Эстәлеккә күсергә

Атаман ихатаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Атаман ихатаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Старочеркасская станицаһы
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта

Атаман хужалығы — архитектура комплексы, уға атаман Ефремовтарҙың поместьеһы һәм Ефремовтарҙың Дон йорт сиркәүе инә.

Архитектура комплексының беренсе эелементы булып Мәскәү яны байҙарының һарайҙары өлгөһөндә төҙөлгән атаман һарайы тора. Был ике ҡатлы ҡоролма XVIII быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән, 1740 йылда Черкасск ҡалаһы планында поместье юҡ, әммә 1759 йылғы картала был бинаның планы бар, һәм ул йәшерен советник Ефремов Данила тарафынан яңынан төҙөлгән бина тип билдәләнгән. Һарайҙы төҙөү 1761 йылда тулыһынса тамамлана, уны Дон Божья Матерь хөрмәтенә төҙөлгән сиркәү менән бергә изгеләндерәләр[1]. Башта икенсе ҡаты ағастан булған. 1845 йылда янғындан һарай зыян күрә, шунан һуң уны тышҡы ҡиәфәтенә классик стиль элементы биреп, таш менән тергеҙәләр. Һарайҙа бөтәһе 21 бүлмә була, дөйөм майҙаны 1000 м² тәшкил итә.

Атаман һарайы менән йәнәш Ефремовтарҙың Дон йорт сиркәүе (1756—1761 йй) урынлаша. Ғибәҙәтхана ул ваҡытта Рәсәйҙә популяр булған, бигерәк тә ауыл ерендә, һигеҙ ҡырлыға дүрт ҡырлы принцибы буйынса төҙөлгән. XIX быуатта Николай Чудотворец һәм Даниил Столпникҡа бағышлап төкәтмәләр төҙөйҙәр, манараны сиркәү менән берләштерәләр. Ғибәҙәтханала иконостас булған. Һигеҙ ҡыңғырауҙың иң ҙуры 2,5 тоннанан ашыу булған. Ғибәҙәтхананың алтаре артында Ефремовтарҙың нәҫелдән килгән зыяраты урынлашҡан. Шунда атаман ҡатын Меланья Карповна ерләнгән[2].


Комплекстың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, XVIII быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән атамандарҙың элекке аш-һыу бүлмәһендә «Казактар-некрасовсылар — Булавин ихтилалында ҡатнашыусыларҙың тоҡомо» күргәҙмәһе ҡуйылған.

  1. Атаманское подворье 2017 йыл 15 август архивланған. Министерство культуры Ростовской области
  2. Достопримечательности Аксайского района