3 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
3 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
3 декабрь Викимилектә |
3 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 337-се көнө (кәбисә йылында 338-се). Йыл тамамланыуға 28 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй Федерацияһы: Билдәһеҙ һалдат көнө (2014 йылдан).
- Атом боҙватҡыстар флоты көнө.
- Пассажирҙар көнө.
- Гана: Фермерҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Юристар көнө.
- Һиндостан: Адвокаттар көнө.
- 1586: Колумбиянан Англияға тәү тапҡыр бәрәңге индерелә.
- 1818: Иллинойс АҠШ-тың 21-се штаты итеп раҫлана.
- 1966: Мәскәү Кремле стенаһы янында Билдәһеҙ һалдат ерләнә.
- 1989: «Һалҡын һуғыш»тың тамамланыу көнө.
- 1992: Беренсе «SMS-хәбәр» ебәрелә.
- 2006: Уго Чавес Венесуэла президенты итеп һайлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рамазанов Фәнүн Йыһандар улы (1931—1993), журналист. 1981—1991 йылдарҙа «Кызыл таң» республика гәзите мөхәррире урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ишмырҙин Әбүбәкер Әхмәҙулла улы (1936), юғары мәктәп ветераны, ғалим-тау инженеры. 1972 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2016).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәт Ерикәй (1902—15.09.1967), шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. 1945—1950 йылдарҙа Татарстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. СССР-ҙың 2-се (1946—1950) һәм 3-сө (1950—1954) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Өлкөндө ауылынан.
- Мансуров Фәнил Хәбибулла улы (1932—30.05.1995), уҡытыусы, журналист, яҙыусы. 1957 йылдан Бүздәк районының «Алға» гәзитенең бүлек мөдире, 1960 йылдан Саҡмағош районының Ҡалмашбаш урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1963—1967 йылдарҙа «Ағиҙел» һәм «Пионер» журналдарының әҙәби хеҙмәткәр; 1968 йылдан Татарстан китап нәшриәте хеҙмәткәре, 1972—1976 йылдарҙа «Социалистик Татарстан» гәзите хәбәрсеһе. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Йыһат Солтанов (1932), журналист, яҙыусы. 1965 йылдан «Һәнәк», 1968 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы», 1969—1986 йылдарҙа «Ағиҙел» журналын әҙәби хеҙмәткәре. 1967 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1971 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Башҡортостан Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2013).
- Матюхин Николай Михайлович (1937), йылға флоты хеҙмәткәре, 1984—2001 йылдарҙа Өфөләге Йылға суднолары ремонтлау-эшләү заводы директоры, РСФСР-ҙың йылға флотының почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре.
- Тагариев Рәшит Зәки улы (1952), ғалим-педагог. 1978 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1985 йылдан физика уҡытыу методикаһы һәм уҡытыуҙың техник саралары кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1991 йылдан — мөдире, 1992 йылдан физика-математика факультеты, 2002—2014 йылдарҙа — технология һәм эшҡыуарлыҡ факультеты деканы. Педагогия фәндәре докторы (1992), профессор (1992), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1989), Башҡортостан Республикаһының мәғариф (1995) отличнигы. Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012).
- Ғилманов Зинур Зөфәр улы (1967), Өфө ҡалаһының «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятиеһының идарасы урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Масленников Иван Фёдорович (1898—?), СССР-ҙың революция хәрәкәте, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1917 йылдан РСДРП(б) ағзаһы. 1919—1920 йылдарҙа РКП(б)‑ның Эҫем улус комитеты секретары, Эҫем улус башҡарма комитеты рәйесе, Өфө губерна ғәҙәттән тыш комиссияһы хеҙмәткәре. Сталин премияһы лауреаты (1943). Ленин (1943) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Эҫем ҡалаһынан.
- Вәлиев Әлфәт Мирсәйет улы (1938), кинооператор. 1997 йылдан Рәсәй Фоторəссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1983).
- Кулавский Василий Агеевич (1938), ғалим-акушер‑гинеколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). 1979—1985 йылдарҙа Башҡортостан акушер‑гинекологтар йәмғиәте рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1979). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры.
- Ҡарамышева Нурия Миңлеғәли ҡыҙы (1938), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (1988). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009).
- Мәхмүтов Наил Мәзит улы (1963), тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе, меценат. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007).
- Трапезникова Татьяна Александровна (1973), спортсы. Конькиҙа шыуыу (1997) һәм бобслей (2003) буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1994, 1998, 2002). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиев Самат Фәттәх улы (1904—15.10.1986), дәүләт эшмәкәре. 1948—1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының финанс министры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IV—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Ленин (1959, 1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
- Лисовский Николай Кузьмич (1914—25.05.1987), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1949—1953 йылдарҙа Силәбе уҡытыусылар институтының директор урынбаҫары, 1964 йылдан — Силәбе дәүләт педагогия институтының тарих кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1966), профессор (1967). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974). Октябрь Революцияһы (1977), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Хлопин Иван Никитич (1929—28.02.2013), металлургия сәнәғәте алдынғыһы. 1954—1980 йылдарҙа Силәбе өлкәһенең Үрге Өпәле ҡалаһындағы никель комбинаты эшсеһе, шул иҫәптән 1961 йылдан — звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Сабирйәнова Сәнә Ғәфүр ҡыҙы (1939), хеҙмәт ветераны, башҡорт телсе-диалектологы, тәржемәсе. Салауат районына һәм уның арҙаҡлы шәхестәренә арналған «Земля салаватская, земля батыра» (2010) тигән китап-белешмәнең автор-төҙөүсеһе. Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (2012).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1864: Муса Акъегетзадә, Рсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1894: Владимир Энгельгардт, СССР ғалим-биохимигы, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).
- 1904: Татьяна Гурецкая, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1935).
- 1924: Джон Бэкус, АҠШ ғалимы, юғары кимәлдәге программалау теле «Фортран»ды төҙөүсе.
- 1934: Виктор Горбатко, СССР космонавы, авиация генерал-майоры, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1969, 1977).
- 1934: Нина Дорошина, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1985).
- 1888: Карл Цейсс, Германия сәнәғәтсеһе.
- 1892: Афанасий Фет, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1894: Роберт Льюис Стивенсон, Англия яҙыусыһы.