгел, хатта ошонда, форумда, һеҙҙең аяҡ аҫтында, судьялар, эскәмйәләр араһында үлтерештәр башланасаҡ»[35].
Был процеста Цицерон еңеп сыға,һәм оратор халыҡ араһында аристократияға ҡарата оппозицияла торғанлыҡтан бик ҙур популярлыҡ яулай. Ләкин Сулланың [25] үс алыуынан ҡурҡып, Цицерон ике йылға философия менән ораторлыҡ сәнғәтен тәрән өйрәнеү өсөн тигән һылтау менән Афинаға һәм Родос утрауына китә. Бында ул яңынан Молонда уҡый, Цицеронға уның тәьҫире бик көслө була — ошо ваҡыттан алып оратор һүҙ оҫталығының «уртаса» стилен файҙалана. Был стиль азиан (Европа маньеризмының сығанағы) һәм уртаса аттика стилен (Европа классицизмы сығанағы) берләштерә[36].
Б.э.т. 78 йылда, Сулла үлгәндән һуң, Цицерон Римгә ҡайта. Ул боронғо аристократтар нәҫеленән булған Теренцияға өйләнә (ул 120 мең драхма [37] бирнә алып килә) һәм судта оратор булараҡ сығыштарын дауам итә.
Сәйәси эшмәкәрлеге башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б.э.т.75 йылда Цицерон квестор итеп һайлана һәм Рим провинцияһы булған Сицилияға тәғәйенләнә, унан Римдә икмәк етмәгәндә Римгә ашлыҡ ебәреп тора. Ғәҙел һәм намыҫлы булғаны өсөн Сицилия кешеләре уны бик ныҡ хөрмәт итә[38], ләкин Римдә уның уңыштарын күргән кеше булмай. Плутарх ул Римгә ҡайтҡас, үҙен ҙурларҙар тип өмөт итә.Тик Италияның көньяғындағы Кампанила осратҡан дуҫы унан һуңғы ваҡытта ҡайҙа булғанын һорағас, үҙенең элекке даны бер тамсы ла артмағанды аңлап, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә.[39]
Квестура Марк Туллийға сенатор булып китергә мөмкинлек бирә (б.э.т.73 й.) [40]. Цицерон бер нисә суд процесында ҡатнаша, сенатта уның урыны нығына,ә б.э.т. 70 йылда эдил вазифаһына тәғәйенләнә[41].
Б.э.т.70 йылда Цицерон Сицилия пропреторына ҡаршы сығыш яһай. Элек Сулла яҡлы булған Гай Веррес өс йыл эсендә Сицилияны талап, бөлдөрә (б.э.т.73—71йй) һәм бик күп кешеләрҙе язалап өлгөрә
Бик күп нобилдәр (яңы юғары ҡатлам кешеләре), буласаҡ ике консул, билдәле оратор Квинт Гортензий Гортал һәм Веррестың дуҫы Квинт Цецилий Метелл Критский, суд рәйесе претор-десигнат Марк Цецилий Метелл Цицеронға ҡаршы сыға[42].
Гай Веррес бер нисә тапҡыр шуны һөйләй, … уның артында бик абруйлы кеше тора ти, уға таянып ул провинцияны талай ала, ә аҡсаны ул үҙе өсөн генә йыймай; Сицилияла өс йыл претор булған саҡтағы килемде ул шулай итеп бүлеп ҡуйған: беренсе йылғы килемде үҙ файҙаһына ҡуллана алһа, ул бик риза буласаҡ; икенсе йылдағы килемде ул үҙенең ҡурсалаусылары һәм яҡлаусыларына;өсөнсө , иң күп табыш һәм файҙа килтерәсәк, йылдың килемен ул тотошлайы менән судьялар өсөн һаҡлап ҡуясаҡ.
— Цицерон. Против Гая Верреса (первая сессия), XIV, 40.[43]
Цицерон властың бөтә кимәлендәге коррупция тураһындағы был ауыр эшкә тотона һәм еңеп сыға. Уның был процесс өсөн яҙылған телмәрҙәре бик ҙур сәйәсәи әһәмиәткә эйә була. Ысынында иһә Цицерон сенат олигархияһына ҡаршы сығыш яһай һәм ҙур еңеү яулай: ораторҙың Веррест ғәйебен асып һалған дәлилдәре кире ҡаҡҡыһыҙ була, билдәле Гортензий ғәйепләнеүсене яҡлауҙан баш тарта. Веррес 40 миллион сестерций күләмендә штраф түләргә тейеш була һәм ситкә ҡыуыла[42].
Цицерон карьера баҫҡысы буйлап юғарыға үрләй: б.э.т. 66 йылға ул претор (судья) итеп һайлана, үҙен был вазифала оҫта, ғәҙел судья итеп күрһәтә[44]. Шул уҡ ваҡытта ул адвокат эшмәкәрлеген дә алып бара, «Гней Помпейҙы полководец итеп тәғәйенләү тураһында» («О назначении Гнея Помпея полководцем») тигән телмәрен тота, унда Гай Манилийҙың Бөйөк Гней Помпейға Понт батшаһы Митридат VI Евпаторға (Ҡырым, Ҡара диңгеҙ буйында) ҡаршы көрәштә сикләнмәгән власть биреүҙе яҡлай.[45]. Помпей һуғыш алып барғанда сикләнмәгән власҡа әйә була,Көнсығышта Рим эквиттары (аҫыл һөйәк һыбайлылар) һәм сенат мәнфәғәте яҡлана.
Цицерон— консул. Катилина заговоры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б.э.т. 63 йылда Цицерон консул итеп һайланав[46]. Икенсе консул итеп Гай Антоний Гибридаһайлана.
Яңы вазифала Цицеронға халыҡ трибуны Публий Сервилий Рулл тәҡдим иткән аграр закон менән шөғөлләнергә тура килә.Цицерон был иң ярлы граждандарға ер бүлеп биреү тураһындағы законопроектҡа ҡаршы сыға. Ул был законопроектҡа ҡаршы өс тапҡыр телмәр тота һәм закон ҡабул ителмәй ҡала[45].
Б.э.т. 63 йылда консул булып һайланмай ҡалған Луций Сергий Катилина 62 йылдағы һайлауҙарға үҙ кандидатураһын тәҡдим итә. Тағы еңелеүҙән ҡурҡып, ул алдан уҡ власты ҡулға төшөрөү уйы менән заговор әҙерләй, Цицерон уны аса. Үҙенең Катилинаға ҡаршы һөйләгән беренсе телмәре менән Цицерон Луций Сергий Катилинаны Римдан Этрурияға ҡасырға мәжбүр итә. Был телмәр ораторлыҡ сәнғәтенең иң юғары өлгөһө тип иҫәпләнә. Ул етәкләгән Сенат Римда тороп ҡалған заговорҙа ҡатнашыусыларҙы ҡулға алырға һәм судһыҙ язаларға ҡарар сығара (Публий Корнелий Лентул Сура, Гай Корнелий Цетег (заговорщик), Луций Статилий, Публий Габиний Капитон һәм Марк Цепарий). Юлий Цезарь был ҡарарға ҡаршы сыға, ләкин Катон заговорҙа ҡатнашыусыларҙы яҡлашҡан Цезарға ла шик белдерә. Ғәйеплеләр шунда уҡ ҡулға алына һәм төрмәлә уларҙы быуып үлтерәләр[47][48][49].
Цицерондың даны һәм абруйы арта; уның тәүәкәллегенә һоҡланып, Катон уны «Ватан атаһы» тип атай[50]. Шул уҡ ваҡытта Плутарх былай тип яҙа:
Бик күптәр уны яратмай, хатта күрә алмай башлай — ниндәй ҙә булһа насар ҡылығы өсөн түгел, тик үҙен бер туҡтауһыҙ маҡтағаны өсөн. Сенат та, халыҡ та, судьялар ҙа йыйылышҡас, тағы бер тапҡыр уның Катилина тураһындағы иҫке йырын тыңламай таралыша алмай… үҙенең китаптарын һәм хеҙмәттәрен ул маҡтаныу һүҙҙәре менән тултыра, ә уның тәмле һәм һоҡланырлыҡ телмәре тыңлаусылар өсөн яфаға әйләнә.
— Плутарх. Цицерон, 24.[51].
Цицерон Римдән ҡыуыла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б.э.т. 60 году до н. э. Цезарь, Бөйөк Помпей һәм Марк Лициний Красс власҡа килер өсөн берләшә (беренсе триумвират). Цицерондың талантын һәм халыҡ араһындағы абруйын иҫәпкә алып, уны бер нисә тапҡыр үҙ яғына ауҙарырға тырышалар. Бер аҙ уйлағандан һуң Цицерон сенатҡа һәм Республика идеалдарына тоғро ҡалырға ҡарар итә[52]. Ләкин ул дошмандары алдында яҡлаусыһыҙ ҡала, бигерәк тә үҙенә ҡаршы судта сығыш яһағаны өсөн уны халыҡ трибуны Публий Клодий Пульхр күрә алмай[53].
Клодий яңы закон тәҡдим итә, уға ярашлы Рим граждандарын судһыҙ язалаған кеше Римдән ҡыуылырға тейеш була. Был закон тәү нәүбәттә Цицеронға ҡаршы йүнәлтелә. Цицерон Помпей һәм башҡа абруйлы кешеләргә мөрәжәғәт итеп ҡарай, тик улар ярҙамға килмәй. Цезарь уға дуҫлыҡ тәҡдим итә, ләкин Цицерон бынан да, Александрияла илсе, һуңыраҡ —Галлиялағы Цезарь армияһында легат вазифаһынан да баш тарта; Цицерон үҙенә ҡурҡыныс янағанда ҡасып китергә теләмәй[54]. Плутарх Цицерон үҙе Цезарҙан легат вазифаһын һорай, ләкин алғас, Клодийҙың дуҫ булып ҡыланыуын күреп, унан баш тарта тип яҙа[55].
Ҡайһы бер сығанаҡтар, был закон ҡабул ителгәс,Цицерон консул Луций Кальпурний Пизон Цезониндан (б.э.т. 58 й.консул.) һәм Помпей триумвиратынан ярҙам һорай, тик улар ярҙам итеүҙән баш тарта ти[56]. Иҫке, бысраҡ кейем кейгән Цицерон Рим урамдарында хатта уны бөтөнләй белмәгән кешеләргә лә бәйләнеп йөрөй[55][57]. Б.э.т. 58 йылда. Цицеронуға Римде ташлап китергә тура килә, уның мөлкәте тартып алына, ә өйҙәре яндырыла.[57][58]. Һөргөндә Цицерон күңел төшөнкөлөгөнә бирелә[45][комм. 1].
Б.э.т. 57 йылдың сентябрендә Гней Помпей трибун Клодийҙы форумдан ҡыуа һәм Тит Анний Милон ярҙамы менән Цицеронды ҡайтарта. Цицерондың йорттары ҡаҙна иҫәбенә яңынан төҙөлә[59]. Марк Туллий Цицерон бик ҡатмарлы хәлдә ҡала, Римгә уны Помпей ҡайтарта, Милон менән Клодий яҡлылар араһындағы низағтар арҡаһында сенат власын юғалта бара, шул уҡ ваҡытта триумвират көсәйә. Цицеронға һуңғыларының ярҙамын ҡабул итергә һәм уларҙы яҡлап сығыш яһарға, Республиканың мөшкөл хәлен күреп, ҡайғырырға ғына ҡала[60].
Әкренләп Цицерон әүҙем сәйәси тормоштан ситләшә, адвокатлыҡ һәм әҙәби эшмәкәрлек менән генә шөғөлләнә башлай[61]. Б.т.э. 55 йылда ул ."Оратор тураһында" тигән диалог, ә киләһе йылына «Дәүләт тураһында» тигән хеҙмәтен яҙа башлай[45].
Киликияла. Граждандар һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б.э.т. 51 йылда Цицерон Кесе Азиялағы Киликия провинцияһына наместник итеп ебәрелә. Был хәүефле төбәккә уның барғыһы килмәй[62]; шулай ҙа ул яҡшы хеҙмәт итә: каппадокия халҡының фетнәһен ҡорал ҡулланмай ғына баҫтыра, а Амандың юлбаҫарҙарын тар-мар иткән өсөн «Император» титулына эйә була[63].
Марк Туллий Цезарь менән Помпей араһындағы дошманлыҡ көсәйгән ваҡытта Римгә ҡайта. Цицерон оҙаҡ ваҡыт уларҙың берһе яғын да алмай[64]) һәм уларҙы үҙ-ара килештерергә тырыша. «Еңеүҙән бик күп яуызлыҡ сығыр һәм барыһынан да алда тиран» ти[65].
Ул Цезарь менән Помпейҙың икеһенә лә килешергә кәңәш итә, уларға хатта ялынып ҡарай[66]. Аптырағас, Цицерон бөөнләй теләге булмаһа ла Помпейҙы һайлай[67].
Помпей Марк Туллийға консулдар менән Кампанияла ғәскәр тупларға ҡуша, тик консулдар килмәй[68];Помпейҙың Италияны ташлап китергә теләгәнен белгәс, Цицерон Формиялағы виллаһына китә һәм граждандар һуғышында ҡатнашыуҙан баш тарта[69]. Цезарь Цицеронға «ярамһаҡланып хаттар» яҙа[70], б.э.т. 49 йылда уны барып күрә[71]. Цезарь армияһы менән Испанияға киткәс, Помпейҙың еңелә барыуын күреп, Цицерон уның яғына сыға.[72]Б.э.т. 49 йылдың июнендә Цицерон Эпирҙа Помпей армияһына барып етә.
Помпей лагерендә Цицерон барыһын да мыҫҡыл итеп, көлөп йөрөй[73][74]. Фарсал янындағы еңелеүҙән һуң Помпей Мысырға ҡаса. Марк Порций Катон (Кесе) Цицеронға Диррахиялағы флот менән армия башлығы вазифаһын тәҡдим итә. Ләкин ул Брундизийға китә, бында бер йыл йәшәй. Цезарь Мысыр һәм Азиялағы кампаниянан ҡайтҡас, Цицерон менән осрша һәм улар үҙ-ара аңлашалар[75]. Цицерон диктатура менән килешмәй, фәнни хеҙмәттәр яҙыу һәм грек теленән философия буйынса трактаттар тәржемә итеү менән шөғөлләнә.
Марк Антонийға ҡаршы оппозиция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлий Цезарь б.э.т. 44 йылда үлтерелә, Цицерон өсөн был көтөлмәгән яңылыҡ була[76]:шулай ҙа ул диктатор булмағас, республика тергеҙелер тип өмөт итә. Ләкин ул яңғылыша[77]. Брут менә Кассий Италиянан ҡыуыла, Римда Цицеронды күрә алмаған Марк Антонийҙың власы көсәйә (судһыҙ язаланған Катилина яҡлы Публий Корнелий Лентул Сураның үгәй улы)[78].
Цицерон башта Грецияға китегә уйлай. Ләкин Антонийҙың сенат менән хеҙмәттәшлек итерә уйлағанын белгәс, Римға ҡайта.[79] Б.э.т. 44 йылдың 1 сентябрендә үк улар араһында конфликт була. 2 сентябрҙә Цицерон Антонийға ҡаршы телмәр менән сығыш яһай (Демосфендың Филипп II Македонскиийҙың көсәйеүенә ҡаршы телмәре тарихына бәйләп, уны ул «Филиппика» тип атай). Антоний Марк Туллийҙы Цезарҙы,Катилина яҡлыларҙы, Клодийҙы үлтереүҙә һәм Цезарь менән Помпей араһында низағ тыуҙырыуҙа ғәйепләй. Бынан һуң Цицерон Кампаниялағы виллаһына китә,икенсе филиппиканы, «Об обязанностях» һәм «О дружбе» тигән трактаттар яҙа[80].
Икенсе филиппика ноябрь аҙағында тамам була. Антоний Цизальпий Галлияһына китә (Италияның төньяғында По йылғаһы буйында), Цицерон ғәмәлдә республика башлығына әйләнә[81]. Ул Децим Юний Брут, ике консул һәм Цезарҙың вариҫы Октавиан менән Антонийға ҡаршы берләшә. 20 декабрҙә Цицерон өсөнсө һәм дүртенсе филиппика менән сығыш яһай, Антонийҙы Катилина һәм Спартакҡа тиңләй[80].
Цицерондың һәләк булыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Еңеү яулаған Цицерон Октавиандың Антоний һәм Марк Эмилий Лепид менән икенсе триумвиратҡа берләшеүен алдан күрә алмай (б.э.т. 43 йыл). Был өсәүҙең ғәскәре Римде ала, һәм Антоний Цицеронды «халыҡ дошмандары» проскрипция исемлегенә индертә[82][83].
Цицерон Грецияға ҡасып ҡотолорға итә, ләкин йәлләттәр уны Формиялағы виллаһынан алыҫ түгел урында б.э. 43 йылдың 7 декабендә барып таба. Цицерон бер ҡаршылыҡһыҙ центуриондың ҡылысы аҫтына башын ҡуя[84][85]. Цицерондың башы менән ҡулын Антонийға алып киләләр һәм уларҙы форумдағы ораторҙар трибунаһына ҡуялар. Антонийҙың ҡатыны Фульвия Цицерондың телен булавка менән тишкесләй. Цицерондың караптар алдына ҡуйылған башы Рим халҡының ҡотон ала, улар үле башты түгел, ә Антонийҙың күңеле һынланышын күрә (Плутарх)[83].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Комментариҙар
- ↑ Аттикҡа яҙған хаттарында Цицерон үҙ-үҙен юҡ итергә уйлауы тураһында яҙа, мәҫәлән, LVII // Письма Марка Туллия Цицерона / И. И. Толстой. — М.—Л.: Издательство академии наук СССР, 1949. — Т. 1. — С. 151. — (Литературные памятники). — 5000 экз.
- Цитаталар
- Сығанаҡтар
- ↑ Record #78769600, Record #370158790731438852347, Record #100196617, Record #126144814493626773404 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118520814 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Brozović D., Ladan T. Hrvatska enciklopedija (хорв.) — LZMK, 1999. — 9272 с.
- ↑ Merkedager: fødselsdager, stiftelsesdatoer, begivenheter — Осло: Biblioteksentralen, 1989. — ISBN 82-7022-061-2
- ↑ 5,0 5,1 Istituto dell'Enciclopedia Italiana Ciceróne, Marco Tullio // Enciclopedia on line (итал.)
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 Любкер Ф. Tullii (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1418—1426.
- ↑ Зелинский Ф. Цицерон, Марк Туллий (урыҫ) // Энциклопедический словарь — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1903. — Т. XXXVIII. — С. 254—274.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 http://www.strachan.dk/family/tullius.htm
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 9,7 9,8 M. Tullius (29) M. f. M. n. Cor. Cicero // Digital Prosopography of the Roman Republic (ингл.)
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Digital Prosopography of the Roman Republic (ингл.)
- ↑ Любкер Ф. Terentii (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1354—1357.
- ↑ Публилий (урыҫ) // Энциклопедический словарь — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1898. — Т. XXVа. — С. 745—746.
- ↑ Любкер Ф. Publilii (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1129.
- ↑ А. Пр. Туллия (урыҫ) // Энциклопедический словарь — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1902. — Т. XXXIV. — С. 41—42.
- ↑ 15,0 15,1 Broughton T. R. S. The Magistrates of the Roman Republic (ингл.) — Society for Classical Studies, 1951. — ISBN 0-89130-812-1, 0-89130-811-3
- ↑ Dictionnaire des philosophes antiques (фр.) // Dictionnaire des philosophes antiques / R. Goulet — Paris: CNRS, 1994. — P. 217.
- ↑ http://www.maru.firenze.sbn.it/MareMagnum/mare_magnum.htm
- ↑ Ciceronis, Tvllii, M. // (unspecified title)
- ↑ M. TVLLII CICERONIS DE OFFICIIS
- ↑ Cicero, Marcus Tullius // (unspecified title)
- ↑ Opera, ...,
- ↑ Цицерон, 1966, О законах, II, 3
- ↑ 23,0 23,1 Плутарх, 1994, Цицерон, 1
- ↑ Грималь, 1991, с. 54
- ↑ 25,0 25,1 25,2 Плутарх, 1994, Цицерон, 3
- ↑ Цицерон, О дивинации, I, 72.
- ↑ Цицерон, 1993, Филиппики, XII, 27
- ↑ Цицерон, 1993, В защиту Росция, 137
- ↑ Бобровникова, 2006, с. 98-99
- ↑ Цицерон, 1993, В защиту Росция, 3
- ↑ Грималь, 1991, с. 85-86
- ↑ Бобровникова, 2006, с. 57-59
- ↑ Цицерон, 1993, В защиту Росция, 39
- ↑ Цицерон, 1993, В защиту Росция, 11
- ↑ Цицерон, 1993, В защиту Росция, 12
- ↑ Утченко, 1972, с. 123
- ↑ Плутарх, 1994, Цицерон, 8
- ↑ См.: Т.Бобровникова. Цицерон, с. 118—120.
- ↑ Плутарх. Цицерон, 6.
- ↑ Грималь, 1991, с. 123
- ↑ C.Утченко. Цицерон и его время, с. 125.
- ↑ 42,0 42,1 Цицерон. Речи. М., 1993. Т. 1. С. 395.
- ↑ Цицерон. Против Гая Верреса (первая сессия), XIV, 40.
- ↑ Плутарх. Цицерон, 9.
- ↑ 45,0 45,1 45,2 45,3 С.И. Ковалев. Марк Туллий Цицерон // Письма Марка Туллия Цицерона / И.И. Толстой. — М.-Л.: Издательство академии наук СССР, 1949. — Т. 1. — С. 387—402. — (Литературные памятники). — 5000 экз.
- ↑ См.: Цицерон. Вторая речь о земельном законе народного трибуна Публия Сервилия Рулла, II, 4.
- ↑ Гай Саллюстий Крисп. О заговоре Катилины, 50 — 55.
- ↑ Аппиан. Гражданские войны, II, 4 — 6.
- ↑ Плутарх. Цицерон, 20 — 22.
- ↑ Плутарх. Цицерон, 23.
- ↑ Плутарх. Цицерон, 24.
- ↑ Пиналь П. Цицерон. — С. 219—220.
- ↑ Плутарх. Цицерон. 29.
- ↑ Цицерон. Письма к Аттику. II, 18.
- ↑ 55,0 55,1 Плутарх. Цицерон. 30.
- ↑ Пушнова, Юлия Борисовна. Цицерон в изгнании // Клеопатра. История любви и царствования. — Феникс, 2006. — (Загадки истории). — 5000 экз.
- ↑ 57,0 57,1 Аппиан. Гражданские войны. II, 15
- ↑ Плутарх. Цицерон. 31—33.
- ↑ Плутарх. Цицерон. 33
- ↑ Гаспаров М. Цицерон и античная риторика // Марк Туллий Цицерон. Три трактата об ораторском искусстве. — М., 1972. — С. 30.
- ↑ Бобровникова Т. Цицерон. — С. 338—342.
- ↑ Цицерон. К Аттику, V, 11; V, 15.
- ↑ Т.Бобровникова. Цицерон, с. 378.
- ↑ Цицерон. К близким, II, 15, 3.
- ↑ Цицерон. К Аттику, VII, 4, 4.
- ↑ Плутарх. Цицерон, 37.
- ↑ К Аттику, VIII, 7, 7.
- ↑ К Аттику, VII, 20.
- ↑ Т.Бобровникова. Цицерон, с. 388.
- ↑ К Аттику, VIII, 3, 11.
- ↑ К Аттику, IX, 18, 2.
- ↑ К Аттику, IX, 12, 4.
- ↑ Плутарх. Цицерон, 38.
- ↑ Макробий. Сатурналии, II, 3.
- ↑ Плутарх. Цицерон, 39.
- ↑ См., например: К близким, VI, 15.
- ↑ Т.Бобровникова. Цицерон, с. 488—489.
- ↑ Плутарх. Антоний, 2.
- ↑ Плутарх. Цицерон, 43.
- ↑ 80,0 80,1 С.Утченко. Цицерон и его время, с. 336.
- ↑ Т.Бобровникова. Цицерон, с. 495.
- ↑ Аппиан. Гражданские войны, IV, 19.
- ↑ 83,0 83,1 Плутарх. Цицерон, 48.
- ↑ Аппиан. Гражданские войны, IV, 20.
- ↑ Плутарх. Цицерон, 46.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бобровникова Т. А. Цицерон: Интеллигент в дни революции. — М.: Молодая гвардия, 2006. — 532 [12] с. — (Жизнь замечательных людей; 1219). — 5000 экз. ISBN 5-235-02933-X.
- Грималь П. Цицерон / Пер. с фр.: Г. С. Кнабе, Р. Б. Сашина. — М.: Молодая гвардия, 1991. — 544 с. — (Жизнь замечательных людей; 717). — 150000 экз.
- Звиревич В. Т. Цицерон — философ и историк философии. — Свердловск: Изд-во Урал.ун-та, 1988. — 208 с. — 1500 экз.
- Звиревич В. Т. Цицерон. СПб.: Наука, 2016. −255 с. ISBN 978-5-02-039595-4
- Плутарх. Сравнительные жизнеописания. — СПб.: Кристалл, 1994. — Т. 3. — 672 с. — ISBN 5-306-00240-4.
- Утченко С. Л. Цицерон и его время. — М.: Мысль, 1973; 2-е изд. — М., 1986. — 352 с. — 150000 экз.
- Цицерон: 2000 лет со времени смерти: Сб. ст. / Ред.: Н. Ф. Дератани. — М.: Издательство МГУ, 1959. — 176 с. — 8000 экз.
- Цицерон: Сб. ст. / Отв. ред.: Ф. А. Петровский. — М.: Издательство АН СССР, 1958. — 152 с. — 8000 экз.
- Цицерон. О государстве // Диалоги. — М.: Наука, 1966. — С. 7—88.
- Марк Туллий Цицерон. Речи. — М.: Наука, 1993. — Т. 1. — 448 с. — ISBN 5-02-011168-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Древний Рим» | |
Цицерон Викиөҙөмтәлә | |
Цицерон Викикитапханала | |
Цицерон Викимилектә |
- Цицерон. Программа «Эха Москвы» из цикла «Всё так»
- Цицерон в русском переводе на сайте «История Древнего Рима»
- Максим Мошков китапханаһында Цицерон
- Афоризмы Марка Туллия Цицерона 2021 йыл 11 май архивланған.
- Цицерон. Некоторые речи — тексты на русском и латыни
- Плутарх, Сравнительные жизнеописания — Цицерон
- Утченко С. Л. Цицерон и его время. Москва: Мысль, 1972.
- Список сочинений Цицерона[en]
- Список сочинений Цицерона 2021 йыл 10 март архивланған.