Ҡара барҡылдаҡ
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡара барҡылдаҡ | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Turdus merula Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
Ареал чёрного дрозда | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 147251 |
Ҡара барҡылдаҡ, ҡара турғай (рус. Черный дрозд)(лат. Turdus merula)— турғай һымактар отрядендәге ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Яңғыҙ һәм күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ата ҡоштоң ҡауырһындары тигеҙ ҡа¬ра төҫтә. Суҡышы, күҙ ҡабаҡтары сағыу һарғылт ҡыҙыл. Инә ҡоштоң дөйөм төҫө көрәнһыу һоро. Аҡ төҫтәге та¬мағында, түшенең өҫкә өлөшөндә буй һорғолт һыҙыҡтар бар. Башҡа барҡылдаҡтарҙан ҡара төҫө менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы киҫкен: «шыҡ-шыҡ» йәки. «тиррә-шыҡ-шыҡ». һай¬рауы моңло һыҙғырыуҙан тора.
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө еләк, үлән һәм ағас орлоҡтары, бө¬жәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ағас-4 тарҙа, ҡыуаҡтарҙа, ерҙә оялай. Ерәнһыу көрән таплы 5—6 бөртөк йәшкелт зәңгәр йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9