Еңеү көнө: өлгөләр араһындағы айырма
З. ӘЙЛЕ (фекер алышыу | өлөш) |
З. ӘЙЛЕ (фекер алышыу | өлөш) |
||
174 юл: | 174 юл: | ||
* [[1995]] — Еңеүҙең 50 йыллығы. Поклонная горала мемориаль комплекс һәм Манеж майҙанында маршал Георгий Константинович Жуковҡа һәйкәл асыу. [[Ҡыҙыл майҙан]]да ветерандарҙың һәм Поклонная горала хәрби техника парады. |
* [[1995]] — Еңеүҙең 50 йыллығы. Поклонная горала мемориаль комплекс һәм Манеж майҙанында маршал Георгий Константинович Жуковҡа һәйкәл асыу. [[Ҡыҙыл майҙан]]да ветерандарҙың һәм Поклонная горала хәрби техника парады. |
||
* [[2000]] — Еңеүҙең 55 йыллығы. [[Ҡыҙыл майҙан]]да ветерандар парады. |
* [[2000]] — Еңеүҙең 55 йыллығы. [[Ҡыҙыл майҙан]]да ветерандар парады. |
||
* [[2005]] — Еңеүҙең 60 йыллығы. Парад ике өлөштән тора: тарихи һәм хәҙерге. Кульминация булып 2600 |
* [[2005]] — Еңеүҙең 60 йыллығы. Парад ике өлөштән тора: тарихи һәм хәҙерге. Кульминация булып 2600 ветерандың «полуторка»ларҙа үтеүе була. «Георгий таҫмаһы»на старт бирелә. |
||
* [[2006]] — Рәсәй Федерацияһы президенты Указы менән «Хәрби дан ҡалаһы» почетлы исем булдырыла. |
* [[2006]] — Рәсәй Федерацияһы президенты Указы менән «Хәрби дан ҡалаһы» почетлы исем булдырыла. |
||
* [[2008]] — Хәҙерге Рәсәйҙә Ҡыҙыл майҙандағы парадта беренсе тапҡыр ауыр хәрби техника ҡатнаша. |
* [[2008]] — Хәҙерге Рәсәйҙә Ҡыҙыл майҙандағы парадта беренсе тапҡыр ауыр хәрби техника ҡатнаша. |
11:46, 3 май 2017 өлгөһө
Еңеү көнө | |
---|---|
Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы уңайынан 2005 йылда Мәскәүҙә байрам салюты | |
Төрө | Дәүләт |
Рәсми | Еңеү көнө |
Раҫланған | СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 майындағы Указы менән Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының еңеүе хөрмәтенә |
Башланған ваҡыты | Рәсәйҙә, Әрмәнстанда, Беларустә, Грузиила, Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Молдовала, Тажикстанда, Төркмәнистанда, Әзербайжанда - ял көнө, . |
Көнө | 9 май |
Байрам итеү | парад, матәм, сәскәләр һалыу |
Арналған | Бөйөк Ватан һуғышы |
Еңеү көнө — 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армияның һәм совет халҡының нацистик Германияны еңеү байрамы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 майындағы Указына ярашлы[1], һәр йыл 9 майҙа билдәләнә.
Еңеү көнөндә Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә (Мәскәү) сәскәләр һалына, баш ҡалала, герой-ҡалаларҙа парад, байрам салюты ойошторола.
Һуғыштың һуңғы көндәре
Берлин һөжүм операцияһы
1945 йылдың апрелендә Ҡыҙыл Армия Берлинға яҡынлаша. Операция алдынан совет ғәскәрҙәрендә дөйөм кеше һаны 1 9000 000 булған 149 уҡсы, 12 кавалерия дивизиялары, 13 танкы һәм 7 механизацияланған корпустары, 15 айырым танкы һәм үҙйөрөшлө бргиадалары иҫәпләнә. Операцияларҙа ҡатнашысы Польша Ғәскәрҙәренең 1-се һәм 2-се армияларында 10 пехота, 1 танк дивизияһы, шулай уҡ 1 айырым кавалерия дивизияһында 155 900 кеше була. Бөтәһе операцияла 2 миллиондан ашыу һалдат һәм офицер, 6 250 танк һәм үҙйөрөшлө орудие, 41 600 орудие һәм миномет, 7 500 самолет ҡатнаша.
Немец ғәскәрҙәре Одер һәм Нейс йылғаларының көнбайыш ярҙарында оборона тота. Берлин эргәһендә һәм ҡаланың үҙендә составында 62 дивизия (шул иҫәптән 48 пехота, 4 танк һәм 10 моторизацияланған), 37 айырым пехота полкы, 100-гә яҡын айырым пехота батальоны, бихисап артиллерия частары һәм подразделениелары иҫәпләнгән ғәскәр төркөмө туплана. Унда миллион тирәһе кеше, 1 500 танк, 10 400 орудие һәм миномет, 3 300 хәрби самолет була[2]. Берлин ҡеәүтле нығытмаға әйләндерелә һәм урам һуғыштарын алып барыуға әҙерләнә. Ҡала тирәләй өс оборона ҡулсаһы булдырыла, ҡала эсендә 400-ҙән ашыу гарнизонында 2000-гә тиклем һалдат булған 400-ҙән ашыу тимер-бетон ут нөктәһе ҡорола. Берлин гарнизоны составында яҡынса 200 мең кеше иҫәпләнә.
Берлин операцияһы барышында Ҡыҙыл Армия 78 291 кешеһен юғалта, санитар юғалтыуҙар 274 184 кеше тәшкил итә[3]. Йәғни, тәүлегенә 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицер һәләк була. Польша ғәскәрҙәре 8 892 мең кешеһен юғалта, уларҙың 2825-е һәләк була.
Немецтарҙың оборонаһын өҙөү һәм ҡала эсендә һуғышыу өсөн танкылар киң ҡулланыда. Ҡала шарттарында улар үҙҙәренең өҫтөнлөгөн файҙалана алмай һәм бик йыш немецтарҙың танкыға ҡаршы ҡоралына сәп була. Был да ҙур юғалтыуҙарға килтерә: ике аҙна эсендә Ҡыҙыл Армия Берлин операцияһында ҡатнашҡан танкыларҙың һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаларының өстән бер өлөшөн юғалта (1 997 берәмек). Шулай уҡ 2 108 орудие һәм миномет, 917 хәрби самолет юҡалтыла, әммә совет ғәскәрҙәре ҡуйылған бурысты тулыһынса үтәй: дошмандың 70 пехота, 12 танк һәм 11 моторизацияланған дивизияһын тар-мар итә, 480 мең кешене әсирлеккә ала[4], Германияның баш ҡалаһын яулап, Германияны капитуляцияға мәжбүр итә.
1945 йылдың 1 майында таң менән, Рейхстагты штурмлағанда, кесе лейтенант А. П. Береста етәкселегендә сержант Михаил Егоров менән кесе сержант Мелитон Кантария Рейхстаг бинаһы түбәһенә Еңеү байрағын ҡуя.[5] Әммә бынан бер көн алда, 1945 йылдың 30 апрелендә 22 сәғәт 40 минутта гвардия капитаны Владимир Николаевич Маков етәкселегендә Рейхстагка беренселәрҙән булып Ҡыҙыл Байраҡты Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Янағош ауылы егете Заһитов Ғазый Ҡазыхан улы ҡаҙай[6][7][8].
Капитуляцияға ҡул ҡуйыу
Сообщение советского радио о капитуляции Германии | |
Текст читает Юрий Левитан | |
Помощь по воспроизведению |
1945 йылдың 1 майында сәғәт 4 тула 10 минуттан 8-се гвардия армияһының команда пунктына вермахттың ҡоро ғәскәрҙәренең генераль штабы начальнигы, пехота генералы Кребс килешеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барырға вәкил булараҡ килә. Әммә Иосиф Виссарионович Сталин бер ниндәй шартһыҙ капитуляция булғанда ғына һөйләшеүҙәр алып барырға ҡуша. немец командованиеһына ультиматум ҡуйыла: әгәр сәғәт 10-ға тиклем бер һҡҙһеҙ капитуляцияға ризалыҡ бирелмәһә, совет ғәскәрҙәре емергес һөжүм башлаясаҡ. Яуап алмағас, совет ғәскәрҙәре 11 тула 20 минуттан Берлин уртаһында ҡалған оборона ҡалдыҡтарына көслө ут аса. Киске сәғәт 6-ла капитуляция талаптары кире ҡағылыуы асыҡлана. Шунан һуң ҡаланың Империя канцелярияһы урынлашҡан ҡаланың үҙәк өлөшөнә һуңғы һөжүм башлана. 1 майҙан 2 майға ҡараған төндә канцелярия өсөн һуғыш бара. Таңға барлыҡ бүлмәләҙе лә совет һалдаттары биләй. 2 майҙа төнгө 2 тула 10 минуттан радионан шундай хәюәр алына: "Парламентерҙарыбыҙҙы Бисмарк-штрасселағы күпергә ебәрәбеҙ. Хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатабыҙ". Һуңынан пропаганда министры урынбаҫары Ганс Фриче совет командалығынан радио аша Берлин гарнизонындағы немец ғәскәрҙәренә ҡаршылыҡты туҡтатыу тураһында мөрәжәғәт итергә рөхсәт һорай. Көндөҙгө сәғәт 3-кә Берлин гарнизоны (134 меңдән ашыу кеше) әсир төшә. 7 майҙа 3 тула 19 минутта Реймста бер ниндәй шарт ҡуймайынса капитуляциялау тураһында актҡа ҡул ҡуйыла. Немец Баш командалығы исеменән протоколға генерел Уолтер Смит ҡатнашлығында генерал Альфред Йодль, совет Баш командалығы яғынан генерал Иван Алексеевич Суслопаров һәм француз армияһынан шаһит булараҡ генералы Франсуа Севеза ҡул ҡуя. Әммә генерал Суслопаровтың Германияның капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйырға Мәскәүҙән рөхсәте булмай, Советтар Союзы икенсе актҡа ҡул ҡуйыуға ныҡыша. 8 майҙа Үҙәк Европа буйынса төнгө 11 тула 17 минутта (Мәскәү ваҡыты менән төнгө 1 тула 17 минутта) вермахттың генерал-фельдмаршалы Вильгельм Кейт, шулай уҡ лютваффе вәкиле генерал-полковник Ганс-Юрген Штумпф менән Кригсмарина адмиралы Генс Георг фон Фридебург, Карл Деництан кәрәкле вәкәләткә алып, Германияның бер ниндәй шартһыҙ капитуляцияланыуы тураһында тағы бер актҡа ҡул ҡуя. Ул Мәскәү ваҡыты менән 9 майҙа теүәл төнгө сәғәт берҙә көсөнә инә. Капитуляцияны ҡабул итеп, Советтар Союзы Германия менән солох килешеүе төҙөмәй, йәғни һуғыш торошонда ҡала. Германия менән һуғыш юридик яҡтан 1955 йылдың 25 ғинуарында, СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан тейешле ҡарар ҡабул ителгәндән һуң туҡтай.
Германия ставкаһының һуңғы хәбәре
9 майҙа совет ғәскәрҙәре ҡулы аҫтында булған Цоссендан Германия ставкаһы һуңғы хәбәрен бирә:
Из ставки гросс-адмирала Дёница
Верховное главнокомандование вооружённых сил сообщает:
В Восточной Пруссии германские войска во вторник до последней возможности удерживали устье Вислы и западную часть косы Фрише Нерунг. Особенно отличилась 7-я пехотная дивизия. За её образцовые действия командир дивизии генерал фон Заукен награждён дубовыми листьями с мечами и бриллиантами к Рыцарскому кресту Железного креста.
Главные силы нашей группы армий в Курляндии, в течение многих месяцев под командованием генерала пехоты Хильперта оказывавшие сильное сопротивление превосходящим советским танковым и пехотным соединениям и мужественно выдержавшие шесть крупных сражений, покрыли себя бессмертной славой. Эта группа армий отклонила любую преждевременную капитуляцию. Уцелевшие самолёты в образцовом порядке доставили на Запад раненых и отцов семейств. Офицеры и штабы остались со своими войсками. В полночь в соответствии с принятыми нами условиями любые военные действия и любые передвижения войск были прекращены.
Защитники Бреслау, которые в течение двух месяцев отбивали все советские атаки, после героического сопротивления в последний момент уступили превосходству противника.
На Юго-Восточном и Восточном фронтах все штабы главных соединений вплоть до Дрездена получили приказ прекратить огонь. Восстанию чехов почти во всей Богемии и Моравии удалось помешать выполнению условий капитуляции и нашим связям в этом районе. Сведений о группах армий Лёра, Рендулича и Шернера штаб верховного главнокомандования до сих пор ещё не получил.
Сражающиеся далеко от фатерланда защитники опорных пунктов на побережье Атлантического океана, войска в Норвегии и гарнизоны на островах Эгейского моря, соблюдая повиновение и дисциплину, поддержали честь германского солдата.
Итак, начиная с полуночи оружие на всех фронтах смолкло. По приказу гросс-адмирала вермахт прекратил ставшую бессмысленной борьбу. Тем самым закончилось почти шестилетнее героическое единоборство. Оно принесло нам великие победы, но и тяжёлые поражения. Германский вермахт под конец с почётом уступил огромному превосходству противника в силах. Германский солдат, верный своей присяге, отдавая себя до конца своему народу, свершил то, что не забудется в веках. Тыл до последнего момента поддерживал его изо всех своих сил, неся при этом тяжелейшие жертвы. Неповторимые свершения фронта и тыла найдут свою окончательную оценку в последующем справедливом приговоре истории.
Даже противник не сможет отказать в своём уважении славным деяниям и жертвам германских солдат на земле, на воде и в воздухе. Поэтому каждый солдат может честно и гордо выпустить из рук своё оружие и в эти тяжелейшие часы нашей истории храбро и уверенно обратиться к труду ради вечной жизни нашего народа.
В этот час вермахт чтит память своих погибших солдат. Погибшие обязывают нас к безоговорочной верности, повиновению и дисциплине по отношению к истекающей кровью многочисленных ран Родине.
Һуңғы ҡаршылыҡ нөктәләре
Капитуляция мәленә немецтар Францияның (Дюнкерк, Ла-Рошель, Лорьян) Атлантик яр буйын, Гернси, Джерси һәм башҡа уртауҙарҙы, Германияның төньяҡ өлөшөн, Үҙәк Европа террриторияһын (көньяҡ Германияның Австрияның, Чехословакияның бер өлөшө), Путцигер-Нерунгтағы (Висла тамағы) Данцигтан көнсығыштараҡ һәм Латвия ССР-ы территорияһында Курляндияла плацдарм, Грек архипелагы утрауҙары, Дания һәм Норвегияның ҙур өлөшө, Голландияның яр буйы территорияларының бер өлөшөн терәк пункты итеп тота. Совет фронты алдында торған Үҙәк Европалағы немец ғәскәрҙәре капитуляция тураһындағы бойороҡҡа буйһонмайынса, союздаштар яғына сығыу иҫәбе менән, көнбайышҡа табан сигенә башлай.
10 майҙа совет ғәскәрҙәре Путцигер-Нерунгта Хель ҡалаһында плацдарм яулай, 11 майҙа Курляндия улар контроленә күсә. 14 майҙа Үҙәк Европала көнбайышҡа сигенгән немец ғәскәрҙәрен эҙәрлекләү тамамлана. 9-нан 14 майға тиклем барлыҡ фронттарҙа ла совет ғәскәрҙәре тарафынан 1 миллиона 230 меңдән ашыу немец һалдаты һәм офицеры һәм 101 генерал әсиргә алына. 15 майҙа Совинформбюро барлыҡ фронттарҙа ла әсирҙәрҙе ҡабул итеү туҡтатылыуын хәбәр итә[9].
Байрам тарихы
Празднование Дня Победы было введёно Указом Президиума Верховного Совета СССР от 8 мая 1945 года[1].
9 май 1945 йыл
9 майҙа иртән Юғары Баш командующийҙың (Сталин Иосиф Виссарионович) 369-сы Указы донъя күрә[10]:
ПРИКАЗ
Верховного Главнокомандующего
По войскам Красной Армии
и Военно-Морскому Флоту8 мая 1945 года в Берлине представителями германского верховного командования подписан акт о безоговорочной капитуляции германских вооружённых сил.
Великая Отечественная война, которую вёл советский народ против немецко-фашистских захватчиков, победоносно завершена, Германия полностью разгромлена.
Товарищи красноармейцы, краснофлотцы, сержанты, старшины, офицеры армии и флота, генералы, адмиралы и маршалы, поздравляю вас с победоносным завершением Великой Отечественной войны.
В ознаменование полной победы над Германией сегодня, 9 мая, в День Победы, в 22 часа столица нашей Родины Москва от имени Родины салютует доблестным войскам Красной Армии, кораблям и частям Военно-Морского Флота, одержавшим эту блестящую победу, тридцатью артиллерийскими залпами из тысячи орудий.
Вечная слава героям, павшим в боях за свободу и независимость нашей Родины! Да здравствуют победоносные Красная Армия и Военно-Морской Флот!
Верховный Главнокомандующий Маршал Советского Союза И. Сталин
9 мая 1945 года
Бынан тыш, был көндә СССР Юғары Советы Президиумының «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалын булдырыу тураһында" Указы сыға[10].
1945 йылдың 9 майындағы тәүге байрам ҙур салют менән тамамлана. Совет халҡының хәтерендә ул оҙаҡ һаҡлана. Германияны еңеүҙәң финал аккорды 1945 йылдың 24 июнендә үткән Еңеү парады була[10].
Сталин һәм Хрущёв заманында байрам
1948 йылға тиклем Еңеү көнө эш көнө булмай, әммә СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 23 декабрендәге Указы менән ял көнө бөтөрөлә һәм уның урынына Яңы йыл ял көнө ителә.
Был аҙымға барырға нимә этәргес биргәндер — билдәһеҙ. Инициатива Сталиндан сыҡҡан тигән күҙаллау ғына бар, йәнәһе уға Еңеүҙе кәүҙәләндереүсе маршал Георгий Константинович Жуковтың популярлығы тыныслыҡ бирмәй[11]. Ике тиҫтә йылдан һуң, Леонид Ильич Брежнев осоронда, 1965 юбилей йылында ғына Еңеү көнө ҡабат ял көнөнә әйләндерелә[12][13].
Байрамдың хәҙерге атрибуттары бер көндә генә барлыҡҡа килмәгән. Мәҫәлән, һуғыштан һуңғы 20 йыл эсендә Еңеү парады бер тапҡыр — 1945 йылдың 24 июнендә генә үткәрелә. Артабанғы ике тиҫтә йылда байрам саралары бары тик салют менән генә сикләнә, әммә тотош ил, һуғыш юлын үткән ветерандар менән бергә, ял булмаһа ла, Еңеү көнөн байрам итә[14].
Иосиф Виссарионович Сталин заманында ла, Никита Сергеевич Хрущёв заманында ла байрам бер «трафарет» буйынса уҙғарыла: үҙәк гәзиттәрҙә байрам мәҡәләләре сыға, тантаналы кисәләр ойошторола, СССР-ҙың барлыҡ эре ҡалалларында 30 артиллерия залпынан торған салют бирелә. Айырма бары тик шунда ғына була: Хрущев осоронда фашланған Сталинлы ла, һуғышты үткән полководецтарҙы ла маҡтау булмай, сөнки Никита Сергеевич улар менән талашып бөтә[14].
Беренсе Еңеү юбилейы 1955 йылдың 9 майында ғәҙәти эш көнө була, ҡалаларҙа тантаналы йыйылыштар үтһә лә, парад ойошторолмай. Майҙандарҙа һәм парктарҙа халыҡ күпләп күңел асыу ойоштора. Бынан тыш, Мәскәүҙә, союздаш республикаларҙың баш ҡалаларында, герой ҡалаларҙа 30 артиллерия залпынан салют бирелә[15].
Артабанғы үҫеше
Еңеү көнө Германияны тар-мар иткәндән һуң 20 йыл үткәс кенә Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы йыллығынан һуң, икенсе дәүләт байрамына әйләнә. Леонид Ильич Брежнев 9 Май байрамына бөгөн дә дауам иткән өс әһәмиәтле өҫтәмә индерә[14]:
- Ҡыҙыл майҙанда хәрби парад үтә һәм Кремлдәге Съездар һарайында ҡабул итеү була;
- 9 Май ял көнө тип иғлан ителә;
- 1967 йылда Еңеү көнөнә Брежнев шәхсән Билдәһеҙ Һалдат ҡәберен аса.
Шунан башлап тантана киң ҡолас ала. 1975 йылдың 9 Майында Ҡыҙыл майҙанда парад үтә, Ленин мавзолейына һәм Билдәһеҙ Һалдат ҡәберенә сәскәләр һалына (35 минут), сәғәт 1-ҙә Мәскәү йәштәренең Ҡыҙыл майҙанда тантаналы манифестацияһы була (45 минут), сәғәт 3-тә — тантаналы ҡабул итеү, 18.50 — бер минут тынлыҡ, 21.00 — байрам салюты[14].
Бынан тыш, 60-сы йылдарҙа СССР-ҙың күп ҡалаларында үҙенсәлекле хәрби парадтар үтә башлай. Был көндә хәрби частар һәм хәрби училищелар тәрбиәләнеүселәре митингылар үткән һәм хәрби мемориалдарға, һуғышта һәләк булған яугирҙар һәйкәлдәренә сәскәләр һалған урындарҙан марш менән уҙа[14]Ҡалып:Нет в источнике.
Хәҙерге Рәсәйҙәге байрам
СССР тарҡалғандан һуң, Ҡыҙыл майҙанда 9 Майҙа хәрби парад 1995 юбилей йылына тиклем уҙғарылмай. Ул саҡта Мәскәүҙә ике парад үтә: Ҡыҙыл майҙанда һәм Поклонная горала (ғәскәр һәм хәрби техника ҡатнашлығында).
Шунан алып Ҡыҙыл майҙанда парад йыл һайын үтә, әммә тәүге йылдарҙа хәрби техника күрһәтелмәй. 2008 йылдан башлап хәрби техника һәм хәрби авиация ҡатнашлығында уҙғарыла. Еңеү көнөндә парад барлыҡ герой ҡалаларҙа, хәрби округтарҙа һәм Рәсәйҙең, БДБ илдәренең эре ҡалалрында үтә. Был көндә ветерандар осраша, Билдәһеҙ Һалдат ҡәберенә, хәрби дан һәм ҡаһарманлыҡ һәйкәлдәренә веноктар, сәсәкәләр һалына, байрам салюты атыла. 2012 йылда Томскиҙа беренсе тапҡыр «Үлемһеҙ полк» акцияһы уҙғарыла: унда ҡатнашыусылар һуғышта ҡатаншҡан ата-әсәләренең, олатай-өләсәйҙәренең портреттарын тотоп колонна булып үтә[16]. 2013 йылдан алып был традиция бөтөн Рәсәйгә һәм унан ситкә тарала, йылдан-йыл яңы ҡалалар һәм илдәр ҡушыла[17]. 2015 йылда унда Рәсәй буйынса барлығы 12 миллион кеше ҡатнаша[18]. Мәскәүҙә генә колонна менән 500 мең кеше[19], шул иҫәптән Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин үтә][20].
- Айырым даталар
- 1995 — Еңеүҙең 50 йыллығы. Поклонная горала мемориаль комплекс һәм Манеж майҙанында маршал Георгий Константинович Жуковҡа һәйкәл асыу. Ҡыҙыл майҙанда ветерандарҙың һәм Поклонная горала хәрби техника парады.
- 2000 — Еңеүҙең 55 йыллығы. Ҡыҙыл майҙанда ветерандар парады.
- 2005 — Еңеүҙең 60 йыллығы. Парад ике өлөштән тора: тарихи һәм хәҙерге. Кульминация булып 2600 ветерандың «полуторка»ларҙа үтеүе була. «Георгий таҫмаһы»на старт бирелә.
- 2006 — Рәсәй Федерацияһы президенты Указы менән «Хәрби дан ҡалаһы» почетлы исем булдырыла.
- 2008 — Хәҙерге Рәсәйҙә Ҡыҙыл майҙандағы парадта беренсе тапҡыр ауыр хәрби техника ҡатнаша.
- 2010 — Еңеүҙең 65 йыллығы. Беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй Еңеү парады
үтә.
- 2015 — Еңеүҙең 70 йыллығы.
Элекке СССР дәүләттәрендә байрам
Еңеү көнө Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең барлыҡ территорияһында ла тиерлек: Әзербайжанда, Әрмәнстанда, Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Молдавияла, Рәсәйҙә, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда, шулай уҡ Грузияла, Абхазияның өлөшләтә танылған дәүләттәрендә[21] һәм Көньяҡ Осетияла[22]), танылмаған Донецк Халыҡ Республикаһында[23], Луганск Халыҡ Республикаһында[24], Таулы Ҡарабах республикаһында[25], Приднестровьела байрам ителә һәм ял көнө булып тора.
Украина
1991 йылдан 2015 йылға тиклем Украинала Еңеү көнө рәсми рәүештә «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө» булараҡ билдәләнә. Әммә 2015 йылдың 9 апрелендә Юғары рада «1939 — 1945 йылдарҙағы Икенсе донъя һуғышында нацизмды еңеүҙе мәңгеләштереү тураһында» закон ҡабул итә[26], 9 майҙа уға президент ҡултамға һала, 21 майҙа ҡанун көсөнә инә[27][прим. 1].
Һөҙөмтәлә элекке байрам бөтөрөлә, хәҙер рәсми рәүештә 8 майҙа Хәтер һәм татыулыҡ көнө, 9 майҙа Икенсе донъя һуғышында нацизмды еңеү көнө билдәләнә[27][28]. Шулай уҡ Украинала илдә коммунизмды бөтөрөү сиктәрендә 2015 йылдан совет символикаһы[29], шул иҫәптән Еңеү байрағы ла тыйыла[30].
Шуны ла әйтергә кәрәк, Львовта коммунизмды бөтөрөү башланғанға тиклем, 2010 һәм 2011 йылдарҙа Еңеү көнөн байрам иткәндә төрлө инцеденттар күҙәтелә, «Азатлыҡ» активистары ветерандарға янай, совет флагтарын тапай һәм яндыра, Георгий таҫмаларын таҡҡан кешеләргә һөжүм итә[30].
Еңеү көнө наградалары
Советтар Союзы
Рәсәй
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы | |
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы | |
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы | |
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы |
Украина
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60 йыл» миҙалы (Украина) | |
Хата: рәсем асылмай йәки юҡ. |
«Нацизмды Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы |
Ҡаҙағстан
«1941 — 1945 йылдарҙа Еңеүгә 60 йыл» миҙалы (Ҡаҙағстан) |
Еңеү көнө мәҙәниәттә
Музыка
- Еңеү көнө (йыр)
Телевидение
Филателия
Основная статья: День Победы в филателии
-
Еңеүҙең 65 йыллығына почта блогы. Әзербайжан, 2010
Комментарийҙар
- ↑ Украина президентының 1997 йылдың 10 июнендәге «Норматив-хоҡуҡи акттарҙы халыҡҡа рәсми еткереү һәм уларҙың көсөнә инеү тәртибе тураһында» 503/97 һанлы Указына ярашлы, закон рәсми баҫылып сыҡҡандың икенсе көнөнә көсөнә инә
Иҫкәрмә
- ↑ 1,0 1,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР от 8 мая 1945 г. «Об объявлении 9 мая Праздником Победы» . Дата обращения: 10 апрель 2015.
- ↑ Берлинская операция 1945 — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Россия и СССР в войнах XX века. Потери вооружённых сил . Дата обращения: 10 апрель 2015.
- ↑ «За Берлин» в Учительской газете . Дата обращения: 2014.
- ↑ Также существуют альтернативные версии того, кто же на самом деле водрузил советский флаг над рейхстагом.
- ↑ ЦАМО, ф. 136 АПАБр., оп. 1, д. 1, л. 1, 9, 12
- ↑ Егоров и Кантария были не первыми // Аргументы и факты : газета. — 2003. — № 19 (1176) от 7 мая.
- ↑ Лев Корсунский. Сколько знамен у победы? // Русский базар : газета. — New York, 2002. — № 19 (315).
- ↑ Сводка Совинформбюро за 15 мая 1945 года
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Татьяна Воронцова. Юбилеи Победы // Проект «Уроки истории. XX век», 26 мая 2009 г.
- ↑ Николай Жуков. Две победы // Газета «Обзор»: Новости Литвы.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 26 апреля 1965 г. № 3478-VI «Об объявлении 9 мая нерабочим днём»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 26 апреля 1965 г. № 3479-VI «О признании утратившей силу статьи 1 Указа Президиума Верховного Совета СССР от 23 декабря 1947 г.»
- ↑ 14,0 14,1 14,2 14,3 14,4 Денис Бабиченко. Эти дни Победы . Итоги, № 19/465 (10 май 2005).
- ↑ «Этот День Победы»: когда 9 мая стало выходным и как отмечали праздник в СССР и России, страница 2 // ТАСС.
- ↑ Бессмертный полк . Дата обращения: 10 апрель 2015.
- ↑ Акция «Бессмертный полк» пройдет 9 мая в 800 городах 12 стран мира // «РИА Новости», 2 апреля 2015 г.
- ↑ В шествии «Бессмертного полка» участвовали 12 миллионов россиян // РИА Новости, 9 мая 2015 г.
- ↑ Что увидел и чего не увидел Запад в День Победы // РИА Новости, 12 мая 2015 г.
- ↑ Путин с портретом отца-фронтовика присоединился к шествию «Бессмертного полка» // ТАСС, 9 мая.
- ↑ Государственные праздники Республики Абхазия . Дата обращения: 2014.
- ↑ В Южной Осетии утверждён календарь праздничных дней и памятных дат . Дата обращения: 2014.
- ↑ Указ главы Донецкой Народной Республики «О праздниках в Донецкой Народной Республике»
- ↑ День Победы 9 мая в ЛНР объявлен государственным праздником // ТАСС, 27 апреля 2015 г.
- ↑ Праздники и памятные даты НКР
- ↑ Текст закона
- ↑ 27,0 27,1 Закон України «Про увічнення перемоги над нацизмом у Другій світовій війні 1939—1945 років» // Голос України: газета Верховної Ради України. — 2015. — № 87.
- ↑ В Украине отменили «Великую Отечественную войну» // «Вести-Репортёр», 9 апреля 2015 г.
- ↑ Порошенко велел отказаться от понятия «Великая Отечественная война» // Взгляд (интернет-газета), 15 мая 2015 г.
- ↑ 30,0 30,1 День без Победы — Как Киев борется с праздником 9 Мая // Lenta.ru, 8 мая 2016 г.