Ҡалдыҡтар
Ҡалдыҡтар | |
Ҡайҙа өйрәнелә | гарбология[d] |
---|---|
Һештег | garbage |
Обрабатывается, смягчается или управляется | система управления отходами[d][1] |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Ҡалдыҡтар Викимилектә |
Ҡалдыҡтар — етештереү процесында, эш барышында, хеҙмәт күрһәткәндә йә ҡулланған ваҡытта барлыҡҡа килгән предметтар. Уларҙы ташлайҙар, йәки ташлау өсөн тәғәйенләнгәндәр.
Дөйөм мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары һаны ХХ быуатта йылдам арта бара, был ҙур ҡалаларҙа һәм етештереү предприятиеларында оло проблемаға әйләнде.
Тәбиғи фәндәр һәр матдәне ғәмәлдә теге йәки был рәүештә ҡулланырға мөмкин тип аңлата. Тик иҡтисади йәһәттән маҡсатҡа ярашлы булыу-булмауы тәбиғи рәүештә быны сикләп тора.
Ҡалдыҡ кластары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалдыҡтар ошолай айырыла -
килеп сығышы буйынса:
- етештереү ҡалдыҡтары (сәнәғәт ҡалдыҡтары)
- ҡулланыу ҡалдыҡтары (коммуналь-көнкүреш)[
- хәрби ҡалдыҡтар
составы буйынса:
- биологик сығышлы ҡалдыҡтар
- техноген ҡалдыҡтар
агрегат хәле буйынса:
- ҡаты
- шыйыҡ
- газ хәлендә
- хәүефлелеге буйынса (кеше һәм/йәки тирә-яҡ мөхит өсөн)
Рәсәйҙә Ҡалдыҡтарҙың федераль классификация каталогы (ФККО) бар, унда ҡалдыҡтарҙың килеп сығышына бәйле код бирелә.
Рәсәйҙә ҡалдыҡтарға бәйле проблемалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй иҡтисадында йыл да 3,4 млрд. тонна ҡалдыҡтар барлыҡҡа килә, шул иҫәптән 2,6 миллиард тоннаһы — сәнәғәт ҡалдыҡтары, 700 миллион тоннаһы — ҡошсолоҡ һәм малсылыҡтың шыйыҡ ҡалдыҡтары, 35-40 млн тонна — ТБО, 30 млн т — таҙартҡыс ҡоролмалар ҡалдыҡтары. Уны уртаса ҡулланыу кимәле яҡынса 26 процент тәшкил итә.
Ҡалдыҡтарҙы рациональ ҡулланмау — технологиялар юҡлыҡтан түгел, ә икенсел сеймал сифатында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү күп осраҡтарҙа рентабелле булмауынан килә .
Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү өсөн тәүшарттар барлыҡҡа килгән:
- сит илдәрҙә ҡалдыҡтарҙы йыйып эшкәртеү буйынса үҙәкләштерелгән идара итеү милли системалары тәжрибәһе бар, улар экологик түләүҙәр иҫәбенә эшләнә, йәғни бюджеттан маҡсатлы финанслау юҡ (байырым махсус дәүләт программаларынан тыш);
- 70-80 йылдар икенсел сеймал йыйыуҙы һәм эшкәртеүҙе ойоштороу буйынса совет осоро тәжрибәһе бар, был территориаль принцип буйынса эшләнә ине. Уның айырым система элементтары килеп тыуған иҡтисади шарттарҙа ла эшләүен дауам итә;
- Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә иң ҙур ҡалаларҙа (Мәскәү, Санкт-Петербург һ. б.) уларҙың административ органдарының финанс ярҙамында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм локаль йыйыу системаларын булдырыу тәжрибәһе бар.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Твёрдые бытовые отходы
- Гарбология
- Туалет
- Система управления отходами
- Мусоровоз
- Зелёная химия
- Ядерные отходы
- Свалочный газ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Отходы Викиһүҙлектә | |
Отходы Викимилектә | |
Отходы Викияңылыҡтарҙа |
- Экологическая проблема отходов 2014 йыл 28 февраль архивланған. / ecologyproblems.ru Ҡалып:Проверить авторитетность
- Законодательные акты Российской Федерации, регулирующие классификацию, сбор, хранение, транспортировку и переработку отходов.
- Отраслевой портал Отходы. Ру 2003—2017
- Отраслевой сайт — Отходы и вторсырьё 2018 йыл 11 август архивланған. (Украина)
- ИММ-технология против отходов
- Базельская конвенция о контроле за трансграничной перевозкой опасных отходов и их удалением (1989), Беллона, 2007
- Старший прокурор отдела по надзору за соблюдением федерального законодательства прокуратуры Тюменской области советник юстиции О. М. Копьева, Снижение у предпринимателей и организаций объёма документации по отходам — это реальность / Портал kultura-prava.ru, 18 ИЮЛЬ 2010