Эстәлеккә күсергә

Миңлеғолов Шәрип Хәби улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәрип Хәби улы Миңлеғолов
Тыуған ваҡыты

14 июнь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Һыуыҡҡул ауылы

Үлгән ваҡыты

7 ғинуар 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (74 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан, Өфө ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

һауа-десант ғәскәрҙәре

Хеҙмәт итеү йылдары

1943—1985

Хәрби звание

полковник

Командалыҡ итеү

119‑сы гвардия парашют-десант полкы

Хәрби алыш/һуғыш

1956 йылғы мадьяр ихтилалы
1968 йылғы Чехословакияла ҡораллы низағ

Наградалар һәм премиялар
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Александр Невский ордены (СССР) 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Миңлеғолов Шәрип Хәби улы (14 июнь 1928 йыл7 ғинуар 2003 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм йәмәғәт эшмәкәре, отставкалағы полковник. Венгрия (1956) һәм Чехословакиялағы (1968) ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусы. 1976—1985 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе. Ҡыҙыл Байраҡ (1969), Александр Невский (1956), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1968, 1975) ордены кавалеры.

Шәрип Хәби улы Миңлеғолов 1928 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы) Һыуыҡҡул ауылында тыуған.

1943 йылда үҙенә ике йәш өҫтәп Совет Армияһына бара, 1943 йылдың декабренән Өфөлә дислокацияланған 28‑се өйрәнсек уҡсылар полкында хеҙмәт итә. 1948 йылда Тбилиси пехота училищеһын тамамлай. Лейтенант званиеһын ала.

1948 йылдан СССР Һауа-десант ғәскәрҙәренең 31‑се гвардия дивизияһы 114‑се полкының взвод командиры булып хеҙмәт итә, 1951 йылдан шул уҡ полктың рота командиры. Рота командиры булараҡ Будапештта 1956 йылғы мадьяр ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша, дүрт тапҡыр яралана, күрһәткән батырыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

1960 йылда Мәскәүҙәге М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай. Рязань юғары хәрби-десант училищеһында курсанттар батальоны менән командалыҡ итә, курсанттарҙы хәрби һәм сәйәси әҙерләүҙә уңыштары өсөн 1968 йылдың февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

1966—1970 йылдарҙа 119‑сы гвардия парашют-десант полкы командиры вазифаһын үтәй, полковник званиеһын ала. 1968 йылдың 21 авгусында Прагала Чехословакия Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының 1‑се секретары Александр Дубчекты ҡулға алыу операцияһы менән етәкселек итә.

1969 йылдан Балтик буйы хәрби округында Һауа-десант ғәскәрҙәре дивизияһы командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә, полковник званиеһын ала.

1976—1985 йылдарҙа ДОСААФ‑тың Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе улып эшләй.

1985 йылда отставкаға китә. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының Башҡортостан республика советында эшләй.

2003 йылдың 7 ғинуарында вафат була. Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән.

  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1969)
  • Александр Невский ордены (1956)
  • 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1968, 1975)
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.

Ҡатыны Галина Харис ҡыҙы менән бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтергән.

2013 йылда Өфөлә ул йәшәгән йортҡа (Революция урамы, 66) мемориаль таҡтаташ асылған.