Эстәлеккә күсергә

Поляктар йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Поляктар йорто
бел. Дом Полякаў
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Дата производства 1903
Архитектура стиле эклектика[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Карта
 Поляктар йорто Викимилектә

Поляктар йорто (Ляхович йорто) — Минск ҡалаһында XIX быуат аҙағындағы тарихи бина, архитектура ҡомартҡыһы (номеры 712Г000145). Адресы: Мясников урамы, 76-сы йорт, Мясников майҙанында.

Бина килем йорто булараҡ XIX быуат аҙағында төҙөлгән (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1903 йылда). Хужаһы Вениамин Элевич (Ильич) һәм Перла Поляк. 1904 йылда йорт Казимир Адольфович Ляховичҡа, аҙаҡ йәһүд үҙәк хәйриә йәмғиәтенә күсә. Был ваҡытта унда 7- се ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы һәм 5-се бер синыфлы мәхәллә училищеһы, ә һуңғараҡ — 3-сө йәһүд ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы урынлаша. Октябрь революцияһынан һуң мансардаһы торлаҡ итеп бирелә, унда 1939 йылға тиклем яҙыусы Янка Мавр йәшәй. Беренсе һәм икенсе ҡатында 31-се урта мәктәбе урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң торлаҡ йорт була, БССР Мәғариф министрлығы ҡарамағына күсә. 1990—1998 йылдарҙа йорт реконструкциялана һәм уға ике ҡат өҫтәлеп төҙөлә[1][2][3].

Бина эклектика стилендә төҙөлгән. Төп фасады симметриялы композицияға эйә. Йәйәгә оҡшаған фронтон менән мезонины, өслө тәҙрә һәм суйындан ҡойолған семәрле рәшәткәле балконы менән айырылып тора. Икенсе ҡат тәҙрәләре ярым түңәрәк формала, ҡалғандары тура мөйөшлө. Фасадтарын ике кәрниз бүлкәте һәм ионик ордерының пилястралары биҙәй[2].

  1. Воложинский В. Мясникова. Минск старый и новый (8 декабрь 2014). Дата обращения: 7 февраль 2019. 2019 йыл 23 апрель архивланған.
  2. 2,0 2,1 Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Мінск / С. В. Марцелеў (гал. рэд). — Мн.: Беларуская савецкая энцыклапедыя, 1988. — С. 166. — 333 с. — (Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі). — 8000 экз. — ISBN 5-85700-006-8.
  3. Зуева Е. Мясникова, 76. Квартира Янки Мавра с красивым балконом и две трагедии из-за любви. Недвижимость tut.by (27 сентябрь 2017). Дата обращения: 7 февраль 2019. 2019 йыл 9 февраль архивланған.