Абуджа
Ҡала | |||
Абуджа ингл. Abuja | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Регион | |||
Координаталар | |||
Нигеҙләнгән | |||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||
Майҙаны |
609 км² | ||
Халҡы |
778 567 кеше (2006) | ||
Агломерация |
1,4 млн | ||
Милли состав |
нигерийҙар | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Рәсми сайт | |||
Абу́джа (ингл. Abuja, йоруба Abùjá) — Нигерияның баш ҡалаһы.
Халҡы — 778 567 кеше (2006), агломерация халҡы — 1,4 млн кеше самаһы (2005).
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абуджаға 1828 йылда Зария дәүләтенең хауса династияһы хакимының ҡустыһы һәм вариҫы Абу Джа нигеҙ һала. Башта был нығытмалы лагерь була, ваҡыт үтеү менән ҡалаға әүерелә һәм нигеҙләүсе исеме менән атала. 1976 йылда Лагостан баш ҡаланы ошо ҡалаға күсерергә ҡарар ҡабул ителә[1]. Илдең элекке баш ҡалаһы Лагоста халыҡ иҫәбенең бик тиҙ артыуы һәм шуның арҡаһында халыҡтың йәшәү торошо насарайыуы был ҡарарҙы ҡабул итеүгә төп сәбәп була. Абуджаны баш ҡала итеп һайлағанда уның Нигерияның үҙәк өлөшөндә Джос платоһында, насар үҫешкән һәм этник яҡтан нейтраль урында урынлашыуы мөһим роль уйнаған[2]. Яңы баш ҡаланың проектын япон архитекторы Кэндзо Тангэ яһай. 1980 йылда ҡаланы төҙөү башлана.
1991 йылдың 12 декабрендә Нигерияның баш ҡалаһы статусы рәсми рәүештә бирелә[3][1]. Ҡала төҙөлөшөнөң һуңғы туғыҙынсы этабы 2020 йылға ҡарай тамамланырға тейеш[2].
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала алты районға бүленгән. Үҙәк районда Нигерия президентының резиденцияһы урынлашҡан.
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абуджа автомобиль юлдары менән илдең башҡа төбәктәре тоташҡан. Халыҡ-ара аэропорт эшләй. Ҡалала эре сәнәғәт юҡ; аҙыҡ-түлек, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү предприятиелары бар[1].
Планировка һәм ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Африканың үҙәк өлөшөндә хөкүмәт биналары комплексы, шулай уҡ Халыҡ-ара конференц-үҙәк, Үҙәк банк, Радио йорто, Һаулыҡ һаҡлау үҙәге, ҡалалағы иң ҙур мәсете урынлашҡан[4][1].
Социаль сфера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала университет (1988 йылда нигеҙләнгән), Нигерия юл-төҙөлөш институты, Милли фармацевтик тикшеренеүҙәр институты эшләй[1].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кёппен климат классификацияһы буйынса Абуджа саванналар зонаһына ҡарай. Өс климатик миҙгел күҙәтелә — йылы һәм дымлы ямғырҙар миҙгеле (апрелдән октябргә ҡәҙәр), бик эҫе ҡоро миҙгел һәм уларҙы бүлгән ҡоролоҡ һәм саң буранын китереүсе — ҡыҫҡа харматан (төньяҡ-көнсығыш пассат) осоро.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 34,7 | 36,8 | 36,9 | 35,6 | 32,7 | 30,6 | 29,1 | 28,9 | 30,0 | 32,0 | 34,4 | 34,6 | 33,0 |
Уртаса температура, °C | 27,6 | 31,1 | 30,6 | 30,2 | 26,1 | 24,5 | 26,5 | 23,3 | 23,8 | 26,7 | 25,0 | 25,1 | 26,6 |
Уртаса минимум, °C | 20,4 | 25,5 | 24,3 | 24,7 | 19,5 | 18,3 | 21,9 | 17,7 | 17,5 | 21,4 | 15,7 | 15,5 | 20,2 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 1,7 | 5,4 | 11,3 | 62,8 | 131,4 | 164,2 | 217,5 | 262,7 | 253,4 | 103,2 | 3,7 | 1,2 | 1218,5 |
Сығанаҡ: [1] |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Виноградова Н. В. Абуджа // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 45. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
- ↑ 2,0 2,1 The Independent: «И всё же не в этом назначение столицы» 2016 йыл 4 март архивланған.. 24.02.2011
- ↑ Котляков В. М. и др. Абуджа // Словарь современных географических названий. — Екатеринбург: Фактория, 2006.
- ↑ World Bank Conference: African Regional Roundtable on Upgrading Low-income Settlements . www.citiesalliance.org. World Bank, 3–5 October 2000, Johannesburg, South Africa, p. 16. Дата обращения: 10 август 2007. Архивировано 28 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсми веб-сайт 2006 йыл 9 май архивланған.
Абуджа Викимилектә | |
Абуджа Викияңылыҡтарҙа |