Әл-Ҡүбә мәсете
Мәсет | |
Әл-Ҡүбә мәсете | |
Ил | Сәғүд Ғәрәбстаны |
Провинция | Әл-Мәҙинә |
Ҡала | Мәҙинә |
йүнәлеш, мәктәп | сөнниҙәр |
Мәсет төрө | Йома мәсете |
Төҙөлөү датаһы | 622 |
Көмбәҙҙәр һаны | 6 |
Манаралар һаны | 4 |
Торошо | ғәмәлдә |
Тәрәүих | |
Ифтар | |
Сайт | qubamosque.com/index.php |
Мәсет Викимилектә |
Әл-Ҡүбә мәсете (ғәр. مسجد قباء) — Ғәрәп ярымутрауында хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны биләмәһендә Мәҙинәнән алыҫ түгел төҙөлгән , Ислам тарихында тәүге мәсет. Беренсе таштарын Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) үҙе һалған, сәхәбәләре төҙөп бөтөргән.
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әл-Ҡүбә мәсете мосолмандар өсөн изге Мәҙинә ҡалаһы янында урынлашҡан. Уның тәүге таштарын Мөхәммәт Пәйғәмбәр һалғаны мәғлүм. Мәгәр мәсетте уның сәхәбәләре тамамлап ҡуйған.
Тарихи ваҡиға — Һижрәт осоронда төҙөлгән булыуы менән айырата әһәмиәтле. Заманында Ҡүбә Мәҙинә үҙәгенән 4-5 км көньяҡтараҡ урынлашҡан булған, хәҙер инде ҡала һыҙатында ҡалған.
Әл-Ҡүбә мәсете оло әһәмиәткә икәнлеге уның әл-Бохари "Сәхих"ендәге хәҙистәрҙең 19-ында телгә алыныуынан да күренә. Мөслим "Сәхих"ендә уның тураһында 13 хәҙистә, Әбү Дауыттың тупланмаһында — 2 хәҙисендә, имам Мәликтең «әл-Мүәттә»һендә 6 хәҙистә әйтелә.
Әл-Ҡүбә мәсетенә барыу — сөннәт. Мөмкинсә, унда шәмбе көн барыу яҡшыраҡ. Унда Аллаһы тәғәләгә яҡыныраҡ булыр өсөн намаҙ уҡырға ниәтләп барыу сауаплы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) Мәккәнән Мәҙинәгә Һижрәте ваҡытында ҡалаға инеп етмәй, Ҡүбә тигән ерҙә туҡтай.
Бында Ул Әмер ибн Әүф тигән кешенең улдарында ҡунаҡ була һәм 20 төн тирәһе доғалар, намаҙҙар менән Хәҙрәте Алиҙы көтөп үткәрә. Тап ошо ваҡытта мәсеткә нигеҙ һалына ла инде. Мөхәммәт Пәйғәмбәр унда үҙе ҡатнаша. Мәсет нигеҙе квадрат рәүешендә, 32х32 метр дәүмәлендә була.
Хәҙрәте Әбү Хөрәйрә фекеренсә, Ҡөрьән Кәримдә был мәсет тураһында ошолай әйтелгән:
Тәүге көндән үк тәүәккәллеккә нигеҙләнгән мәсет һиңә [намаҙ] тороу өсөн яҡшыраҡ. Унда — таҙарырға теләгән кешеләр. Аллаһ таҙарғандарҙы ярата! |
Тап ошо мәсеттә Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) имам булып баҫып, беренсе йома намаҙы уҡылған. Һижрәтенән һуң Аллаһ Рәсүле шәмбе көндәре, һирәкләп — дүшәмбелә ошо мәсеткә килә торған булған. Ҡайһы мәл дөйәгә атланып, ҡайһы саҡ йәйәү килеп, ул ошонда намаҙ уҡып ҡайтҡан.
Ошондай хәҙис бар:
«Кем дә кем тәһәрәт алып Ҡүбә мәсетенә намаҙ уҡырға барһа, уға Үмрә сауабы яҙылыр» (Ибн Мәжә, Иҡәмә, 198; Тирмизи, Салә, 242)
.
Мәғрифәтселек үҙәге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҙинәләге ән-Нәбәүи мәсетендә лә, ундағы 9 мәсет менән әл-Ҡүбә мәсетендә даими рәүештә мәғрифәтселек эше алып барылған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) быны даими тикшереп торған (Ибн Әбделбәр).
Үҙгәрештәр кисереүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәлифә сағында Ғүмәр ибн әл-Хәттаб (р.ғ.) һәр кесе йома һәм дүшәмбе көн килеп йөрөгән. Ул: «Ҡүбә бик йыраҡта булһа ла мин унда дөйәмә атланып килер инем», ти торған булған (Ибн Сад, Тәбәкәт, I, 245). Усман ибн Әффан (р.ғ.) һәм Ғүмәр ибн Әбделғәзиз хәлифәлеге ваҡытында мәсет киңәйтелгән. Унан һуң да күп тапҡырҙар төҙөкләндерелгән. 1245 (1829) әл-Ҡүбә мәсете Солтан Мәхмүт II бойороғо менән яңынан төҙөтөлгән. Һуңғараҡ Сәғүд Ғәрәбстаны инициативаһы менән мәсет һүтелгән һәм урынына көмбәҙле, ике манаралы яңы мәсет төҙөтөлгән[2]
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуатта 1986 йылда Мысыр архитекторына иҫке мәсеткә алмашҡа яңы ҙур мәсет төҙөргә ҡушылғас, ул иҫке мәсетте яңыһының проектына индерергә уйлай,әммә иҫке мәсет ер менән тигеҙләнгән булып сыға. Шул урында яңы мәсет ҡалҡып сыға.
Яңы мәсеттең намаҙ залы дүртмөйөш рәүешендә, икенсе кимәлгә күтәрелгән. Намаҙ залы:
- кеше торлаҡтары,
- офистар,
- тәһәрәтхана,
- магазиндар,
- китапхана менән бәйле.
Фасадтың төньяҡ, көнсығыш һәм көнбайыш яҡтарынан 6 өҫтәлмә ишек бар. Намаҙ залының дүрт мөйөшөндә лә манара ҡуйылған.