Эстәлеккә күсергә

Үзбәк хан мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Үзбәк хан мәсете
ҡырымтат. Özbek Han camisi
Ил Рәсәй/Украина[1]
Регион Ҡырым Республикаһы/Ҡырым Автономиялы Республикаһы
Местоположение Иҫке Ҡырым
йүнәлеш, мәктәп сөнни
Архитектура стиле Мосолман архитектураһы (Анатолиялағы сельджук ҡомартҡылары менән сағыла)
Төҙөлөү датаһы 1314 йыл (мәсет) — 1333 йыл (мәҙрәсә, хәҙер емерелгән)
Манаралар һаны 1
Торошо эшләүсе

Үзбәк хан мәсете (ҡырымтат. Özbek Han camisi, Озьбек Хан джамиси) — Ҡырымдағы Иҫке Ҡырым ҡалаһындағы архитектура ҡомартҡыһы. Ярымутрауҙа һаҡланып ҡалған мәсеттәрҙән иң боронғоһо[2].

XIIIXIV быуаттарҙа Ҡырым, йәғни Солхат ҡалаһы Алтын Урҙа административ бермәгенең үҙәге булып тора. Уның буйынса бөтә ярымутрауҙы атай башлайҙар. Был бай сауҙа ҡалаһы була.

1314 йылда Алтын Урҙа хакимы Үзбәк хан осоронда, Солхатта мәсеткә нигеҙ һалына. Бай ҡатын Инжебәк-ханым[3] инициативаһы буйынса 1332 йылда мәсет ҡарамағында мәҙрәсәгә нигеҙ һалына. Хәҙерге көндә мәҙрәсә хараба хәленә килгән, ә мәсет бинаһы тулыһынса һаҡланған.

Мәсеттең формаһы ябай, тура мөйөшлө, ҡыйығы ике яҡлы. Бер манараһы бар. Портал һәм миһраб семәр һәм яҙыуҙар менән биҙәкләнгән, уларҙа төҙөлөү датаһы күрһәтелгән. Хәҙерге ваҡытта ла мәсет эшләй, бында даими рәүештә туристтар килә.

  1. Был объект Ҡырым ярымутрауы территорияһында урынлашҡан. Ярымутрауҙың ҙур өлөшө был территорияны контролдә тотоусы Рәсәй Федерацияһы һәм Украина араһында территориаль ризаһыҙлыҡ объекты булып тора. Рәсәй Федерацияһының административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттарыҠырым Республикаһы Һәм Севастополь федераль әһәмиәтендәге ҡала урынлашҡан. Украинаның административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауында Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм айырым статуслы Севастополь ҡалаһы урынлашҡан.
  2. Старейшей мечети Крыма исполняется 700 лет. newsru.com (15 октябрь 2014). Дата обращения: 17 октябрь 2014.
  3. 1371 йылда мәҙрәсә янында ерләнә.
  • Левичев И., Тимиргазин А. Коктебель. Старый Крым. — Симферополь: Сонат, 2003.