Эстәлеккә күсергә

Изге Маврикий сиркәүе (Галле)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изге Маврикий сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 1557
Рәсем
Изображение интерьера
Кем хөрмәтенә аталған Святой Маврикий[d]
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Галле
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 92 метр[1]
Бағышланған Святой Маврикий[d]
Архитектура стиле готик архитектура[d]
Дни работы Tuesday to Friday[d], Шәмбе, Йәкшәмбе һәм Tuesday to Sunday[d]
Мираҫ статусы мәҙәниәт ҡомартҡыһы[d]
Бейеклеге/буйы 22 метр
Адрес An der Moritzkirche 8, 06108 Halle (Saale)
Рәсми сайт mauritius-elisabeth.de
Карта
 Изге Маврикий сиркәүе (Галле) Викимилектә

Изге Маврикий сиркәүе (нем. Zu Moritzkirche Halle) — Галле ҡалаһында Саксония-Анхальт федераль ерендәге готик сиркәү

Галлела иң матур сиркәү, шулай уҡ ҡаланың боронғо культ ҡоролмаһы булып тора.

Магдебург архиепсикоплығын ҡурсалаусы Изге Маврикийға бағышланған сиркәү иҫке Галленың көньяҡ өлөшөндә мәхәллә сиркәүе сифатында XII быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килә, һәм 1184 йылда изге Маврикий коллегиаль сиркәүе булараҡ ҡулланыла.

Әлеге сиркәүҙең төҙөлөшө юғары готика стилендә 1388 йылда Конрад фон Айнбек етәкселеге аҫтында башлана (нем. Von Conrad Einbeck, 1360—1428): көнсығыш яғында хор һәм алтарь өлөшө төҙөлә. План буйынса, 1453—1510 йылдарҙа төҙөлгән сиркәүҙең көнбайыш яғын ике манара осларға тейеш була, әммә был финанс сәбәптәр менән тормошҡа ашырылмай.

1519 йылда августин капитулы таратыла, ә изге Маврикий сиркәүе доминикансылар орденына тапшырыла, бынан алда ул кафедраль собор итеп төҙөкләндерелә.

Галлеға протестант дине индерелгәндән һуң доминикан монастыры ябыла, һәм 1542 йылда ҡала милкендә булған сиркәү инжил общинаһына тапшырыла.

XVII быуат аҙағында, 1694 йылдан алып 1697 йылға тиклем сиркәүҙең көнбайыш фасады өҫтөндә барокко стилендә башня-манара төҙөлә, 1789 йылда өлөшләтә емерелгәндән һуң ул һүтелә.18011803 йылдарҙа уға алмашҡа әлеге өҫҡорма төҙөлә.

1806 йылдан алып 1808 йылға тиклем сиркәүгә йәнәш торған конвенттың иҫке бинаһы һәм монастырь һүтеп алына. Ахыр сиктә, урта быуат участкаһы төҙөлөшөнән, сиркәүҙән тыш, изге Иоанн госпитале бинаһы ғына һаҡлана.

1970 йылдан сиркәү бинаһын ҡаланың католик общинаһы ҡуртымға ала. Ул изге Маврикий һәм Павелға бағышланған мәхәллә сиркәүе сифатында ҡулланыла.

  • Brülls/Dietzsch: an der Saale Halle Architekturführer. Verlag Dietrich Reimer, 2000 Berlin, ISBN 3-496-01202-1.
  • Achim Todenhöfer: Gotteslob Steinernes. Stadt mittelalterlichen Kirchen der Halle Die. In: der Geschichte Stadt Halle, Bd. 1, Halle Mittelalter Neuzeit Frühen und der im. Mitteldeutscher Verlag, 2006 Halle, 207-226 S., ISBN 978-3-89812-512-3.
  • Wulf Schadendorf: Moritzkirche zu Die Halle. Berlin, 1965.
  1. https://www.geonames.org/11822477