Эстәлеккә күсергә

Паутов Валентин Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Паутов Валентин Васильевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 5 апрель 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Малые Дворишки[d], Середское сельское поселение[d], Даниловский район[d], СССР
Вафат булған көнө 7 август 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (60 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Валентин Васильевич Паутов (5 апрель 1926 йыл — 7 март 1986 йыл) — совет хәрби хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 32-се танк полкы разведчигы. Гвардия сержанты. Дан орденының тулы кавалеры.

1926 йылдың 5 апрелендә Данилов районы Малые Lворишки ауылында (Ярославль өлкәһе) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1965 йылдан — КПСС-тың ағзаһы. 10 класты тамамлай.

Ҡыҙыл армия сафында — 1942 йылдың авгусынан. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1943 йылдың авгусынан 820-се уҡсылар полкы разведчигы Валентин Паутов автоматсылар ротаһы составында 1944 йылдың 8 июлендә Ковель ҡалаһы тирәһендәге (Украина, Волынь өлкәһенән көньяҡ-көнбайыштараҡ) алышта дошман траншеяһына бәреп инә, пулеметсыны.ҡ итә һәм яугирҙар төркөмө менән өс дошман атакаһын кире ҡаға. Алаштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн 1944 йылдың 4 авгусында ҡыҙылармеец Паутов Валентин Васильевич 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

32-се танк полкы сержанты Паутов 1945 йылдың 29 ғинуарында үҙенең яугирҙары менән дошман тылына бронетранспортерҙы индереүгә өлгәшә, Карпицко тораҡ пунктында (поляк ҡалаһы Познаньдән көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә урынлашҡан) дошман ут нөктәләрен һәм гарнизон һанын асыҡлай. Совет разведчиктар төркөмөн күреп ҡалғас, фашистар пулеметтарҙан һәм минометтарҙан ут асалар, уның һөҙөмтәһендә өс разведчиктар һәм бронетранспортер йөрөтөүсеһе һәләк була. 18- йәшлек сержант Валентин Паутов тигеҙ булмаған алышҡа инә. Ул дошман пулеметын һәм минометын сафтан сығара, ундан ашыу дошманды юҡ итә һәм һуңынан үҙ полкы штабына ҡиммәтле мәғлүмәттәр алып ҡайта. Алаштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн 1945 йылдың 25 мартында сержант Валентин Васильевич Паутов 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 20-28 апрелендә Германияның баш ҡалаһы Берлин тирәһендә сержант В. Паутов ут аҫтында дошман урынлашҡан ергә йәшерен рәүештә барып инә һәм танкыларҙың һәм ут нөктәләренең ҡайҙа торғанын асыҡлай. Бранденбург ҡалаһы районында яу яланынан яраланған полк командирын алып сыға.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 15 майындағы Указына ярашлы немец илбаҫарҙары менән алыштарҙа командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн сержант Паутов Валентин Васильевич 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә һәм Дан орденының тулы кавалеры булып китә.

1947 йылда старшина Паутов демобилизациялана. Герой-ҡала Ленинградта йәшәй. Ленинград инженер-төҙөлөш институтын тамамлай. Ленинград ғилми-тикшеренеү институттарының береһендә лаборатория начальнигы булып эшләй. 1986 йылдың 7 мартында вафат була. Сестрорецк ҡалаһының зыяратында ерләнгән.

  • 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • миҙалдар.

Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы Дим районында 112-се Башҡорт — 16-нсы гвардия Чернигов — кавалерия дивизияһы яугирҙарына һәйкәл ҡуйылған, шул уҡ адрес буйынса (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27-се йорт) 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы (Республика хәрби Дан музейы филиалы) асылған.

Валентин Васильевич Паутов. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 1 июль 2014.

  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Кавалеры ордена Славы. М., 1960.

Башҡорт кавалерия дивизияһының Дан ордены кавалерҙары

  1. https://warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=6655