Егоров Александр Ильич

Александр Ильич Егоров (13 октябрь 1883 йыл — 23 февраль 1939 йыл) — совет хәрби етәксеһе, Советтар Союзы Маршалы (1935).

Егоров Александр Ильич
рус. Александр Ильич Егоров
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 13 (25) октябрь 1883[1]
Тыуған урыны Быҙаулыҡ, Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2] (55 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө Үлем язаһы
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Хәләл ефете Галина Антоновна Егорова[d][3]
Һөнәр төрө сәйәсмән, офицер, военный командир
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Ҡаҙан хәрби училищеһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Хәрби звание Советтар Союзы Маршалы һәм полковник[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Совет-поляк һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d] һәм Сухопутные войска СССР[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Егоров Александр Ильич Викимилектә

Беренсе донъя һуғышы өсөн — Георгий ҡоралына һәм Граждандар һуғышы өсөн Почетлы революцион ҡоралына лайыҡ була.

1918 йылдың июленән РКП(б) ағзаһы.

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Троцкий һәм Егоров Харьковта ҡаланы аҡтарға ҡалдырып китер алдынан 1919
Файл:St 14.jpg
Егоров һәм Сталин
 
Беренсе биш Советтар Союзы маршалдары (һулдан уңға): Тухачевский, Ворошилов, Егоров (ултыралар); Будённый һәм Блюхер (торалар)

1883 йылдың 13 (25) октябрендә Һамар губернаһы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе) Быҙаулыҡ ҡалаһында күп балалы мещан ғаиләһендә тыуа.

1901 йылда Һамар классик гимназияһын тамамлай.

Император армияһында хеҙмәте

үҙгәртергә

Шул уҡ йылда ирекле хәрби хеҙмәткәр булып Несвиж гренадер полкына ҡабул ителә. Беренсе разряд менән Ҡаҙан пехота юнкер училищеһын тамамлай (1902—1905 йылдарҙа уҡый). 1905 йылдың 22 апрелендә подпоручик дәрәжәһендә сығарыла (1904 йылдың 9 апреленән ололоҡ менән) һәм 13-се Эриван лейб-гренадер полкына тәғәйенләнә.

Автобиографияһында, 1904 йылда эсерҙәргә ылыҡтым, тип яҙа.

Рус император армияһының кадрҙағы хәрби хеҙмәткәре, Беренсе донъя һуғышы ҡатнашыуысыһы. 1916 йылдың ғинуарында капитан дәрәжәһендә Алексеев хәрби училищеһы ҡарамағында хеҙмәт иткән Егоров Бөйөк Кенәз Михаил Николаевич Тифлис хәрби училищена күсерелә, унда ул хәрби фәндәрҙе прапорщиктарҙы әҙерләгән тиҙләтелгән курста уҡыта[4], бер үк ваҡытта училище начальнигы ярҙамсыһы булып тора. 1916 йылдың 21 авгусында 2-се Кавказ кавалерия корпусы штабы йомоштар буйынса штаб-офицеры вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе итеп тәғәйенләнә[5]. 1916 йылдың 6 декабренән подполковник дәрәжәһендә (1916 йылдың 15 авгусынан ололоҡ (старшинство)[6]). Артабан батальон менән етәкселек итә, ә һуңынан 132-се Бендер пехота полкы менән, башта ошо уҡ дәрәжәлә, артабан — полковник дәрәжәһендә. Биш тапҡыр яралана һәм контузиялана.

Февраль революцияһынан һуң, подполковник дәрәжәһендә, эсерҙар партияһына инә[7].

1917 йылдың ноябрь айында мин, ул ваҡытта уң эсер булған, подполковник А. И. Егоровтың сығышын тыңланым, ул үҙенең сығышында иптәш Ленинды авантюрист, немецтарҙың илсеһе тип атаны. Ахыр сиктә, уның бөтә телмәре, һалдаттарҙы көрәшсе-революционер булараҡ эшселәр синыфы һәм крәҫтиәндәр азатлығы өсөн көрәшкән Ленинға, ышанмаҫҡа өндәүгә ҡайтып ҡалды.

Г. В. Жуковтың нарком Ворошиловҡа яҙған ғаризаһынан[8]

Граждандар һуғышында ҡатнашыуы

үҙгәртергә

Октябрь революцияһынан һуң РККА-ның ойошторолоуы тураһындағы Декретты әҙерләүҙә ҡатнаша. 1918 йылдың ғинуарынанВЦИК-тың Хәрби бүлегендә хеҙмәт итә. РККА-ла 1918 йылдан тора, Ҡыҙыл Армияны офицерҙар менән тәьмин итеү өсөн яуаплы була, әсирҙәр һәм ҡасаҡтар мәсьәләләре менән шөғөлләнә, 1918 йылдың авгусынан, Граждандар һуғышы осоронда, армиялар һәм фронттар менән етәкселек итә (мәҫәлән, Һамар һәм Царицыно тирәһендәге хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнаша), ә һуңынан — Совет-поляк һуғышында (1919—1921).

1918 йылдың 26 декабренән 1919йылдың 25 майына тиклем — 10-сы армия командующийы . 1919 йылдың май айында Плетнев эргәһендәге алышта (Һал йылғаһы янында) ҡаты яралана. 1919 йылдың июль-октябрендә — 14-армия командующийы.

1919 йылдың ғинуарынан 1920 йылдың октябренә тиклем — Көньяҡ фронты ғәскәрҙәре командующийы. 1920 йылдың ғинуар-декабрендә — Көньяҡ-Көнбайыш фронт ғәскәрҙәре командующийы.

А. И. Егоровты мин ныҡ ихтирам итә инем. Уның йөҙөндә мин революцион идеалға тоғро булған, уға үҙенең белемен һәм тәжрибәһен ихлас биргән күренекле хәрби белгесте күрә инем. Миңә уның үҙ-үҙен баҫалҡы тотоуы, элекке офицерҙар һымаҡ, үҙенең белемлеге менән ҡупраймауы оҡшай ине. Айырыуса мине уның батырлығы, армия командующийы булып та, кәрәк булған саҡта, ҡыҙылармеецтар менән бергә атакаға йөрөгәне әсир итә ине

[9]

Граждандар һуғышынан һуң

үҙгәртергә

1920 йылдың декабре — 1921 йылдың апрелендә — Киев хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы. 1921 йылдың апреленән сентябргә тиклем — Петроград хәрби ғәскәрҙәре округы командующийы.

1921 йылдың сентябре — 1922 йылдың ноябрендә — Көнбайыш фронты командующийы. 1922 йылдың феврале — 1924 йылдың майы — Кавказ Ҡыҙыл Байраҡ армияһы командующийы.

1924 йылдың апреленән 1925 йылдың мартына тиклем — Украин хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы. 1925—1926 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе була. 1926 йылдың майынан 1927 йылдың майына тиклем — СССР ВСНХ-һының хәрби-сәнәғәт идаралығы начальнигы урынбаҫары. 1927 йылдың майы — 1931 йылдың апрелендә — Белорус хәрби округы ғәскәҙәренең командующийы.

1931 йылдың июненән 1935 йылдың сентябренә тиклем — РККА Штабы начальнигы. 1935 йылдың майынан 1937 йылдың сентябренә тиклем — РККА-ның генераль штабы начальнигы.

1934 йылдың февралендә ВКП(б)-ның XVII съездында ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат итеп һайлана. 1935 йылда СССР-ҙың оборона наркомы Ворошилов үҙенең бойороғо менән Егоров хөрмәтенә 37-се Новочеркасск уҡсылар дивизияһы исемләнә.

1937 йылдың 11 майынан алып — СССР-ҙың оборона Наркомының 1-се урынбаҫары[10].

1937 йылдың 12 декабрендә Смоленск өлкәһенән СССР-ҙың 1-се саҡырылышы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РККА-лағы Сталин репрессиялары осоронда Егоров йәберҙә була. Элек Егоровты «күренекле ғәскәри етәксе һәм еңеү ойоштороусыларыныың береһе» итеп билдәләгән Сталин шәхсән үҙе маршалды тәнҡиткә дусар итә:

Беҙҙә Советтар Союзы Маршалдары бишәү булыуы билдәле. Улар араһында был званиеға иң лайыҡһыҙы Егоров ине, Тухачевский тураһында һүҙ ҙә йөрөтмәйем. Егоров — сығышы менән офицерҙар ғаиләһенән, элекке тормошонда — полковник, ул беҙгә икенсе лагерҙан килде һәм башҡа телгә алынған иптәштәргә ҡарағанда маршал званиеһына хоҡуғы ла аҙ ине, шулай булыуға ҡарамаҫтан Граждандар һуғышындағы хеҙмәттәре өсөн беҙ уға звание бирҙек…

Сталиндың телмәренән 22.01.1938[11]

1938 йылдың ғинуарында ВКП(б)Үҙәк Комитеты Политбюрһы ҡарарына ярашлы Егоров СССР-ҙың Оборона Наркомы урынбаҫары вазифаһынан төшөрөлә һәм «һуңғы һынау сифатында» Кавказ аръяғы хәрби округы командәющийы вазифаһына күсерелә.

СССР Оборона халыҡ комиссары урынбаҫары иптәш Егоров А. И. РККА штабы начальнигы вазифаһында ҡәнәғәтләнерлек дәәржәлә эшләмәне, Генераль Штабы эшен, поляк, немец һәм итальян разведкаларының яуыз шпиондарына, Левичев һәм Межениновҡа, йөкмәтеп, тулыһынса юҡҡа сығарҙы[11][12]}}.

1938 йылдың 28 февраленән 2 мартҡа тиклем ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзалары араһында һораулама алыу Егоров ВКП(б) Үҙәк Комитеты составынан сығарыла.

Ҡулға алыу һәм язалау

үҙгәртергә

1938 йылдың 8 февралендә уның икенсе ҡатыны — Галина Цешковская — ҡулға алына. 27 мартта Егоров үҙе лә ҡулға алына, ҡулға алыу ордеры бер ай һуң яҙылған[8].

26 июлдә НКВД наркомы Ежов раҫлау өсөн Сталинға атып үлтереүгә тәҡдим ителгән исемлекте тапшыра, исемлектә 139 фамилия була. Сталин исемлектән Егоров фамилияһын һыҙып ташлай һәм резолюция ҡуя: «138 кешене лә атып үлтереүгә — за». Сталиндың ҡыҫылышы арҡаһында Егоров тағы ярты йыл йәшәй"[11].

1939 йылдың 22 февралендә СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы тарафынан йәшерен хәрби шпионлыҡта ғәйепләнеп, атып үлтереүгә хөкөм ителә. 1939 йылдың 23 февралендә, Ҡыҙыл Армия һәм Флоты көнөндә, атып үлтерелә. Яңы Дон зыяратында кремациялана. 1956 йылдың 14 мартында, үлгәндән һуң, аҡлана.

Наградалары[13]

үҙгәртергә
 
СССР Почта маркаһы

Рәсәй империяһы наградалары:

  • III дәрәжә Изге Станислав ордены (1907 йылдың 10 марты).
  • «Кавказ һуғышы тамамланыуҙың 50-йыллығы» тәреһе (1909 йылдың 31 августы).
  • «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы (1912 йылдың 15 августы)
  • «Романовтар батшалығының 300-йыллығы хөрмәтенә» миҙалы (1913 йылдың 21 феврале)
  • III дәрәжә Изге Анна ордены (1914 йылдың 6 апреле).
  • IV дәрәжә Изге Анна ордены (1915 йылдың 30 марты).
  • III дәрәжә Изге Анна орденына ҡылыстар һәм бант менән (1915 йылдың 30 марты).
  • II дәрәжә Изге Станислав ордены ҡылыстар менән (1915 йылдың 30 майы).
  • II дәрәжә Изге Анна ордены ҡылыстар менән (1915 йылдың 23 октябре)
  • Георгий ҡоралы — Буск тирәһендәге 1914 йылдың 13 авгусындағы алыш өсөн (1917 йылдың 24 ғинуары)
  • IV дәрәжә Изге Владимир ордены ҡылыстар һәм бант менән (1917 йылдың 12 феврале).

Совет наградалары:

Званиелары

үҙгәртергә
Рәсәй империяһы званиелары
  • ирекле хәрби хеҙмәткәр
  • унтер-офицер, 1902
  • өлкән портупей-юнкер (1904 йылдың 6 декабре)
  • подпоручик, 1905 йылдың 22 апреле (5 май) ололоҡ менән 1904 йылдың 9 (22) апреле
  • поручик (1908 йылдың 10 ноябре)
  • штабс-капитан, 15 (28) ноябрь 1912
  • капитан, 1916 йылдың 30 майы (12 июнь)
  • подполковник, 1916 йылдың 27 ноябре (10 декабрь)
  • полковник, 1917 йылдың 9 (22) ноябре[14].
Совет званиелары
  • Советтар Союзы Маршалы, 1935
  • Львов—Варшава. 1920 год. Взаимодействие фронтов. — M.—Л., 1929.
  • Разгром Деникина. 1919. — М., 1931.
    • 2-е изд. — М.: Вече, 2012. — ISBN 978-5-4444-0501-7
  • Тактика и оперативное искусство РККА начала тридцатых годов. // Вопросы стратегии и оперативного искусства в советских военных трудах (1917—1940 гг.). — М., 1965.
  • Задача современного военного искусства. // Вопросы стратегии и оперативного искусства в советских военных трудах (1917—1940 гг.). — М., 1965.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France Alexandre Ilitch Iegorov // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  3. Егоров А.И.
  4. Высочайшие Приказы за январь 1916 г. — С. 9.
  5. ВП от 21 августа 1916 г. — С. 21.
  6. ВП от 5 декабря 1916 г. — С. 26.
  7. Егоров Александр Ильич 2019 йыл 8 август архивланған. // Русский принцип
  8. 8,0 8,1 Черушев Н. С. 1937 год: Элита Красной Армии на Голгофе
  9. Будённый С. М. Үткән юл.
  10. Приказ НКО СССР № 85 с объявлением постановлений Президиума ЦИК СССР об освобождении М. Н. Тухачевского от обязанностей заместителя наркома обороны СССР и назначении А. И. Егорова первым заместителем наркома обороны СССР. 11 мая 1937 г. 2013 йыл 31 май архивланған.
  11. 11,0 11,1 11,2 Александр Печенкин. Донос на маршала // Независимое военное обозрение, 16.01.2004.
  12. Постановление Политбюро ЦК ВКП(б) «о т. Егорове» // Фонд Александра Яковлева
  13. Маршал Егоров // Forum FALERISTIKA.info
  14. Николай Сысоев. Досье из сейфа Сталина 2019 йыл 29 июль архивланған. // Совершенно секретно
  • Ненароков А. П. Верность долгу. — М., 1973.
  • Ненароков А. П. Верность долгу: О маршале Советского Союза А. И. Егорове. — М., 1989.
  • Полководцы гражданской войны. — М., 1960.
  • Краснознамённый Киевский. Очерки истории Краснознамённого Киевского военного округа (1919—1979). / Изд. 2-е, испр. и доп. — Киев: Изд-во политической литературы Украины, 1979.
  • Лазарев С. Е. Социокультурный состав советской военной элиты 1931—1938 гг. и её оценки в прессе русского зарубежья. — Воронеж: Воронежский ЦНТИ — филиал ФГБУ «РЭА» Минэнерго России, 2012. — 312 с. — 100 экз. — ISBN 978-5-4218-0102-3.
  • Военный энциклопедический словарь — М.: Воениздат, 1984. 863 с.: ил. 30 л.
  • Якупов Н. М. Трагедия полководцев. — М.: Мысль, 1992. — С. 247—266. — 349 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-244-00525-1.
  • Ларин М. Ю., Хватов А. В. Неизвестные войны России. — М.: Дом Славянской книги, 2012. — 480 с. — ISBN 978-5-91503-199-8.

Һылтанмалар

үҙгәртергә