Пастернак һәйкәле (Пермь)
Пастернак һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Пермь |
Борис Пастернак һәйкәле — Пермь ҡалаһының иҫтәлекле урындарының береһе. 2009 йылдың 12 июнендә, Ҡала көнөндә асыла һәм Рәсәйҙә шағир һәм яҙыусының беренсе һәйкәле була.
Һәйкәл Опера театры эргәһендә скверҙа ҡуйыла. Бюстың скульпторы Елена Мунц, пьедестал архитекторы Петр Попов-Серебряков.
Һәйкәл Пастернакты елгә елберҙәгән шарф һалынған йәш кеше итеп һүрәтләй. Шағир Пермдә 1916 йылдың яҙында бер нисә тапҡыр була. Шул саҡта Всеволод-Вильва ҡасабаһында йәшәгән, унда уны билдәле биохимик Борис Збарский саҡырған. Пастернак ғалимға эштәрендә ярҙам иткән, ә буш ваҡыттарында тирә-яҡ буйлап сәйәхәт иткән. Уралда булыуы уның шихри ижадына импульс бирә, һәм ул пианист карьераһы тураһындағы фекерҙәренән баш тарта.
Нәҡ Пермь ҡалаһы Пастернактың «Доктор Живаго» романында һүрәтләнгән Юрятин ҡалаһының прообразы була.