Эстәлеккә күсергә

Тигр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тигр (йылға) битенән йүнәлтелде)
Тигр
Характеристика
Оҙонлоғо 1900 км
Бассейн 375 000[1] км²
Һыу сығымы 1014 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Хазар
 · Урынлашыуы Әрмән таулығы, Элязыг провинцияһы, Төркиә
 · Бейеклеге 1248 м
 · Координаталар 38°30′12″ с. ш. 39°30′21″ в. д.HGЯO
Тамағы Шатт-әл-Ғәрәп
 · Урынлашыуы Басра провинцияһы, Ираҡ
 · Бейеклеге 4[2] м
 · Координаталар 31°00′16″ с. ш. 47°26′32″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Шатт-әл-Ғәрәп → Фарсы ҡултығы → Оман ҡултығы → Ғәрәбстан диңгеҙе

Илдәр Төркиә Төркиә, Сүриә Сүриә, Ираҡ Ираҡ
Тигр (Яҡын һәм Урта Көнсығыш)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Тигр Викимилектә

Тигр (төр. Dicle, Диджле[3]; ғәр. دجلة‎, Диджла[4]; курд. Dîcle) — Көньяҡ-Көнбайыш Азиялағы йылға[1]. Төркиә, Сүриә һәм Ираҡ илдәренең территориялары буйлап аға.

Боронғо грек телендәге йылғаның атамаһы Τίγρης, Τίγρις боронғо фарсы теленән tigrā[5] алынған, ә һуңғыһына был гидроним элам (ti-ig-ra), шумер (idigna) телдәренән килгән.

Нөсхә шумер атамаһы Idigna йәғни Idigina, моғайын, «тиҙ йылға» тип аңлатылған *id (i)gina һүҙенән килгәндер[6]. Шумер һүҙе аккад теленә Idiqlat формаһында кергән, һәм артабан семит телдәренә (сүриә Deqlaṯ, ғәрәп Dijla‎) күскән.

Боронғо фарсы телендә лә Arvand Rud һүҙе «тиҙ йылға» тип аңлатылған.

Тел Атама
Аккад теле Idiqlat
Арамей теле דיגלת , Diglath
Әрмән теле Տիգրիս, Tigris
Боронғо грек теле ἡ Τίγρης, -ητος, hē Tígrēs, -ētos;

ἡ, ὁ Τίγρις, -ιδος, hē, ho Tígris, -idos

Боронғо фарсы теле 𐎫𐎡𐎥𐎼𐎠, Tigrā
Йәһүд теле חידקל, Ḥîddeqel
Фарсы теле دجله Dijle
Сүриә теле ܕܩܠܬ Deqlaṯ
Хуррит теле Aranzah[7]
Шумер теле Idigna/Idigina IDIGNA (Borger 2003 nr. 124) 𒈦𒄘𒃼

Оҙонлоғо — яҡынса 1900 км, бассейн майҙаны — 375 мең км². Бассейн территорияһының яртыһы тиерлек (≈175 мең км²) Иранда урынлашҡан[8]. Инеше Көнсығыш Таврҙа, Төркиәнең көнсығышында Хазар күлендә урынлашҡан. Үрге ағымында йылға Джезире платоһы аша үтә һәм артабан Месопотамия уйһыулығы буйлап аға. Түбәнге ағымында Евфрат йылғаһы менән ҡушылып, Фарсы ҡултығына ҡойған Шатт-эл-Ғәрәп йылғаһын барлыҡҡа килтерә[9][1].

Иң ҙур ҡушылдыҡтары — Оло һәм Кесе Заб, Дияла, Керхе, Эль-Узайм[10][11].

Тигр буйында Ираҡтың баш ҡалаһы Бағдад урынлашҡан.

Йылғала Мосул, Самарра, Кралкизи, Диджле, Илису, Джизре ГЭС-тары төҙөлгән[12][8].

  1. 1,0 1,1 1,2 А. П. Муранов. Реки Евфрат и Тигр. — Ленинград: Гидрометеорологическое издательство, 1959. — 141 с. — (Реки земного шара). — 3000 экз.
  2. Maps, Weather, and Airports for Al Qurnah, Iraq
  3. Инструкция по русской передаче географических названий Турции. — М., 1980. — С. 22.
  4. Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 28.
  5. Frisk H. Griechisches etymologisches Wörterbuch. — Heidelberg: Carl Winter’s Universitätsbuchhandlung, 1960. — S. 896.
  6. F. Delitzsch, Sumerisches Glossar, Leipzig (1914), IV, 6, 21.
  7. E. Laroche, Glossaire de la langue Hourrite, Paris (1980), p. 55.
  8. 8,0 8,1 Джаафар Али Х., Юрченко С. И., Зволинский В. П. Гидрологические особенности и основные гидротехнические сооружения речной системы Тигр—Евфрат // Вестник РУДН. Экология и безопасность жизнедеятельности : научный журнал. — Типография ИПК РУДН, 2013. — № 1. — С. 73—79.
  9. Тигр (река) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  10. С. Хворостухина. Энциклопедия уникальных знаний. 100000 самых удивительных и интересных фактов. — М. : РИПОЛ Классик, 2007. — 448 с. — (Новейшие энциклопедии).
  11. Тигр, река // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  12. Iraqi Dam Seen In Danger of Deadly Collapse. washingtonpost.com. Дата обращения: 12 декабрь 2015.
  • Тигр, река // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • А. П. Муранов. Реки Евфрат и Тигр. — Ленинград: Гидрометеорологическое издательство, 1959. — 141 с. — (Реки земного шара). — 3000 экз.
  • Мечников Л. И. Цивилизация и великие исторические реки: Статьи. — Прогресс, 1995. — 459 с.
  • Герасимов О. Г. Ирак. — Москва: Мысль, 1984. — 112 с. — (У карты мира).


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ