Капитали́зм — етештереү һәм бүлеүҙең хосуси милеккә, эшҡыуарлыҡтың бар яҡлап юридик тигеҙлегенә һәм иркенә нигеҙләнгән иҡтисади система. Капиталды арттырыуға һәм табыш алыуға ынтылыш иҡтисади ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн төп критерий булып тора[1][2].

Капитализм — иҡтисади абстракция (йәғни конкрет булмаған төшөнсә: предметты уның үҙенсәлектәренән йәки бәйләнештәренән айырып күрһәтеү). Капитализм төшөнсәһендә иҡтисадтың бары тик билдәле бер осрона хас үҙенсәлектәр генә сағылыш тапҡан, әҙ әһәмиәтлеләре бөтөнләй иҫәпкә алынмаған[3][4][5][6]. Конкрет илдәрҙең реаль иҡтисады бер ваҡытта ла бары тик хосуси милеккә генә нигеҙләнмәй һәм эшҡыуарлыҡҡа тулы ирек бирмәй. Унда һәр саҡ теге йәки был дәрәжәлә капитализмға хас булмаған үҙенсәлектәр осрай — юғары ҡатламдың (сословиеның) өҫтөнлөктәре (привилегии — айырым хоҡуҡтары); мөлкәткә эйә булыуҙа, шул иҫәптән күсемһеҙ милектең йә ер бүлеменең ҙурлығы буйынса сикләүҙәр; таможня тотҡарлыҡтары; көнәркәшлек (конкурентлыҡ) көрәше һ.б. Уларҙың ҡайһылары алдағы дәүерҙәрҙең мираҫы булһа, бер өлөшө — капитализмдың үҙенең үҫеш һөҙөмтәһе.

Башҡа билдәләмәләр

үҙгәртергә
  • Ысын, дөрөҫ капитализм', ирекле конкуренция капитализмы (ингл. pure capitalism, франц. Laissez faire capitalism) — материал байлыҡтар хосуси милектә булған иҡтисади система, ә баҙар һәм хаҡтар иҡтисади эшмәкәрлеккә йүнәлтмә биреү һәм уны көйләү өсөн ҡулланыла. (Кэмпбелл Р. Макконнелл, Стэнли Л. Брю, «Экономикс»)[8].
  • Капитализм — етештереү саралары хосуси милекселәрҙә булған иҡтисади система. Предприятиелар һорау-ижтыяж һәм тәҡдим идара иткән баҙар өсөн тауар етештерә. Иҡтисадсылар йыш ҡына капитализм тураһында «конкуренция идара иткән ирекле баҙар» тип һөйләй. Әммә бындай өлгөлө мәғәнәләге капитализмды донъяла табып булмай. Бөгөнгө көнбайыш илдәренең иҡтисад системалары ирекле конкуренция менән хөкүмәт контроленең ҡушылмаһынан ғибәрәт. Хәҙерге капитализмды шәхси эшҡыуарлыҡ менән дәүләт контроленең ҡушымтаһы (комбинацияһы) тип ҡарарға мөмкин. (Америка энциклопедияһы)


Төшөнсә тарихы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Төшөрмәләр
  1. Акулов В. Б., Акулова О. В. «Экономическая теория», Учебное пособие. Петрозаводск: ПетрГУ, 2002 «Теперь мы можем выявить критерии, которыми руководствуется капитал при принятии решения о сфере собственной деятельности. Очевидно, что предприниматель будет ориентироваться на прибыль, которую он может получить, вложив капитал в данный бизнес (ожидаемую прибыль). Учитывая мотивы поведения капиталистов, достаточно просто сделать вывод, что капитал будет интересоваться только теми сферами деятельности, где с достаточно высокой степенью можно получить прибыль не ниже средней.»
  2. Капитализм XXI века 2009 йыл 12 февраль архивланған. Фридрих Август фон Хайек «Критериями капиталистического общественного порядка в экономике должны быть понятия: „норма прибыли“ и „свободная конкуренция“… Критериями капиталистического порядка в общественной сфере должны быть понятия: „частное лицо“, „гражданское общество“ и „индивидуальная свобода“.»
  3. Маркс К. Капитал, т. I. Госполитиздат, 1995, с. 164. «Рассматривая процесс абстрактно, то есть оставляя в стороне обстоятельства, которые не вытекают из имманентных законов простого товарного обращения»
  4. Философский словарь. ФИЛОСОФИЯ ИСТОРИИ К. МАРКСА: «Разнообразие материала, долженствующего быть „подведенным“ под Марксовы категории „феодализм“, „капитализм“, потребовало структурной организации… Абстракции „капитализм“, „социализм“ и др. еще и сейчас используются для введения в политический праксис эффективных ценностных ориентации.».
  5. Милтон Фридман «Капитализм и свобода», гл.1: «Рабочей моделью общества, организованного при посредстве добровольного взаимообмена, является свободная частнопредпринимательская рыночная экономика, то есть то, что мы назвали капитализмом свободной конкуренции.»
  6. Явлинский Г. Какую экономику и какое общество мы собираемся построить и как этого добиться? (Экономическая политика и долгосрочная стратегия модернизации страны) // Вопр.экономики. — 2004. — # 4. — С. 4-24. «На самом деле „капитализм“, „рынок“ — это абстрактные понятия, не более чем инструмент теоретического анализа 2009 йыл 12 февраль архивланған.».
  7. Philosophy, Oxford Un-ty Press, 1995, р. 119
  8. Экономикс : Принципы, проблемы и политика : Кэмпбелл Р. Макконнелл, Стэнли Л. Брю 2009 йыл 12 февраль архивланған., М. Республика 1992, т.1, гл.2
en:Anthony Giddens. Runaway World: How Globalization is Reshaping Our Lives. — London, 1999.
  • Giddens, Anthony. Capitalism and Modern Social Theory. An Analyses of the writings of Marx, Durkheim and Max Weber. — Cambridge, 1971.

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  Был иҡтисад буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.