Эстәлеккә күсергә

«Хәрби дан ҡалаһы» (Хабаровск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Хәрби дан ҡалаһы»
Нигеҙләү датаһы 29 август 2015
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Хабаровск
Автор Щербаков Салауат Александрович, Воскресенский, Игорь Николаевич[d], Перфильев, Василий Валерьевич[d] һәм Ишкильдина, Галия Александровна[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән гранит[d] һәм бронза
Архитектура стиле архитектура нового классицизма[d]
Карта
 «Хәрби дан ҡалаһы» (Хабаровск) Викимилектә

«Хәрби дан ҡалаһы» стелаһы — Хабаровскиға Рәсәй Федерацияһының «Хәрби дан ҡалаһы» маҡтаулы исеме бирелеүенә арналған һәйкәл.

Рәсәй Федерацияһы Президенты № 1468 Указына ярашлы 3 ноябрь, 2012 йыл Хабаровскиға Рәсәй Федерацияһының «Хәрби дан ҡалаһы»[1] маҡтаулы исеме бирелә.

«

УКАЗ
Президента Российской Федерации

О присвоении г. Хабаровску почётного звания
Российской Федерации «Город воинской славы»

За мужество, стойкость и массовый героизм, проявленные
защитниками города в борьбе за свободу и независимость Отечества,
присвоить г. Хабаровску почётное звание Российской Федерации
«Город воинской славы»

Президент Российской Федерации
В. Путин

Москва, Кремль
3 ноября 2012 года

»

Указға ярашлы 2006 йылдың 1 декабрендә Хабаровскиҙа ҡала гербы һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты указдары тексы ҡуйылған стела төҙөлә.

Һәйкәл асыу тантанаһы 2015 йылдың 29 авгусында, Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙың 70 йыллығына үткәрелә.

Стела Тургенев урамында Хабаровскиҙың төп Муравьев-Амурский урамы менән йәнәш, Амур йылғаһынан бер нисә йөҙ метр алыҫлыҡта урынлаша

Төҙөү урынын һайлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1886 йылда был урында Успенский соборы тора. 1930 йылда ул һүтелә. Уның урынында 1956 йылда Алыҫ Көнсығыш Граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл ҡуйыла. 1992 йылда һәйкәл торған урамға элекке исеме — Көнсығыш Себер генерал-губернаторы граф Н, Н. Муравьев- Амурскийҙың исемекире ҡайтарыла. 2001 йылда шул уҡ урында Успенский соборы тергеҙелә, уға тиклем бында булған Совет Армияһының округ офицерҙар йорто паркы бөтөрөлә. Парк территорияһының бер өлөшөн автоторош биләй, парктың икенсе өлөшө ташландыҡҡа әйләнә. Элекке паркы территорияһындағы ошо урында төҙөлөш эштәре 2014 йылда башлана.

2015 йылдың 29 авгусында һәйкәл асыу тантанаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың 29 авгусында иртән сәғәт 11:00 стела асыу тантанаһы үтә. Тантанала ҡатнаша: Хабаровск ҡала мэры Александр Николаевич Соколов, Хабаровск крайы губернаторы Шпорт Вячеслав Иванович, Көнсығыш хәрби округы ғәскәре командующийы генерал-полковник Суровикин Сергей Владимирович, Хабаровск һәм Приамурье митрополиты Игнатий, Икенсе донъя һуғышы ветерандары, шулай уҡ кадеттар һәм мәктәп уҡыусылары һәм башҡалар).

Һәйкәл тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Стела «Город воинской славы» (Хабаровск) вид из парка.jpg
Дан паркынан ҡарағанда стела һәм Успенский соборы.

Бейек булмаған квадрат постамент уртаһына 10 метр самаһы бейеклектәге стела ҡуйылған. Ул ослайып бөтә, башында ике башлы Рәсәй Федерацияһы гербы.

Стеланың алғы яғына Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы тексы яҙылған бронза картуш, артҡы яғында — Хабаровскиҙың гербы төшөрөлгән картуш ҡуйылған. Стеланың дүрт ҡабырға яғында дүрт бронза барельеф беркетеп ҡуйылған.

Постаментың дүрт мөйөшөнә пилондар, уларҙың һәр бреһендә икешәр бронза барельеф беркетелгән.

Хабаровск ҡалаһы халҡының батырлыҡ һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы тарихы барельефтарҙа кәүҙәләндерелгән. Шулай уҡ уларҙа Хабаровскиҙың билдәле һәйкәлдәре лә һүрәтләнгән.

Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнөндә, бер йылдан һуң (2016 йылдың сентябрендә) һәйкәлдең цоколь бинаһында патриотик тәрбиә үҙәге асыла.

Һәйкәл тирә-яҡ территорияһы менән капитан Дьяченко урамы араһында Дан скверы булдырыла.

10 һум




Хабаровскиҙан

2015 йылда әйләнешкә ҡалаға маҡтаулы исмем биреү хөрмәтенә Рәсәй иҫтәлекле 10 һумлыҡ тәңкә инә.

  • Хәрби дан ҡалалары исемлеге
  1. 3 ноября 2012 года № 1468. — «О присвоении г. Хабаровску почётного звания Российской Федерации „Город воинской славы“». Архивировано 7 ноябрь 2012 года.