Байышева Зилә Вәғиз ҡыҙы
Байышева Зилә Вәғиз ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 25 май 1961 (63 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Байышева Зилә Вәғиз ҡыҙы (25 май 1961 йыл) — ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зилә Вәғиз ҡыҙы Байышева 1961 йылдың 25 майында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1983 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Өфөләге 26‑сы урта мәктәп уҡытыусыһы. 1988 йылдан — Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында, 2005 йылдан — Ырымбур университетының Өфө филиалында, 2009 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында эшләй.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байышева Зилә Вәғиз ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре XIX быуаттың 2‑се яртыһында рус суд телмәре оҫталығына, юридик риториканы уҡытыу методикаһына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары өсөн рус теле һәм юриспруденцияла телмәр мәҙәниәте буйынса дәреслек авторы. Филология фәндәре докторы (2008)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999)
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Язык и стиль обвинительных речей А. Ф. Кони. Өфө, 2006;
- Частотные словари судебных выступлений А. Ф. Кони. Өфө, 2009.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байышева Зилә Вәғиз ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.