Клара Новикова эшләпәһенә һәйкәл
Клара Новикова эшләпәһенә һәйкәл | |
Дәүләт |
Украина Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ялта[d] |
Жанр | паблик-арт[d] |
«Клара Новикова эшләпәһе» һәйкәле (рус. Памятник «Шляпа Клары Новиковой») — Ҡырымдың Ялта ҡалаһында Юмор аллеяһында, яр буйында урынлашҡан «Юбилейный» концерт залы эргәһендә ҡуйылған һәйкәл.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юмор аллеяһы 2004 йылда Ялтала үткән Сатира һәм юмор фестивале һәм уны ойоштороусылар Владимир Моисеенко менән Владимир Данилецтың тырышлығы һөҙөмтәһендә булдырыла[1].
Шулай уҡ төрлө йылдарҙа Михаил Жванецкий портфеле (2004), Аркадий Арканов жилеты (2005), Александр Ширвиндт төрөпкәһе (2006), Иосиф Кобзон микрофоны (2007), Михаил Вашук менән Николай Бандуриндың төртмә дүрт юллыҡтары хөрмәтенә «гитара һәм гармун» скульптуралары (2015)[1] барлыҡҡа килә.
Рәсәйҙең халыҡ артисы Клара Новикова һәйкәле 2014 йылдың июлендә «Мәскәү — Ялта — Транзит» юморт һәм эстрада фестивале көндәрендә асыла. Скульптураны Клара Новикова үҙе аса[2].
Тантаналарҙа фестиваль президенты Михаил Ашумов, фестивалдең жюри рәйесе, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, яҙыусы Аркадий Арканов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Николай Бандурин һәм Симон Осиашвили, скрипкасы Степан Мезенцев, вазифалы һәм яуаплы шәхестәр, шулай уҡ һәйкәлдең авторҙары Игорь һәм Элеонора Лисенкондар ҡатнаша[2].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скульптура композицияһы бронзанан эшләнгән. Ул эшләпәлә көҙгөләге кеүек сағыла, аҫтараҡ Клара Новикованың иң популяр героиняһының исеме — Соня инәй тип яҙылған[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юмор аллеяһы (Ялта)
- Жванецкий портфеле һәйкәле
- Арканов жилеты һәйкәле
- Ширвиндт төрөпкәһенә һәйкәл
- Кобзон микрофонына һәйкәл
- Гитара һәм гармун скульптураһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Памятники Ялты: серьезные и с чувством юмора . Дата обращения: 2019 Փետրվար 12. 2019 йыл 6 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Клара Новикова открыла в Ялте памятник... своей шляпке (ФОТО) . 2021 йыл 5 май архивланған.