Эстәлеккә күсергә

Тәңре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәңре
Рәсем
Балалары Ульгень[d], Koyash[d], Yer Tanrı[d], Кайракан[d] һәм Һомай
Алла ... ҡарай Тәңреселек
Область святого или божества күк[d]
Телгә алынған хеҙмәттәр Орхон яҙмалары[d]
Орхон яҙмаһы менән яҙылған «Тәңре» һүҙе

Тәңре (бор. төрки. 𐱅 𐰃 𐰭 𐰼 *teŋri / *taŋrɨ; тув-ега. Дээр, кума. Тэнгирь, иҫке монгол. ᠲᠨᠭᠷᠢ Tngri; монг. Тэнгэр, калм. Teңгри; булг. Тангра; сыуашТурă; саха Таҥара; үзб. Tangri; ҡаҙ. Tәңiр; ҡырғ. Теңир; башҡ. һәм татар. Тәңре; ҡарас.-балҡ. Тейри; ябай. ҡытай.: 腾格里, путунхуа Ténggélǐ, праһинд-европа dyews-pħters, мадьярса  Tengri, төр. һәм әзерб. Tanrı; төркм. Tañry; уйғ. Тәңри; сыб. Таңҡыр[1]) — төрки-монгол сығышлы Евразия халыҡтарының юғары күк илаһы[2].

Уның икенсе атамаһы — «Күк Тәңре / Көк Тәңірі».

Ҡытай йылъяҙмаларында Һунндарҙы 撑犁 тип тәүге тапҡыр тасуирлау теркәлгән:

«匈奴谓天为撑犁» : Һунну Хунну Тяньде (天 ҡытай телендә күктең йәки Күк йөҙөнөң атамаһы) Тәңре ти.

Урта быуат төрки телле халыҡтарҙың дәүләттәрендә, шул иҫәптән асылда боронғо төркиҙәр (тюркют), хандар үҙ власын Тәңре рөхсәте менән нигеҙләгән[3]. Был хакимдар, уларға айырым бәрәкәт — ҡот (йән) биргән Тәңре бүләгенә эйә булыусы итеп ҡабул ителгән, улар үҙҙәренең һайланып алынған булыуын раҫлаусы Тәңреҡот, Ҡотлоға йәки Ҡоталмыш тигән тәхет исемдәре йөрөткән[4].

Айт О бир Теңри ۞

Теўелсиз Теңри ۞

Туўдырмады эм туўмады۞

Эм йоқ Оґа бир теңли ۞ "

(Қуран мәнеси 112)

Б. э. 921—922 йылдарында Әхмәт ибн Фаҙлан Волгаға сәйәхәтен тасуирлап, күскенсе төркиҙәр тураһында яҙа:

Әгәр уларҙың ҡайһыһылыр ғәҙелһеҙлек кисерһә һәм ниндәйҙер уҫаллыҡҡа дусар ителһә, ул, башын күккә күтәреп, былай ти: «Бер тәңре», ә был төркисә «берҙән-бер илаһ менән ант итәм», сөнки «бер» төркисә «бер», ә «тәңре» төркиҙәр телендә — «илаһ»[5]

Төрки халыҡтарҙың ата-бабалары, шаман ышаныуҙарына эйәргән анимистар булған, улар күк илаһтарын һәм тәбиғәт көстәрен хөрмәт иткән. Мәхмүт Ҡашғари фекере буйынса, Тәңре үҫемлектәр барлыҡҡа килтереүсе һәм күк күкрәтеүсе булараҡ билдәле булған. Төрки телле халыҡтар «Тәңре» сифатын ҡулланған, һәм ул айырыуса ҙур әһәмиәтле нәмәне аңлатыусы «күк, илаһи» тигәнгә тиң, мәҫәлән, Көнбайыш Саяндағы Хан-Тәңре йәки Кантегир (хакасса Хан-Тигір).

Монгол тәңрелегендәге төп илаһ булып Күк Атаһы (монг. Тэнгэр Эцэг) һәм Әсә-Ер (монг. Газар Ээж) һанала. Монгол империяһында бөтә донъяның эйәһе һәм еңеүҙәргә илткән илаһҡа ышаныу хан контролен көсәйтеүсе идеологик сара булған. Мәҫәлән, монгол хакимдарының әмерҙәре "Мәңге күктең көсө"нә[6] һылтаныу менән нығытылған.

Илаһ исеме менән проектта ҡатнашыусылар фекеренсә, «Этимологик Старостин базаһы» барлыҡҡа килде общеалтайский лексемалары менән тәү мәғәнәһен «вәғәҙә, илаһһы»[7].

Шулай уҡ сығышы менән бәйләнгән шумер Dingir («Күк»)[8], ҡытай термин Тянь, әһәмиәте. «Небо»[9].

  • Тәңрелек
  • Һомай
  • Хан-Тәңре
  • Һундар
  1. Eski Türk dini (gök tanrı inancı) ve … — Google Books
  2. Тэнгри // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Eurasica.ru — Евразийский исторический сервер — Статьи — А. К. Бисенбаев. Мифы древних тюрков — КАК ТЕНГРИ СОЗДАЛ ТЮРКОВ И ПОДАРИЛ ИМ МИР 2011 йыл 8 август архивланған.
  4. Угдыжеков С. А. Социальная структура раннесредневековых кыргызов. — Абакан, 2003
  5. АХМЕД ИБН ФАДЛАН. КНИГА О ЕГО ПУТЕШЕСТВИИ НА ВОЛГУ В 921—922 гг.
  6. Письмо Гуюка папе римскому
  7. Этимологическая база Старостина
  8. Мифы народов мира: энциклопедия. — Т. 2. — М., 1988.
  9. Муратов Б. А. К вопросу об истории возникновения тюркского рунического письма // Урал-Алтай: через века в будущее. Материалы Всероссийской научной конференции (1-5 июня 2005 г.). — Уфа: Гилем, 2005. — C. 96-102