The Economist
The Economist (ингл. «Эко́номист») — инглиз телле аҙнаһына бер сыға торған яңылыҡтар журналы (баҫма үҙен гәзит тип йөрөтә). Британ медиакомпанияһы The Economist Groupтыҡы.
Бөйөк Британияла 1843 йылдан бирле нәшер ителә. 2012 йылда тиражы 1 600 000 дананан артты, яртыһынан ашыуы Төньяҡ Америкала һатылды[1]. Глобаль йүнәлешлелеге арҡаһында The Economist саф инглиз баҫмаһы ғына итеп һаналмай.
Журналдың төп темалары — сәйәси ваҡиғалар, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, финанс, иҡтисад һәм эшлекле яңылыҡтар, шулай уҡ фән һәм мәҙәниәт. Журнал редакцияһы классик либерализм ҡараштарында тора.
1928 йылдан компания акцияларының яртыһы Financial Times гәзитенеке булып тора, ә икенсе яртыһы бойондороҡһоҙ инвесторҙар ҡулында, улар араһында компания хеҙмәткәрҙәре һәм журнал хәбәрселәре күп.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 'Economist' Magazine Wins American Readers . NPR. Дата обращения: 27 декабрь 2006. Архивировано 5 июнь 2012 года.
Мөхәррирҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- James Wilson 1843–1857
- Richard Holt Hutton 1857–1861
- Walter Bagehot, 1861–1877[6]
- Daniel Conner Lathbury, 1877–1881
- R. H. I. Palgrave, 1877–1883
- Edward Johnstone, 1883–1907
- F. W. Hirst, 1907–1916
- Hartley Withers, 1916–1921
- Sir Walter Layton, 1922–1938
- Geoffrey Crowther, 1938–1956
- Donald Tyerman, 1956–1965
- Sir Alastair Burnet, 1965–1974
- Andrew Knight, 1974–1986
- Rupert Pennant-Rea, 1986–1993
- Bill Emmott, 1993–2006
- John Micklethwait, 2006 – әлеге ваҡытта.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урналдың рәсми сайты 2007 йыл 10 август архивланған. (инг.)
- The Economist Group (инг.)
- ebusinessforum Часть Economist Intelligence Unit. Содержит бесплатные статьи журнала The Economist (инг.)