Вәлиева Лилиә Әнүәр ҡыҙы
Вәлиева Лилиә Әнүәр ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 26 май 1952 (72 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Вәлиева Лилиә Әнүәр ҡыҙы (26 май 1952 йыл) — ғалим-фармаколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһының фармакологтар йəмғиəте рəйесе. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лилиә Әнүәр ҡыҙы Вәлиева 1952 йылдың 26 майында БАССР‑ҙың Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1976 йылдан алып — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе медицина‑санитария бүлегенең 13‑сө дауаханаһында, 1978 йылдан башлап Башҡорт дәүләт медицина институтында эшлəй: 1988—1994 йылдарҙа өлкəн ғилми хеҙмәткәр, 2003 йылдан — 2‑се фармакология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2004 йылдан — фармацевтика факультеты деканы.
Фəнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фəнни тикшеренеүҙəре молекуляр фармакология һəм хроно‑биология проблемаларына арналған. Вәлиева Лилиә Әнүәр ҡыҙы организмдың тирə‑яҡ мөхиттең тəүлек һəм миҙгел үҙгəрештəренə ҡарата адаптацияһы механизмдарында, миокард инфаркты һəм нервы-психик ауырыуҙар патогенезында, кардиотроп һəм психотроп дарыуҙар тəьҫире механизмдарында йөрəк һəм мейе лизосомалары һəм рецепторҙарының (гистаминлы, дофаминлы, серотонинлы һәм башҡа) ролен өйрəнə. 2003 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының фармакологтар йəмғиəте рəйесе. 250‑нəн ашыу фəнни хеҙмəт һəм 3 уйлап табыу авторы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиева Лилиә Әнүәр ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 май 2022)