Эстәлеккә күсергә

Әрмәнделәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әрмәнделәр
Әрмәнделәр
Һары әрмәнде (Bufo periglenes)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Амфибиялар
Отряд: Ҡойроҡһоҙҙар
Ғаилә: Әрмәнделәр
Латинса исеме
Bufonidae J. E. Gray, 1825
ITIS 173471
NCBI 8382

Әрмәнделәр, ғөбөрлө баҡалар (лат. Bufonidae) — ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары ғаиләһе (Anura); ер шарының бөтә өлөштәрендә осрай. Күпселектә ҡараңғы, дымлы урындарҙа йәшәй. Ыуылдырыҡтарын һалыу өсөн һыуға мохтаждар. Тәлмәрйенгә ҡарағанда артҡы аяҡтары ҡыҫҡа булған, тәне һөйәлле ер-һыу хайуаны[1] .

Ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары ғаиләһендә 300-ҙән артыҡ төр билдәле, Антарктиданан тыш, барлык материктарда ла тереклек итә.

Әрмәнделәр баҡаларҙан өҫкө ҡаҙналыҡта тештәре булмаүы, ҡыҫҡа аяҡтары, киң ауыр кәүҙәһе, күп һөйәлле мөгеҙләнгән ҡоро тиреһе менән айырылып тора.

Башының төп өлөшөндә зәһәр эҫле майлы шыйыҡса бүлеп сығара торған симметриялы урынлашкан бөрө һымаҡ 2 төйөр (ҡалаҡ өҫтө биҙҙәре) бар. Был шыйыҡса башҡа хайуандар өсөн ағыулы.

Ағыу — әрмәнделәр өсөн берҙән бер һакланыу сараһы. Шыйыҡса биҙгә баҫҡас ҡына бүленеп сыға, шунлыҡтан улар уны үҙҙәрен йыртҡыс тотып алғас ҡына ҡуллана.

Гөбөрлө баҡалар әкрен хәрәкәт итә. Бармаҡтары өлөшсә яры (элпә) менән тоташҡан артҡы аяҡтары ярҙамында йыш ҡына ергә йәки урман түшәлмәһенә күмелә.

Тереклек урыны һәм туҡланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмәнделәр асыҡ урындарҙа, йылға тугайҙарында, һирәкләнгән урмандарда, йыш ҡына торак пункттарҙа осорай.

Һоро әрмәнде тәлмәйендән ҙурлығы менән айырыла (оҙонлоғо 70-75 мм, инә әрмәнделәр 140 мм-ға ҡәҙәр).

Арҡаһы һоро-һарғылтлт йәшел төҫтә (йәшелдән ҡоңгорт төҫкә ҡәҙәр), ҡараңғы таптар менән ҡапланған, артҡы аяҡ бармаҡтарында парһыҙ төйөрҙәр бар. Тиреһе мөгөҙләнгән, ҡапшап ҡарауга ҡоро.

Далалы райондарҙа иң күп һандағы төп амфибия төрҙәренән һанала. Ғәҙәттә, төнгө һәм кис йәшәү рәүешен алып бара.

Парлашыу осоронда ата әрмәнде яңғырауыҡлы көйлө тауыш сығара. Ыуылдырыҡ сәсеү ваҡыты апрель аҙағынан май аҙағына ҡәҙәр дауам итә.

Инә әрмәнде 13 меңгә ҡәҙәр йомортҡа һала. Үҫеш ваҡыты (ыуылдырыҡ барлыҡҡа килеүҙән йәш әрмәндегә ҡәҙәр) 50-60 көн.

Һыу ятҡылығынан ҡоро ергә әрмәнделәрҙең күпләп сығыуы көндөҙгө ямғырҙанн һуң, дымлы көндә күҙәтелә. Нигеҙҙә бөжәктәр менән туҡлана.

Һоро әрмәнделәр урмандарҙа тереклек итә. Был төр әрмәнделәр эрерәк (оҙонлоғо 80 мм-ҙан артыҡ, инәләре ҡайһы ваҡыт 200 мм-ға ҡәҙәр). Өҫкө яғы һоро-көрән, аҫҡы яғы тоноҡ аҡ төҫтә.

Барлыҡ ерҙә дә тиерлек аҙ һанда, урман-дала зонаһында һирәк осорай. Көндөҙөн ояларында, ярыҡтарҙа, урман түшәлмәһендә йәшеренеп, төнгө һәм кис йәшәү рәуеше алып баралар.

Апрель аҙағы — май башында, һыу температураһы 10 °C ҡа яҡынлашкандан һуң үрсеү башлана. Инә әрмәнделәр һыу үҫемлектәренә бау һымаҡ ике рәткә урнашҡан 1200-6800 йомортҡа һала.

Йәш әрмәнделәр ҡоро ергә июль башында сыгалар. Умырткаһыҙ ваҡ хайуандар − себендәр, эре бызылдауыҡтар һәм май ҡуңыҙҙары менән туҡлана. 15 йылдан (тәбиғәттә) 30 йылға ҡәҙәр йәшәй.

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)