Эстәлеккә күсергә

Стәрлетамаҡ (станция)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стәрлетамаҡ
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Стәрлетамаҡ
Хужаһы Куйбышев тимер юлы
Рәсми асылыу датаһы 1936[1]
Киләһе туҡталыш Косяковка[d] һәм 150 км[d]
Тимер юл һыҙаты Карламан — Мурапталово[d]
Код станции 652706
Карта
 Стәрлетамаҡ Викимилектә

Стәрлетамаҡ — Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Куйбышев тимер юлы Башҡортостан төбәге тимер юл станцияһы. 1934 йылда нефть табыу районына Дим — Ишембай тармағы төҙөлөү менән бәйле асылған. 1936 йылда тармаҡ Куйбышев тимер юлы ҡарамағына бирелә.

Стәрлетамаҡ станцияһы аша йәйәүлеләр үткәүеле

Пассажирҙарға тимер юл транспорты менән файҙаланыу уңайлы булһын өсөн Стәрлетамаҡ вокзалында ҡоролмалар комплексы һәм йыһаздар булдырылған, улар иҫәбенә инәләр:

  • вокзал бинаһы;
  • багаж бинаһы;
  • ултырыу платформалары, йәйәүлеләр күпере;
  • ярҙамсы-техник тәғәйенләнештәге ҡоролмалар.

Вокзал бинаһы ике ҡатлы бинанан ғибәрәт, унда вестибюль, көтөү залы, балалар менән пассажирҙар өсөн көтөү залы, оҙайлы ял бүлмәһе, бөҙрәхана, турагентство, станция начальнигының ярҙамсы биналары урынлашҡан.

Беренсе ҡатында вестибюлдә ике билет кассаһы, вокзал начальнигының дежур ярҙамсыһы кабинеты, белешмәләр бюроһы тәҙрәһе, йөк һәм багажды тапшырыу һәм биреү өсөн бүлмә урынлашҡан. Залда пассажирҙар һәм ҡала яны поездарының расписаниеһы, тимер юл буйлап пассажирҙар һәм багаж ташыу ҡағиҙәләренән күсермә бар.

Вокзалдың беренсе ҡатындағы пассажирҙар көтөү залында ултырыу урындары менән дивандар, балалар мөйөшө урынлашҡан.

Ҡул йөгөн һаҡлау өсөн автоматик һаҡлау камералары, онотолған һәм табылған әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн подвалда махсус бүлмә бар.

Вокзалдың икенсе ҡатында пассажирҙар өсөн оҙайлы ял бүлмәһе (һигеҙ урынлыҡ өс бүлмә), туалет бүлмәһе, пассажирҙарҙы теркәү бүлмәһе һәм вокзал начальнигы кабинеты урынлашҡан.

Беренсе юлдағы перрон оҙонлоғо 400 м, киңлеге 3-тән 7 метрға тиклем, дөйөм майҙаны 2200 м².

  • ВТБ24 банкоматы
  • ИССУ белешмә системаһы менән терминал (поездарҙың расписаниеһы, билет хаҡы, урындарҙың барлығы)
  • Автоматик һаҡлау камераһы
  • 8 урынлыҡ оҙайлы ял бүлмәләре
  • Мобиль яйланмаларҙы бушлай зарядлау
  • Бушлай WI-FI

Ҡаршылыҡһыҙ мөхит

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй тимер юлы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең хәрәкәте сикләнгән халыҡ төркөмөн хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу өсөн программалары сиктәрендә, Стәрлетамаҡ станцияһы вокзалында вокзалға еңел инеү һәм пассажирҙар платформаһына күтәрелеү өсөн пандустар ҡуйылған. Шулай уҡ 2-се билет кассаһы файҙаланыу уңайлы булһын өсөн түбән тәҙрә һәм һаңғырау-телһеҙҙәр өсөн индукциялы элмәк менән йыһазландырылған.

Пассажирҙар хәүефһеҙлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Пассажирҙар 2-се юлдың 2-се платформаһына хәүефһеҙ үтһен өсөн Стәрлетамаҡ станцияһы йәйәүлеләр күпере менән йыһазландырылған.
  • Пассажирҙар хәүефһеҙлеге өсөн тимер юл вокзалы бинаһында «Рубикон» фирмаһының металл детекторы ҡуйылған.
  • Вокзал полиция, тимер юл транпорты ведомствоһы һәм шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан һаҡлана.
  • Вокзалда тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған.

Алыҫ араға йөрөүсе поезар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Поезд Тимер юл бәйләнеше Йөрөү көндәре
- Кумертау — Учалы 2007 йылда юҡҡа сығарыла.
- Учалы — Күмертау 2007 йылда юҡҡа сығарыла.
- Өфө — Ырымбур 2010 йылда юҡҡа сығарыла.
- Ырымбур — Өфө 2010 йылда юҡҡа сығарыла.
- Кумертау — Мәскәү 24.05.2012 юҡҡа сығарыла.
- Мәскәү — Кумертау 24.05.2012 юҡҡа сығарыла.
- Кумертау — Санкт-Петербург 10.2011 юҡҡа сығарыла.
- Кумертау-Нижневартовск 24.05.2012 юҡҡа сығарыла.
- Кумертау — Яңы Уренгой 24.05.2012 юҡҡа сығарыла.
381Э Өфө — Ташкент КС, ШБ
381Ь Ташкент — Өфө
КС, ШБ
610Й Ульяновск — Ташкент 2016 йылда юҡҡа сығарыла.
381Ь Ташкент — Ульяновск 2016 йылда юҡҡа сығарыла.

Ҡала яны поездары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Поезд Тимер юл бәйләнеше Йөрөү көндәре Туҡталыш
- Салауат-Стәрлетамаҡ Юҡҡа сығарылған -
- Стәрлетамаҡ-Салауат Юҡҡа сығарылған -
- Салауат-Стәрлетамаҡ Юҡҡа сығарылған -
- Стәрлетамаҡ-Салауат Юҡҡа сығарылған -
6243/6245/6246 Кумертау — Өфө 01.09.2014 юҡҡа сығарылған .
6241/6242/6244 Өфө— Кумертау 01.09.2014 юҡҡа сығарылған.
6821 Кумертау — Стәрлетамаҡ Көн һайын
Һәр ерҙә, 161 км, 155 км-ҙан башҡа
6824 Стәрлетамаҡ — Күмертау Көн һайын Һәр ерҙә
6801/6802 Стәрлетамаҡ — Өфө Көн һайын Һәр ерҙә, 121 км, 115 км-ҙан башҡа
6803/6804 Өфө — Стәрлетамаҡ Көн һайын Һәр ерҙә, 115 км, 121 км-ҙан башҡа
6813 Стәрлетамаҡ — Ҡарламан Көн һайын Һәр ерҙә, 121 км, 115 км-ҙан башҡа
6814 Ҡарламан — Стәрлетамаҡ Көн һайын Һәр ерҙә, 115 км, 121 км-ҙан башҡа
  • Станцияның ябыҡ складтарында һаҡлауҙы талап иткән ваҡ йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.
  • Станцияның асыҡ майҙансығында һаҡларға мөмкин булған вагонлап ебәрелгән йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.
  • Вагонлап һәм бөтә вагон тулғансы тейәлгән ваҡлап ебәрелгән йөктәрҙе инеү юлдарында һәм дөйөм ҡулланылышта булмаған урындарҙа ғына ҡабул итеү һәм биреү.
  • Станцияның ябыҡ складтарында һаҡлауҙы талап иткән вагонлап ебәрелгән йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.
  • Станцияла брутто массаһы 5 т. һәм 3 т. булған транспорттың универсаль контейнерҙарындағы йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.
  • Станцияла брутто массаһы 20 т булған транспорттың универсаль контейнерҙарындағы йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.
  • Станцияның асыҡ майҙансығында һаҡларға мөмкин булған ваҡлап ебәрелгән йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.
  • Станцияла брутто массаһы 30 т булған транспорттың универсаль контейнерҙарындағы йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү.

Станцияла булған махсус тәғәйенләнештәге поездар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Еңеү Ретро-поезы.
  • «РЖД» ЯСЙ-тең күсмә күргәҙмә-лекция комплексы.
  • ЛДПР агитпоезы.


Ҡалып:Карламан — Стерлитамак
Стәрлетамаҡ — Ишембай — Салауат
юҡ  Ҡарламанға 
146,5 Стәрлетамаҡ
Хоҙайбирҙин урамы
Сазонов урамы
150,5 150 км
Стәрле йылғаһы
Стәрлебаш тр.
154,5 155 км
155,8 Ашҡаҙар
Ашҡаҙар йылғаһы
158,0 158 км
СтәрлетамаҡСалауат
165,8 Аллағыуат
6,0 Ишембай
СтәрлетамаҡСалауат
Төньяҡ
Көньяҡ
Т
177,9 Салауат
юҡ  Мораптал