Эстәлеккә күсергә

Физиократия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Физиократия
Связанное изображение
 Физиократия Викимилектә
Франсуа Кенэ- физиократияға нигеҙ һалыусы

Физиокра́тия (франц. physiocrates, бор. грек. φύσις — тәбиғәт һәм κράτος — көс, власть, хакимлыҡ, «тәбиғәт хакимлығы») — XVIII быуаттағы Франция экономистары мәктәбе, уға 1750 йыл тирәһендә Франсуа Кенэ нигеҙ һала.

«Физиократия» төшөнсәһе тик XIX быуатта ғына барлыҡҡа килә; Кенэ менән уның уҡыусыларын «экономистар» тип , ә уларҙың тәғлимәтен — «политэкономия» тип йөрөткәндәр[1]. «Физиократия» тигән атаманы тәүге булып Кенэның хеҙмәттәрен нәшер иткән Дюпон де Немур ҡуллана, сөнки был мәктәп берҙән-бер производство (етештереү) факторы тип ерҙе, тәбиғәтте иҫәпләй. Икенсе яҡлап ҡарағанда, улар йәмғиәттең хужалыҡ тормошонда «тәбиғи тәртип» (ordre naturel) яҡлы була. Был фекер XVIII быуат философияһындағы тәбиғи хоҡуҡ йәки тәбиғи закон төшөнсәләренә яҡын була.

Франсуа Кенэның икмәккә хаҡ мәсьәләһе һәм һалымға бағышланған хеҙмәтен Д. Дидроның «Энциклопедияһында» баҫтырып сығаралар.К. Маркс фекеренсә, Кенэ һәм башҡа физиократтарҙың иң ҙур ҡаҙанышы шунда- «… улар буржуазия ҡараштарынан сығып, капиталға анализ бирә. Был ҡаҙаныш уларҙы ысын мәғәнәһендә хәҙерге заман политэкономияһы аталары итә»[2].

Физиократтар тәбиғи тәртип ирекле ғәмәлдә булғанда кешеләр араһындағы иҡтисади мөнәсәбәттәр ниндәй булырға тейеш һәм был мөнәсәбәттәрҙең принциптары нисек буласаҡ тигән мәсьәлә өҫтөндә эшләй.

А. Смиттан бер аҙ алдараҡ физиократтар тик тәбиғи закондар ирекле ғәмәлдә булғанда ғына дөйөм бәхет урынлашасаҡ тигән фекерҙе әйтә. Шуға күрә улар тәбиғи закондың йәшәүенә ҡаршылыҡ тыуҙырған иҫке закондар һәм учреждениеларҙы бөтөрөүҙе, дәүләттең иҡтисади мөнәсәбәттәргә ҡыҫылмауын талап итә. Был теләк физиократтар менән классик экономистарҙы берләштерә. Ике осраҡ та — сауҙа менән эшкәртеү сәнәғәтен генә ҡурсып торған меркантилизмға (француз варианты) ҡаршы сығыш; Тик физиократтар, Смит теорияһынан айырмалы, был мәсьләне бер яҡлы ғына итеп ҡарай.

Физиократтар сауҙа менән ауыл хужалығындағы эшкәртеү сәнәғәтен ауыл хужалығына ҡапма-ҡаршы ҡуя, улар ауыл хужалығын саф табыш биреүсе берҙән-бер етештереүсе эшмәкәрлек тип ҡарай. Уларҙың теорияһы буйынса ер (тупраҡ, тәбиғәт көстәре) табыш бирә торған берҙән-бер производство факторы,ә А.Смит улар янына тағы ике факторҙы:хеҙмәт һәм капиталды ҡуя. Был политэкономияла иң мөһим роль уйнаған төшөнсәләр.

«Физиократия» ике төрлө мәғәнәлә ҡулланыла, тар мәғәнәлә— иҡтисади доктрина,һирәгерәк киңерәк мәғәнәлә —тотош бер ижтимағи теория (ижтимағи һәм сәйәси һөҙөмтәләр менән). Физиократтарға ҡараштарҙың тәүгеһе (тар мәғәнәлә) башҡа илдәрҙә таралған, ә икенсеһе —Францияла. Сәйәси ҡараштары арҡаһында физиократтар Франциялағы мәғрифәтле абсолютизм осороноң иң күренекле эшмәкәрҙәре менән бер рәткә ҡуйыла.

  1. Physiocrat. Encyclopaedia Britannica 2005; Kaplan S. Bread, Politics and Political Economy in the reign of Louis XV. Hague, 1976, Vol. I, pp. 113—148
  2. Маркс К. и Энгельс Ф., Соч., 2 изд., т. 26, ч.1, с. 12.