Якуб Колас исемендәге милли академия драма театры
Якуб Колас исемендәге милли академия драма театры | |
Нигеҙләү датаһы | 1926 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Якуб Колас |
Дәүләт | Беларусь |
Административ-территориаль берәмек | Витебск |
Урын | Витебск |
Арт-директор | Валерий Данилович Анисенко[d] |
Мираҫ статусы | государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d] |
Рәсми сайт | kolastheatre.by |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Шәхестәр:Якуб Колас исемендәге Витебск театры |
Якуб Колас исемендәге милли академия драма театры Викимилектә |
Якуб Колас исемендәге милли академия драма театры (нем. Якуб колас тэатр Нацыянальны драматычный акадэмічны імя) — Витебск (Белоруссия) ҡалаһындағы драма театры
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Театр 1926 йылдың 21 ноябрендә Витебск ҡалаһында Мәскәүҙә Белоруссия драма студияһын тамалаусыларынан Икенсе Белоруссия Дәүләт театры булараҡ ойошторола. Башта театр репертуары был студия әҙерләгән спектаклдәрҙән тора. Тәүге спектакль — И. Бэндың «В былые времена» спектакле. Студия шулай уҡ театр өсөн А. Ремизов эшкәртеүендә «Царь Максимилиан», Н. Мицкевич эшкәртеүендә У. Шекспирҙың «Сон в летнюю ночь», Е. Жулавскийҙың «Эрот и Психея», Еврипидтың «Вакханка» спектаклдәрен әҙерләй. 1920 йылдар аҙағында театрҙа Б. Лавреневтың «Разлом», В. Вишневскийскийҙың «Первая конная» спектакләдре ҡуйыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1941 йылдан театр Уральск ҡалаһында эшләй, ә һуңынан (1943—1944) — Орехово-Зуево ҡалаһында. 1944 йылдың октябрендә театр Витебск ҡалаһына ҡайта.
1944 йылда театрға Якуб Колас исеме бирелә. 1946 йылда В. Вольскийҙың «Нестерка» спектакле өсөн театрға Сталин премияһы бирелә.1964 йылдан театр Витебсктың Мең йыллығы майҙанындағы бинала эшләй (1958 йылда төҙөлгән, архитекторҙары А. Максимов, И. Рыскина). 1977 йылда театрға академия исеме, 2001 йылда — милли исеме бирелә.
Театр бинаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге театр бинаһы (архитекторҙары А Максимов һәм И. Рыскина) 1958 йылда төҙөлгән. Төп фасады Витебсктың 1000 йыллығы майҙанына (элек — Театр майҙаны) ҡарап тора. Төп фасады өс мөйөшлө фронтон менән тамамланған һигеҙ колонналы портик рәүешендә. Ҡабырға фасадтары руст, пилястрҙар менән биҙәлгән. Артҡы фасады дүрт колонналы портик рәүешендә. Партер һәм ике балкон менән өс яруслы тамаша залы 758 тамашасыны һыйҙыра[1] .
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Витебск: Энциклопедический справочник / Гл. редактор И. П. Шамякин. — Мн.: БелСЭ им. П. Бровки, 1988. — 408 с. — 60 000 экз.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гісторыка-дакументальная хроніка горада Віцебска: У 2-х кн. Кн. 2-я / Рэдкал.: Г. П. Пашкоў і інш.. — Мн.: БелЭн, 2003. — С. 495-470. — 680 с. — 5000 экз. — ISBN 985-11-0257-1. (белу. теле)
- Витебск: Энциклопедический справочник / Гл. редактор И. П. Шамякин. — Мн.: БелСЭ им. П. Бровки, 1988. — 408 с. — 60 000 экз.