Маҡар ауыл советы (Башҡортостан)
Уҡыу көйләүҙәре
Маҡар ауыл советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Маҡар ауылы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы |
Халыҡ һаны |
1388 кеше (1 ғинуар 2018)[2], 1515 кеше (2002)[3], 1519 кеше (2009)[3], 1633 кеше (2010)[4], 1601 кеше (2012)[5], 1559 кеше (2013)[6], 1517 кеше (2014)[7], 1432 кеше (2015)[8], 1428 кеше (2016)[9], 1416 кеше (2017)[10] |
Рәсми сайт | makarovo.org |
Маҡар ауыл советы Викимилектә |
Маҡар ауыл советы — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы ауыл биләмәһе[11].
Хакимиәт үҙәге — Маҡар ауылы.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[12] | 2009[12] | 2010[13] | 2012[14] | 2013[15] | 2014[16] | 2015[17] |
1515 | ↗1519 | ↗1633 | ↘1601 | ↘1559 | ↘1517 | ↘1432 |
Ауыл биләмәһенең составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№ | Ауыл | Төрө | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Макарово | село, административный центр | ↗1019[13] |
2 | Исякаево | деревня | ↘251[13] |
3 | Зигановка | село | ↗139[13] |
4 | Ибраево | деревня | ↗134[13] |
5 | Саргаево | деревня | ↘64[13] |
6 | Подгорный | деревня | ↘26[13] |
Элек ауыл советы составына Ҡазарма (1988 йылда бөтөрөлгән) һәм Ҡуҡрауыҡ утарҙары (1991 йылда бөтөрөлгән) ингән.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Маҡар ауыл советы (Башҡортостан) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Урындағы үҙидара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ауыл советы хакимиәте
Адресы: 453232, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай районы, Маҡар ауылы, Үҙәк урамы, 28
- Хакимиәт башлыҡтары
- Рәхимов Әмир Фәттәхетдин улы (1996—2015)
- Мөхъйәнов Ильнур Илдар улы 2015 йылдан
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маҡар урта белем биреү мәктәбе
- Иҫәкәй төп белем биреү мәктәбе
- Маҡар участка дауаханаһы
- Иҫәкәй фельдшар-акушер пункты
- Маҡар ауыл китапханаһы
- Иҫәкәй китапханаһы
- Ә. Мөхәмәтҡолов исемендәге музей
- Элемтә бүлексәһе
- Маҡар ауыл Мәҙәниәт йорто
- Иҫәкәй ауыл клубы
- Һарғай ауыл клубы
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәхси эшҡыуар «Солтанбаев С. А.» — 32 га майҙанды ҡуртымға алған; «Дуҫлыҡ» крәҫтиән-фермер хужалығы (Вәлитов Ф. М.) — 42 га; «Фонтан» КФХ-һы (Айытбаев Ф. А.) — 21 га; Корюгин А. И. — 69 га; «Рәхимов А. А» КФХ-һы — 25 га; «Лоҡманов Н. Н.» КФХ-һы — 25 га; шәхси эшҡыуар «Солтанбаев К. А.» — 10 га; Ғәббәсов Х. М. — 11,9 га майҙанды ҡуртымға алған.
- Ауыл биләмәһендә 17 эшҡыуар эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, шәхси пилорамдар эшләй: Маҡар ауылында — 5, Иҫәкәй ауылында — 1, Һарғайҙа — 1.
- Шәхси эшҡыуарҙар халыҡҡа сауҙа хеҙмәте күрһәтә — Ибрай, Зигановка, Подгорный ауылдарында дөйөм майҙаны 310 м² булған 9 сауҙа нөктәһендә[18].
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе. Бында, Ағиҙел үҙәненән һуң, тайга һәм тауҙар башлана.
- Мәмерйәләр, йылғалар күп, бер нисә шарлауыҡ бар. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре ҙур майҙанды алып тора. Ҡара: Список охраняемых природных территорий Ишимбайского района.
Йәшәү шарттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2013 йылдың 1 мартына Маҡар ауыл советы буйынса торлаҡ фонды 34244 м² тәшкил итә.
- Маҡар ауылында — һыу үткәргес, шишмәләр, ихаталарҙа бырауланған һыу алыу скважиналары бар. Һыу үткәргесте «Жилкомсервис» ЯСЙ-һы хеҙмәтләндерә. Быйыл тағы 200 метр һыу үткәргес һалынды, 25 йорт үҙәк һыу үткәргесенә тоташтырылды. 3,2 тыс. метр оҙонлоғондағы һыу үткәргестең хужаһы юҡ.
- Башҡа ауылдарҙа халыҡ һыуҙы шәхси ҡоҙоҡтарҙан, шишмәләрҙән ала.
- 2012 йылда 7 йорт газ үткәргескә тоташтырылды. Ауылдағы 357 йорттоң 164-енә газ үткән — газ үткәргес һалынған урамдарҙағы йорттарҙың 46 процентын тәшкил итә. Хәҙерге ваҡытта «Үҙәк, Йылға, Тау, Урал, Йәштәр урамдарына газ үткәреү буйынса проект-смета документтарының» смета хаҡы эшкәртелә һәм уның дөрөҫлөгөнә экспертиза үткәрелә.
Күренекле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихта эҙҙәрен ҡалдырған шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы (1893—1918) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, ротмистр, 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры (1918 й.);
- Ҡарамышев Йософ Ибраһим улы (1825-?) −8-се башҡорт контоны начальнигы ярҙамсыһы (1851—1852), 3-сө дәрәжә Изге Анна (1853), 3-сө дәрәжә Святослав (1856) ордендары менән бүләкләнгән;
- Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы (1888—1922) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Башҡорт совнпархозы рәйесе (1919—1920;
- Ҡарамышев Мөхтәр Батыргәрәй улы (1895—1841) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, ротмистр,Башҡорт ғәскәренең баш интенданты (1919).
Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиев Камил Абдрахман улы (Маҡар ауыл советы биләмәһендә тыуған) — физик, фәндәр докторы, Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Әхмәтзәки Вәлидиҙең бер туған һеңлеһе Сараның улы, Маҡар ауылынан;
- Әнисә Таһирова (15.12.1941), шағир, тәржемәсе, журналист. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2011). Маҡар ауылынан.
- Сәсәнбаева Эльмира Йыһанбай ҡыҙы (Сәсәниә) (1850 й.) — шағирә, бер нисә китап авторы, Маҡар ауылынан;
- Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы — ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитенының беренсе секретары (1967-се йылдар), ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә Комитеты хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры, Маҡар ауылынан;
- Нәбиуллин Рәжәп Байғондо улы (3.03.1958) — урмансылыҡ белгесе, дәүләт эшмәкәре. 2008—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы. Ҡалыу-Айыры ауылынан[19].
- Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы (1938 й.) — йырсы, композитор, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998 й), Маҡар ауылынан;
- Нагаева Шәмисә — йырсы, вокал уҡытыусыһы, Маҡар ауылынан;
- Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы (1955 й.) — юридик фәндәр докторы (2005), профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1999), полиция генерал-майоры (2004), Өфө юридик институты начальнигы (1990й.), Иҫәкәй ауылынан;
- Кәлимуллина Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы — шағирә, педагог, Иҫәкәй ауылынан;
- Фәүзиә Алтынбаева (Алтынбикә) — шағирә;
- Солтанов Радик Ирек улы — Компания «РИА» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Мәрйәм Солтанованың улы, меценат.
- Владимир Николаевич Стариков — совет, Рәсәй физигы, физика-математика фәндәре докторы (1988), профессор (1990), действительный член Нью-Йорк фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, Зигановка ауылынан;
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ 12,0 12,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 13,5 13,6 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ http://sovet.ishimbaimr.ru/files/Reshenia_soveta/25.04.13/Комплексная_программа_СЭР_на_2013-2015гг_скорректированная.doc 2016 йыл 9 март архивланған.
- ↑ Набиуллин Ражап Байгундович — биография/ «Viperson» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2018)