Эстәлеккә күсергә

Дусов Данис Әкрәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дусов Данис Әкрәм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Шәрип ауылы, Миәшәгәр ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, партия эшмәкәре, йәмәғәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Башҡорт дәүләт аграр университеты

Дусов Данис Әкрәм улы (рус. Дусов Данис Акрамович) (23 май 1947 йыл ) — ауыл хужалығы ветераны, йәмәғәтсе.

Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Данис Әкрәм улы Дусов 1947 йылдың 23 майында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Шәрип ауылында тыуған. Милләте татар, юғары белемле — 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1981 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1970 йылда, Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Малаяҙ интернат-мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. 1971—1972 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтҡас, уҡытыусы, бүлек мөдире, район гәзите мөхәррире булып эшләй. 1974—1981 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Салауат райкомының беренсе секретары, «Лағыр» совхозы партком секретары. 1981 йылдан «Лағыр» халыҡ предприятиеһы директоры. [1] Салауат районы, 248-се Нәсибаш һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре маҡтаулы исеме.

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104