Эстәлеккә күсергә

Ҡарҡиғән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарҡиғән
 Ҡарҡиғән Викимилектә
Хәҙерге сәнғәт Музейында Ҡарҡиғән байрамы, Әхүәз

Ҡарҡиғән (ғәр. قرقيعان‎; рус. Каркиан) — башлыса Фарсы ҡултығындағы ғәрәп дәүләттәрендә йылына ике тапҡыр үткәрелгән саралар.

Йыл һайын Мосолман календары буйынса шәғбан һәм рамаҙан айҙарының 15-се төнөндә, балалар йоласа кейемдәрен кейеп, традицион ғәрәп йырҙарын йырлай-йырлай, сәтләүек, кәнфит, тәм-том алыу өсөн күршенән-күршегә байрамсылап йөрөйҙәр. Ҡарҡиғән йолаһы Фарсы ҡултығы халыҡтары мәҙәниәтендә тәрән тамырланған һәм инде йөҙҙәрсә йыл йәшәй[1].

Был йоланың килеп сығышы Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ейәне Хәсән ибн Алиҙың тыуыуына барып тоташа, ул рамаҙан айының 15-се көнөндә донъяға килгән. Хәсән тыуғандан һуң, уның әсәһе Фатима Зәһрә төҫлө шәкәр шаҡмаҡтары таратҡан. Мәҙинә балалары Хәсәндең тыуыуы тураһында ишеткәс, Пәйғәмбәрҙең йорто тирәләй йыйылып, ейәненең тыуыуы менән ҡотлай башлаған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр уларҙы тәмлекәстәр, финик һәм йөҙөм емештәре менән һыйлаған.

Ике көн дә шиғый мосолмандар өсөн мөһим булып тора. Шәғбан айының 15-се көнөндә 12-се шиғый имамы Мөхәммәт әл-Мәхдиҙең тыуған көнө билдәләнә, ә рамаҙан айының 15-се көнөндә икенсе шиғый имамы һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәне Хәсән ибн Али донъяға килгән. Был көндәрҙә мәсеттәрҙә хәҙис мосолман шиғыйҙар өҫтөнлөк иткән ҡалаларҙа вәғәздәр (хөтбә) уҡыла[2]

  1. القرقاعون من أهم الاحتفالات الرمضانية الشعبية في مملكة البحرين, Bahrain News Agency (2 август 2012). 3 февраль 2013 тикшерелгән.
  2. القرقاعون: البحرين تحيي ليلة النصف من رمضان, Al Wasat (20 ноябрь 2002). 3 февраль 2013 тикшерелгән.
  • Clive Holes: Dialect, Culture, and Society in Eastern Arabia: Glossary. Brill, Leiden, 2001. Bd. I, S. 422.