Көҫәпҡол (Ишембай)
Көҫәпҡол | |
Нигеҙләү датаһы | 1776 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Көҫәпҡол Викимилектә |
Көҫәпҡол ауылы — Ишембай ҡалаһы биҫтәһенең[1][2] төньяҡ өлөшөндә, Тәйрүк йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
Төньяҡ-көнсығыштан Тәйрүк аръяғы урман паркы менән сиктәш.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биҫтәгә Юрматы улусының Көҫәпҡол ауылы булараҡ нигеҙ һалына, беренсе теркәлеүе 1770 йылда була (И. И. Лепехин ауылға килә)[3].
Ауыл исеме Азатбаев Көҫәпҡол (яҙылыуы варианттары — Азятев, Азятов, Азатеев) исеменән, ул Азнай ырыуынан, Юрматы тоҡомонан, пугачев болаһында ҡатнашҡан. 1773 йылдың октябрендә Сайран Сәйетов менән бергә Пугачевҡа меңләгән башҡорт отряды — юрматыларҙы алып килә. 1774 йылдың майында Ҡаранай Моратов Стәрлетамаҡ пристанен ҡамай, талай һәм яндыра. 1790 йылда старшина булып хеҙмәт итә.
Көҫәпҡол ауылының рәүиз мәғлүмәттәрендә Ҡөҫәпҡол вариҫтары күрһәтелә: тирмә старшинаһы Өмөтбай Көҫәпҡолов (1764—1831), поход старшинаһы Ишбулды Көҫәпҡолов (1768—1819), ябай есаул Ишкинйә Көҫәпҡолов (1777—1831), Мерәс Көҫәпҡол (1788 йылғы), Кинйәбулат Көҫәпҡолов (1796—1827)[4][5].
Рәсми документтарҙа ауыл Үрге һәм Түбәнге Көҫәпҡолға бүленә. № 2662. Стәрлетамаҡ өйәҙе, 3-се стан, уң яҡ яр яғына ҡарай: Үрге Ҡөҫәпҡол Тәйруҡ йылғаһы эргәһендә урынлашҡан, өйәҙ ҡалаһынан 18 саҡрым алыҫлыҡта, стан йортонан 28 саҡрым алыҫлыҡта, 58 хужалыҡ, ир-егеттәр һаны — 119, ҡатын-ҡыҙҙар — 108. Ауыл халҡы игенселек һәм малсылыҡтан тыш ҡортсолоҡ, арба һәм сана яһау менән шөғөлләнгән (1859 йылғы X иҫәп алыуҙа ауылда башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр йәшәгән, ир-егеттәр — 110, ҡатын-ҡыҙҙар — 113). № 2663. Стәрлетамаҡ өйәҙе, Түбәнге Көҫәпҡол ауылы, Тәйрүк йылғаһы буйында урынлашҡан, өйәҙ ҡалаһынан 18 саҡрым, стан йортонан 28 саҡрым, хужалыҡтар иҫәбе 49, ир-егеттәр — 143, ҡатын-ҡыҙҙар — 1132. Ауылда мәсет, училище, ике һыу тирмәне булған. Ауыл халҡы игенселек һәм малсылыҡтан тыш ҡортсолоҡ, йөк ташыу һәм сана яһау менән шөғөлләнгән (1859 йылғы X иҫәп алыуҙа ауылда башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр йәшәгән, ир-егеттәр — 110, ҡатын-ҡыҙҙар — 113).
— Башҡортостандың тораҡ пункттары. Өфө губернаһы. 1 К. 1877. — Өфө..Китап, 2002. — 365 б.
1770 йылда академик Иван Лепехин етәкләгән Фәндәр академияһы экспедицияһы Көҫәпҡол ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡта «тау нефтенең» бәләкәй генә сығанағын таба. Көҫәпҡол һәм Ишембай ауылдары янында беренсе нефть эҙләү XIX быуат аҙағында шәхси эшҡыуарҙар тарафынан башлана. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән отставкалағы полковник А. И. Срослов 1911-14 йылдарҙа Ишембай ауылынан алып Көҫәпҡол ауылына тиклемге ерҙәрҙе ауыл общинаһынан ҡуртымға ала, һәм улар һалған 12,7 метрлыҡ шахта нефть тоҡомоноң бай ике ҡатламын киҫеп үтә[6][7].
Көҫәпҡол нефть ятҡылығы 1934 йылда асыла, был, Ишембай нефть ятҡылығынан ҡала, Уралда икенсе ятҡылыҡ була, ә БАССР сәнәғәт файҙаланыуына индергәндән һуң нефть сығарыу буйынса СССР-ҙа өсөнсө урынға сыға.
Башҡорт АССР-ының Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1935 йылдың 3 февраленән Башҡорт АССР-ының район составында яңы селтәр тураһындағы ҡарары
36) Маҡар районы Петровское ауылы административ үҙәге менән ғәмәлдәге ауыл советтары составында:… 16. Көҫәпҡол.
1935-40 йылдарҙа Көҫәпҡол ауыл советы үҙәге Ишембай районы составында.
1937 йылдың 20 мартынан «Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының Башҡорт АССР-ында яңы райондарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында ҡарары»
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының Президиумы ҡарар итә:
Башҡорт АССР-ының яңы райондар составын түбәндәгесә ойошторорға:
6.Ишембай районы, Ишембай эшселәр ҡасабаһындағы үҙәге менән, составында:
а Маҡар районынан бүленеп сыҡҡан Көҫәпҡол ауыл советтары 1940 йылда Көҫәпҡол ауылы Ишембай ҡалаһы составына инә һәм уның биҫтәһе була.
1940 йылдың 10 февралендәге «Башҡорт АССР-ының Ишембай районын бөтөрөү һәм Ишембай эшселәр ҡасабаһын ҡалаға әүерелдереү тураһында РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы» :
2. Ишембай ҡалаһына Ишембай районының Көҫәпҡол һәм Смаҡай тораҡ пункттарын индерергә
Хәҙерге ваҡытта нефть һәм газ сығарыла[8].
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡҡа хеҙмәт мәшғүллеге менән тәьмин итеү буйынса төп предприятиелар Төньяҡ урамында тупланған.
- Стәрлетамаҡ магистраль газ торбаһы етештереү идаралығының Ишембай сик файҙаланыу хеҙмәте — «Өфө трансгаз Газпром» сикләнгән яуаплылыҡ йәмғиәтенең филиалы
- Ишембай юл ремонт-төҙөлөш идаралығы — «Башҡорт автомобилдәр юлы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы.
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 15-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
- Девиант тәртипле балалар һәм үҫперҙәр өсөн ябыҡ типтағы 1 -се һанлы махсус профессиональ училище
Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Республика Ишембай филиалы туберкулезға ҡаршы диспансеры, Насыри урамы, 1
- Ишембай психоневрология интернаты, Төньяҡ урамы, 1а
Сауҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мал баҙары
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 6, 9, 10-сы һанлы ҡала маршрут автобустары
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көҫәпҡол Азатбаев (Азятев, Азятов, Азатеев) — Юрматы улусы старшинаһы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында баш күтәреүселәр отряды командиры[9].
- Ваһапов Ғәбделхаммат Ғәбделваһап улы — Ҡөҫәпҡол ауылы мәҙрәсәһе етәксеһе (20 быуат башында- 1928 йылға тиклем).
- Ваһапов Юнир Ғәфүр улы — нефтсе-инженер, билдәле уйлап табыусы.
- Ваһапова Зәйнәп Ғәфүр ҡыҙы — педагог, мәктәп директоры.
- Ваһапова Асия Мәжит ҡыҙы — педагог.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Никулочкин Д. В. Ишимбай — это город? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2016. — В. 2. — № 3. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
- ↑ Список депутатов . Официальный интернет-портал города Ишимбая. Дата обращения: 19 август 2014.
- ↑ Кусяпкулово // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Хисамитдинова Ф.Г. Названия башкирских населенных пунктов XVI—XIX веков. — Уфа: Информреклама, 2005. — С. 248.
- ↑ Таймасов С.У. Восстание 1773—1775 гг. в Башкортостане. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2000. — С. 198.
- ↑ Краснопольский А. А. {{{заглавие}}} = О признаках нефти и гудрона близ деревень Нижне-Буранчиной, Ишимбаевой и Кусяпкуловой, Стерлитамакского уезда, Уфимской губернии // Известия Геологического комитета.. — 1913.
- ↑ Гернгрос П. {{{заглавие}}} = Отчет о поисках, произведенных в Симбирской, Казанской и Оренбургской губерниях, для открытия месторождений асфальта // Горный журнал. — 1837. — Т. Ч.IV., Кн. 12.
- ↑ Акционерная нефтяная компания «Башнефть» (АНК «Башнефть»), ОАО — Квартальный отчет эмитента 2004 год, 3 квартал — Раскрытие информации
- ↑ https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D3%A9%D2%AB%D3%99%D0%BF%D2%A1%D0%BE%D0%BB_%D0%90%D0%B7%D0%B0%D1%82%D0%B1%D0%B0%D0%B5%D0%B2