5 июнь
Уҡыу көйләүҙәре
5 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
5 июнь Викимилектә |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
5 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 156-сы (кәбисә йылында 157-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 209 көн ҡала.
- Рәсәй Федерацияһы: Экологтар көнө.
- Мелиораторҙар көнө.
- Үҫемлектәр карантины дәүләт хеҙмәте көнө.
- Полиция органдары ойошторолған көн.
- 1718: Петр I указы менән Санкт-Петербург генерал-полицмейстеры вазифаһы булдырыла.
- 1744: Петербругта Рәсәй империяһындағы беренсе Фарфор мануфактураһы ойошторола.
тулы исемлек
- 1881: Н. И. Пирогов исемендәге Рус хирургтар ойошмаһы төҙөлә.
- 1897: Петербургта «Аврора» крейсерын эшләү башлана.
- 1931: СССР-ҙа Үҫемлектәр карантины дәүләт хеҙмәте ойошторола.
- 1940: АҠШ-та синтетик резинанан яһалған тәүге автомобиль шиналарының презентацияһы була.
- 1954: Мәскәү эстрада театры асыла.
- 1968: СССР Министрҙар Советы Өфөлә сәнғәт институты асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Глебова Надежда Николаевна (1925), ғалим-акушер-гинеколог. 1952—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979—1990 йылдарҙа 2-се акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1977), профессор (1979). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984) һәм атҡаҙанған табибы (1972), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Кушнаренко ауылынан.
- Бирюков Виктор Иванович (1930), ғалим-инженер-механик. 1972—1977 йылдарҙа Бөтә Союз ағас эшкәртеү сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институты директоры (Калуга өлкәһенең Балабаново ҡалаһы), бер үк ваҡытта 1972 йылдан Бөтә Союз «Союзнаучлитпром» ғилми-производство берекмәһе генераль директорының фән буйынса, 1977 йылдан — фәнни, конструкторлыҡ һәм проектлау эштәре буйынса урынбаҫары; 1990—1996 йылдарҙа Бөтә Союз урман сәнәғәтенең етәксе хеҙмәткәрҙәре һәм белгестәренең квалификацияһын күтәреү институтының кафедра мөдире, 1999—2007 йылдарҙа Дәүләт урман сәнәғәте комплексы фәнни үҙәгенең бүлек мөдире. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһы урман сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Рәмилә Сәлимгәрәева (1950), театр актёры. 1972 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, 1998 йылдан — хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986).
- Сандаков Виктор Александрович (1960), ғалим-инженер, мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1996 йылдан дәүләт ҡарамағанда булмаған «"Техника" инженер үҙәге» һөнәри белем биреү учреждениеһының генераль директоры. Техник фәндәр докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Зөлфиә Шакирова (1965), йырсы, композитор. 1990 йылдан Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы, 1995 йылдан — «Илһам» театр‑студияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының (2022) һәм Татарстан Республикаһының халыҡ (2012) артисы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тереғолов Әхмәтйән Хөсәйен улы (1896—9.03.1977), хәрби эшмәкәр. Полковник. 1922—1923 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ының хәрби комиссары. Беренсе донъя, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленин ордены кавалеры (1967). Башҡорт дворяндары Тереғоловтар нәҫеленән.
- Истамғолов Әмир Мираҫ улы (1931—3.08.2009), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1949—1992 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозы Һамар бүлексәһе механизаторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
- Аксёнов Александр Юрьевич (1956), педагогик хеҙмәт ветераны, мәғариф эшмәкәре. Өфө районы мәғариф бүлегенең элекке етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдуллин Әнүәр Абдулла улы (1917—28.10.2002), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерист, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Аллаяров Ричард Хәйрулла улы (1927—5.11.1988), нефтсе. КПСС-тың XXII съезы делегаты. СССР-ҙың почётлы нефтсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).
- Адеев Зиф Хабибович (1932—10.12.1995), спортсы, тренер, конькиҙа уҙышыу буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шәрипов Фәнил Йәмғетдин улы (1947), башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Ҡаңлы ырыуы республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе һәм ойошма ҡарамағындағы «Муллайән Халиҡов фонды» етәксеһе.
- Мостаев Рәмил Хәйрулла улы (1952), рәссам, педагог. Өфөләге А. Кузнецов исемендәге 1-се сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. 1995 йылдан Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Филиппова Ирина Николаевна (1957), балетмейстер, профессор (2005), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994), Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2015).
- Хоҙайбирҙина Әнисә Ибраһим ҡыҙы (1957), педагог. 1979 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1990—2013 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Һамар урта мәктәбе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1996—1999 йылдарҙа һәм 2001 йылдан директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 1999—2001 йылдарҙа — директор. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән ошо райондың Бүребай ауылынан.
- Захаров Тимур Альбертович (1992), спортсы. Конькиҙа уҙышыу буйынса 2010 йылдан Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2016) һәм чемпионы (2011, 2018), Бөтә донъя универсиадаһы призёры (2015). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишмырҙин Сөләймән Ғәләүетдин улы (1893—1937), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918 йылдың авгусынан Башҡорт армияһының 1-се Башҡорт уҡсылар полкы командиры һәм Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы, штабс-капитан. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Бәғишәев Әйүп Ҡаһарман улы (1933—23.03.2012), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1953 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы механизаторы, бригадир ярҙамсыһы һәм бригадиры, 1988—1993 йылдарҙа малсылыҡ бригадаһы бригадиры. Ленин (1976), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1972) ордендары кавалеры. Райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1984). Сығышы менән Юлбарыҫ ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәлиуллин Ришат Фәтхи улы (1948), механизатор, йәмәғәтсе. 1964—2010 йылдарҙа Шаран районы «Мичурин» совхозы механизаторы. Ауыл старостаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән ошо райондың Яңы Ҡаръяуҙы ауылынан.
- Шакиров Фидрат Бәхтегәрәй улы (1953), педагог, мәғариф, комсомол, партия органдары хеҙмәткәре. 1974 йылдан Саҡмағош районы Ҡарайерек һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы; 1976 йылдан ВЛКСМ район комитеты инструкторы, бүлек мөдире, 2-се секретары; 1981 йылдан КПСС район комитеты инструкторы, 1986—1989 йылдарҙа пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1982—1986 йылдарҙа Ленин исемендәге колхоздың партком секретары; 1995 йылдан Дүртөйлө балалар йорто директоры, 1997—2005 йылдарҙа район мәғариф бүлеге начальнигы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән Ҡарайерек ауылынан.
- Ҡасҡынбаев Мөхәррәм Абдразаҡ улы (1963), педагог, муниципаль орган хеҙмәткәре, һәүәҫкәр спортсы һәм гармунсы. 1994—2005 йылдарҙа һәм 2011 йылдан Бөрйән районы Яңы Мөсәт мәктәбе директоры; 2005 йылдан район хакимиәтенең физкультура һәм спорт буйынса баш белгесе, эштәр идарасыһы, 2008 йылдан хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, 2009 йылдан район мәғариф бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2015).
- Ғилманов Азамат Хәмитйән улы (1968), мәҙәниәт өлкәһе, эске эштәр һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, һәүәҫкәр йырсы һәм композитор, йәмәғәтсе. 2006 йылдан Дүртөйлө район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы, 2016 йылдан — мәҙәни-ял үҙәге директоры, бер үк ваҡытта 2018 йылдан Дүртөйлө татар драма һәм комедия театрының художество етәксеһе. 2009 йылдан Башҡортостан Республикаһы Татар конгресының Дүртөйлө бүлексәһе рәйесе. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017), төрлө кимәл ижади конкурстар лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән ошо райондың Әсән ауылынан.
- Мәзитов Әмир Миңлевәли улы (1968), рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1996 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Профессор (2014). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылынан.
- Фазлетдинов Илдар Камил улы (1978), ғалим-филолог, журналист. 2001 йылдан «Ҡыҙыл таң» республика гәзите хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты (2008). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты (2003).
- Нәзиуллин Артур Искәндәр улы (1988), музыкант, кларнетсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2014).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәйхетдинов Әлфир Бәләғетдин улы (1939—1.08.2021), иҡтисадсы, йәмәғәтсе. «Социнвестбанк» коммерция банкын ойоштороусы, 1995 йылдан уның идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балтас районы Иҫке Илекәй ауылынан.
- Пугачев Валерий Вениаминович (1944), журналист-ғалим. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2013 йылдан — кафедра мөдире. Филология фәндәре докторы (2005).
тулы исемлек
- Ғәлиев Дамир Камил улы (1949), химик. Өфө ҡалаһындағы «Опытный завод Нефтехим» йәмғиәтенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2017).
- Шейко Борис Иванович (1949), спортсы, тренер, спорт судьяһы. 1999—2006 йылдарҙа Рәсәйҙең пауэрлифтинг буйынса ир‑егеттәр йыйылма командаһының баш тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1999), халыҡ‑ара (1995) һәм Бөтә Союз (1991) категориялы судья. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000), Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (2006).
- Шәмсетдинов Хәмит Мөхәмәҙи улы (1949—20.01.2009), театр һәм кино актёры, режиссёр. 1973–2009 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1991) артисы.
- Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы (1954—22.04.2021), хирург-табип-ғалим, уйлап табыусы. 2002—2010 йылдарҙа Республика кардиология диспансерының баш табибы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991).
- Некрасова Ольга Николаевна (1979), спортсы. Туплы хоккей (1998) һәм бобслей (2003) буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры. Туплы мини‑хоккей буйынса донъя чемпионы (1998), туплы хоккей (1997—2001) һәм шайбалы хоккей (2002) буйынса Рәсәй чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1723: Адам Смит, Шотландия иҡтисадсыһы, фәлсәфәсе.
- 1805: Пётр Клодт, Рәсәй империяһы скульпторы, классицизмдың һуңғы осоро вәкиле.
- 1883: Джон Мейнард Кейнс, Бөйөк Британия иҡтисадсыһы.
- 1891: Элен Спарроу, Франция табибы һәм микробиологы.
- 1900: Деннис Габор, Англия физигы, сығышы менән Венгриянан, голографияға нигеҙ һалыусы, Нобель премияһының 1971 йылғы лауреаты.
- 1925: Бой Гоберт, Германия һәм Австрия актёры һәм театр режиссёры.
- 1930: Владимир Попов, СССР рәссамы, мультипликацион кино режиссёры.
- 1930: Николай Сидельников, композитор, П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы профессоры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1933: Велимир Живоинович, Сербия актёры.
- 1935: Кахи Кавсадзе, СССР һәм Грузияның театр һәм кино актёры.
- 1984: Якуб Клепиш, Чехия хоккейсыһы.
- 1985: Рубен де ла Ред, Испания футболсыһы, Европа чемпионы (2008).