Эстәлеккә күсергә

Ваганов Геннадий Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ваганов Геннадий Викторович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
Тыуған көнө 25 ноябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (93 йәш)
Тыуған урыны Дыуан ауылы, Дыуан районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө саңғы уҙышсыһы, тренер
Масса 72 килограмм
Спорт төрө саңғы уҙыштары[d]
Ҡатнашыусы Зимние Олимпийские игры 1964[d] һәм cross-country skiing at the 1960 Winter Olympics – men's 4 × 10 kilometre relay[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены заслуженный тренер России
Бейеклеге/буйы 173 сантиметр

Ваганов Геннадий Викторович (25 ноябрь 1936 йыл) — СССР саңғысыһы, Олимпия уйындары һәм донъя чемпионаты призёры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы (1965) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (1960), спорттың саңғы төрҙәре буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994).

Геннадий Викторович Ваганов 1936 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Дыуан районы Дыуан ауылында тыуа.

П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлай (1967).

«Урожай» ирекле спорт йәмғиәте тәрбиләнеүсеһе, тренеры Н. Е. Веремей була.

Скво-Вэллиҙа 1960 йылғы Олимпия уйындарында эстафетала бронза миҙал яулай; 15 һәм 30 километрға уҙыштарҙа дүртенсе урынды ала; 50 километрлы дистанцияла етенсе була.

Инсбрукта 1964 йылғы Олимпия уйындарында ла эстафетала бронза миҙалға лайыҡ була, 15 километрға уҙышта — 14-се, 30 километрға уҙышта 19-сы килә.

Законпанела 1962 йылғы донъя чемпионатында эстафетала бронза яулай, 15 километрҙа — 9-сы, 50 километрҙа 10-сы урынды ала.

СССР чемпионаттарында 8 тапҡыр еңә: 15 километрға уҙыштарҙа — өс тапҡыр һәм эстафеталарҙа — биш тапҡыр.

1960 йылда Ваганов «Почёт Билдәһе» ордены менән наградлана. Спорт карьераһын тамамлағас, саңғы буйынса тренер булып эшләй, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры исеменә лайыҡ була.