Еңеү паркы (Севастополь)
Еңеү паркы | |
Нигеҙләү датаһы | 1975 |
---|---|
Дәүләт |
Украина Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Гагаринский район[d] |
Архитектор | Израиль Ефимович Фиалко[d] |
Еңеү паркы Викимилектә |
Севастополдә Еңеү паркы — ҡаланың Гагарин районында, Круглый һәм Стрелецкий ҡултыҡтары араһында урынлашҡан. Бөгөнгө дөйөм майҙаны 50 гектар тәшкил итә. Еңеү паркы популяр ял итеү урыны булып тора. Уны Севастополдең 220 йыллығына ҡуйылған Георгий Победоносец һәйкәле биҙәп тора. Паркта бер нисә иҫтәлекле урындар, күңел асыу комплексы, пляж бар.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Паркка 1975 йылда нигеҙ һалына. Еңеү паркы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 30 йыллығына арнала. һәйкәлде булдырыуҙа ҡаланың барлыҡ коллективтары ла ҡатнаша.
Планлаштырыу идеяһының төп нигеҙе булып СССР-ҙың герой ҡалаларына арналған аллея булдырыу тора. 1977 йылдың 9 октябрендә ун бер герой-ҡалаға арналған аллеялар булдырыла. Уларҙың һәр береһендә герой-ҡалалар климат зонаһына ярашлы ағастар ултыртылған:
- Мәскәү аллеяһында — ҡайын һәм шыршы;
- Ленинград аллеяһында — йүкә;
- Киев аллеяһында — каштан;
- Севастополь аллеяһында — ленкоран акацияһы;
- Одесса аллеяһында — аҡ акация;
- Тула аллеяһында — ҡайын;
- Керчь һәм Новороссийск аллеяһында — сәтләүек;
- Брест аллеяһында — ҡарама;
- Минск аллеяһында — тал;
- Волгоград аллеяһында — тирәк.
1983 йылда — Севастополь водолаздар мәктәбе үҙенең 100 йыллығына арнап өҫтәмә аллея ултырта. Һуңғараҡ, ошо уҡ йылда, Олимпийсылар аллеяһы барлыҡҡа килә, ул СССР йыйылма командаһының ҙур спорт ҡаҙаныштары хөрмәтенә булдырыла.
Артабан Еңеү паркы тайпылышһыҙ үҫә, барлыҡҡа унда яңы иҫтәлекле участкалар барлыҡҡа килә:
- Үҙәк һәм Комсомол аллеяһы;
- Табиптар аллеяһы, Афғанстан яугирҙәре, ҡаланың 200 йыллығы аллеялары;
- Партизан-подпольщиктар урманы, Ҡара диңгеҙ флотының 200-йыллығы һәм уның гидрография хеҙмәте аллеяһы;
- «Матрос Железняк» бронепоезы геройҙары аллеяһы.
Еңеү паркы илдең үҫеш һәм тарҡалған ваҡытын кисерә. Шулай, СССР тарҡалғандан һуң тулыһынса тиерлек ташландыҡ хәлдә булып, уны яҡлау һәм үҫтереүгә лә иғтибар бирелмәй. Бары тик 2008 йылда ғына паркта реконструкция үткәрелә. Гагарин район хакимиәте ике айлыҡ таҙалыҡ акцияһы үткәрә. Был ваҡытта парктан 250 м³ сүп-сар сығарыла. 2009 йылдың 9 майында яңыртылған Еңеү паркын тантаналы асалар. Таш түшәлгән юлдар, яңы эскәмйәләр, колонналы ротондалар булдырыла — Георгий Победоносец монументы ла тергеҙелә. Бөгөн юлдарға плиткалар түшәлгән, аллеяға йөҙ илленән ашыу эскәмйәләр урынлаштырылған, 150-нән ашыу ватылмай торған быяла плафонлы фонарҙар ҡуйылған, парк беседкалар менән йыһазландырылған. Паркта бер нисә иҫтәлекле урындар, күңел асыу инфраструктура объекттары бар.
2014 йылдың 9 майында яңы һалынған парк зонаһы «Рәсәй аллеяһы» булдырыла. Шул уҡ йылдың сентябрендә «Рәсәй аллеяһы» тәбиғәт паркы булдырыуҙың махсус планын төҙөү тураһында иғлан ителә, был участканың майҙаны 3 гектарға яҡын, планда илдең 85 төбәгенең үҫемлек баҡсаларын булдырыу ҡаралған.
Заманса инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парк аллеяһы ваҡ ҡырсын таш түшәлгән, йыһазландырылған пляждарға алып бара. Яр буйында йәйге кафелар эшләй, йыл әйләнәһенә эшләүсе арҡанлы парк, «Хорошо» күңел асыу үҙәге бар. Һуңғыһында мини-стадион булдырылған. Айырым объекттар булып тора:
- Зурбаган аквапаркы;
- биш йондоҙло «Аквамарин» ҡунаҡханыһы, уның янында хәҙерге заман пляжы.
- «Парк-ҡунаҡхана[1] апартаменттары комплексы»
Парк территорияһына автомобилдәрҙә инеү тыйылған. Ял итеүселәрҙе ташыу өсөн махсус транспорт хеҙмәте — электромобилдәр ҡаралған, улар маршрут буйынса йөрөй.
Нисек барырға
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың теләгән бер районынан Еңеү паркына автобуста йә маршрут таксиҙарында барырға мөмкин. Туҡталыш атамаһы «Еңеү паркы». Парк территорияһын электромобилдәр хеҙмәтләндерә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Апартаменты "Парк-Отель" г. Севастополь - Апартаменты Парк Отель в Севастополе. Официальный сайт. www.parkhotelsevastopol.ru. Дата обращения: 11 ғинуар 2017.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Севастополь. 30 иң яҡшы урын. Фотоальбом-белешмә — Нәшриәт: Альбатрос, Иблес, 2014
- А. Гусаченко. Минең Севастополь. Фотоальбом — «Полмет ГМБХ», 2010.
Баҫма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- - О Парке Победы в Севастопольской Правде, Пнд, 10/09/2012 2019 йыл 26 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Севастополь онлайн 2021 йыл 20 октябрь архивланған.
- На официальном сайте Правительства Севастополя(недоступная ссылка)
- О проекте реконструкции Парка Победы на новостном портале Севастополя 2019 йыл 26 март архивланған.
- О реконструкции Парка Победы на новостном портале 2017 йыл 26 март архивланған.
- Виртуальный Севастополь
- Туристический портал Крыма
- Крым онлайн 2021 йыл 20 октябрь архивланған.
- Служба новостей «Новости Крыма»
- КрымИнформ
- Вебкамера, установленная в Парке Победы
- Извещение о результатах определения поставщика на выполнение проектно-изыскательских работ по объекту: «Реконструкция и благоустройство Парка Победы, г. Севастополь» на официальном сайте Правительства Севастополя(недоступная ссылка)
- Извещение № 38 о результатах определения поставщика на оказание услуг по содержанию зеленых насаждений на территориях Парка Победы, г. Севастополь на официальном портале Правительства Севастополя(недоступная ссылка)
- Новость о субботник в Парке Победы с участием губернатора города на официальном портале органов государственной власти Севастополя(недоступная ссылка)
Видео
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Архивные фото на сайте crimea.vgorode.ua 2021 йыл 21 октябрь архивланған.
- Видео «Севастополь памятник Георгию Победоносцу Парк Победы с высоты птичьего полета»
- Видео «Достопримечательности в Парке Победы, Севастополь»