Эстәлеккә күсергә

Airbus

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Airbus SE
Тулузала етештереү ҡеүәттәре, Франция
Тулузала етештереү ҡеүәттәре, Франция
Тип

Societas Europaea

Нигеҙләнгән

1970

Уранлашыуы

Франция Франция: Тулуза

Төп фигуралар

Фабрис Брежье (главный управляющий)

Тармаҡ

Авиастроение

Продукция

Пассажирһар, йөк ташыу һәм хәрби-транспорт самолёттары

Шәхси капитал

€3,65 млрд (2016 год)[1]

Әйләнеш

€66,767 млрд (2017 год)[2]

Операцион килем

€4,253 млрд (2017 год)[2]

Килем

€2,873 млрд (2017 год)[2]

Милке

€111,13 млрд (2016 год)[1]

Хеҙмәткәрҙәр һаны

129,442 (2017 год)

Булендек компаниялар

Airbus Military
Airbus Executive and Private Aviation

Сайт

www.airbus.com

 Airbus Викимилектә

Airbus SE (Э́ирбас тип уҡыла[3], шулай уҡЭ́бас[4]; французсса Эрбю́с[5]) — 1960-сы йылдарҙа Европаның бер нисә авиатөҙөүсе компаниялары берләшеү нәтижәһендә барлыҡҡа килгән донъялағы иң ҙур авиатөҙөүсе компанияларҙың береһе. Airbus исемле пассажир, йөк ташыусы һәм хәрби-транспорт самолёттарын төҙөй. Комапния «европа авиатөҙөүсеһе» тип һаналһа ла, юридик яҡтан ул Францияның Бланьяк (Тулуза ҡалаһы янындағы) юридик шәхестең милке һанала. 2001 йылда Франция закондары нигҙендә «S.A.S.» (франц. Société par Actions Simplifiée — ябайлаштырылған акционер йәмғиәт) тип үҙгәртелә.

Airbus компанияһында 50 меңгә яғын кеше эшләй. Етештереү ҡеүәте башлысы Францияла, Германияла, Бөйөк Британияла һәм Испанияла урынлашҡан. Продукцияны һуңғы йыйыу процессы компанияның Тулуза (Франция) һәм Гамбург (Германия) заводтарында башҡарыла.

2006 йылда завод 824 яңы лайнер эшләргә заказ ала. Заказдың дөйөм суммаһы $75,1 млрд.

Airbus-дың 2006 йылдағы төшөмө 26 млрд евро (2005 йылда — 23,5 млрд евро)[6]. До октября 2006 года 20 % акций принадлежало британской BAE Systems; этот пакет был выкуплен EADS за 2,75 млрд евро[7] тәшкил итә.

2007 йылда заказсыларға 453 самолёт эшләп бирә.

Тулузала Airbus фабрикаһы

Boeing һәм Airbus донъялағы иң ҙур самолёт төҙөүсе компаниялар һәм үҙ-ара ярышыусы конкуренттар булып торалар. Airbus етештергән

  • Boeing B-737 һәм Airbus A320. Уртаса һыйҙырылышлы һәм уртаса оҙонлоҡҡа осоусы самолёттар. Һәр береһенең үҙ модификацияһы бар. Һуңғы йылдарҙа А320 Boeing продукцияһына ҡарағанда күберәк һатыла[8][9].
2011 2010 2009 2008 2007 2006 2005 2004 2003 2002 2001 2000
A320 421 401 402 386 367 339 289 233 232 236 257 241
B-737 372 376 372 290 330 302 212 202 173 223 299 281
1999 1998 1997 1996 1995 1994 1993 1992 1991 1990 1989 1988
A320 222 168 127 72 56 64 71 111 119 58 58 16
B-737 320 281 135 76 89 121 152 218 215 174 146 165
  • Boeing B-747 һәм Airbus A380. Һур һыйһырылышлы уртаса һәм йыраҡ оҙонлоҡҡа осоусы самолёттар. Ғәҙәттәгесә BoeingB-747 самолётын һатып алаусы Азия компаниялары Airbus A380 һатып алырға күсте. Хәҙерге көндә B-747 йылына 10 дана һатылһа, Airbus A380 йылына 60 дана пассажир лайнеры һата [10][11].
Airbus A330-200

Граждандар авиацияһы лайнерҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1970-се йылдарҙы төҙөлгән ике двигателле Airbus A300 самолётынан моделдәр рәте башланып китә. Airbus A300 ҡыҫҡартылған варианты А310 исеме менән билдәле. Был самолет 90-сы йылдар башында Рәсәйҙәге беренсе иномарка була. А300 самолётының етешҙеһлеген иҫәпкә алып комания электродистанцион идара ителә торған А320 самолётын етештерә башлай. 1987 йылда беренсе осошон башҡарған А320 самолёты компанияға уңыш килтерә.

А320 уңышы менән ҡанатланған компания етәкселәре виалайнерҙар рәтен дауам итергә ҡарар итә. Шулай итеп ике двигателле А330 һәм дүрт двигателле А340 самолёттары барлыҡҡа килә. Сағыштырмаса ҡалыныраҡ, конструкция эффектлығын һәм эске яғыулыҡ күләмен арттырыусы ҡанаттар яңы самолёттарҙың айырмалы ү:енсәлеге була. Airbus A340-500 самолёттарының осош алыҫлығы 16 700 км була. Был ара 17 446 км-ға осҡан Boeing 777 самолётынан ҡалышып икенсе урында. Компания был уңышҡа маҡтанып өлгөрмәй. 2005 йылда А340 самолётына 11 генә заказ була, ә конкурент Boeing 777 самолётын 150дана һорайҙар. Нәтижәлә 2011 йылда компания был моделде етештереүҙе туҡтатыу тураһында иғлан итә.

2019 йылдың 11 мартында Airbus Ингольштадт (Германия) ҡалаһында CityAirbus тип аталған беренсе аэротаксиҙы һанай башлай[12].

Аэротакси – пилотһыҙ осоу аппаратына оҡшаған дүрт урынлы осоусы аппарат. Электр тартыу көсөндә эшләй. Киләсәктә, аэротакси ғәҙәттәге автомобиль таксиһенә алтернатива буласаҡ тип күҙаллана. Ҡалалағы тығында ваҡытында медиктарҙы һәләкәт урынына алып барырға уңыйлы буласаҡ

  1. 1,0 1,1 Ҡалып:Cite av media
  2. 2,0 2,1 2,2 Ҡалып:Cite av media
  3. airbus™ noun — Definition, pictures, pronunciation and usage notes | Oxford Advanced American Dictionary at OxfordLearnersDictionaries.com. Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано из оригинала 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  4. https://ru.forvo.com/word/airbus/#en
  5. https://ru.forvo.com/word/airbus/#fr
  6. Интервью: Том Эндерс, гендиректор Airbus // Ведомости, № 166 (1940), 5 сентября 2007
  7. Airbus обрел единоличного владельца, Известия (13 октябрь 2006). 22 декабрь 2015 тикшерелгән.
  8. Orders and Deliveries search page, Boeing. Retrieved 22 April, 2008.
  9. Orders & deliveries 2009 йыл 7 сентябрь архивланған.
  10. Airbus - Orders and Deliveries, Airbus S.A.S. (31 May 2008). 2009 йыл 7 сентябрь архивланған.
  11. Orders and Deliveries search page, Boeing. Retrieved 8 May, 2008.
  12. Airbus начал испытания аэротакси