Фоменков Михаил Петрович
Фоменков Михаил Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 ноябрь 1924 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 22 ғинуар 2004 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | дирижёр, уҡытыусы |
Эш урыны | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Уҡыу йорто |
Өфө сәнғәт училищеһы Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия академияһы[d] П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | сәнғәт фәндәре кандидаты[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фоменков Михаил Петрович (5 ноябрь 1924 йыл—22 ғинуар 2004 йыл) — хор дирижёры, педагог. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1978). Профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм БАССР‑ҙың (1963) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Петрович Фоменков 1924 йылдың 5 ноябрендә Өфөлә тыуа. 1948 йылда Өфө музыка училищеһын (О.М.Райцын класы), 1954 йылда Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институтын (В.П.Мухина, О.Ф.Шиманский кластары) һәм һәм П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында аспирантура тамамлай[2].
1941 йылдан алып Эске эштәр ХК клубы (Өфө), 1942 йылда Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1946 йылдан башлап Стәрлетамаҡ физик культура техникумы концертмейстеры[1]. 1948—64 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, 1961—68 йылдарҙа Өфөлә Дәүләт музыка-педагогия институтының уҡыу-консультация пунктында уҡыта. 1968—70 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының хор менән дирижёрлыҡ итеү һәм халыҡ инструменттары кафедра мөдире[3].
Һөнәри музыкаль эшмәкәрлектең күп өлкәләрендә тәүге асыусы була. Ул Балалар музыка мәктәбендә һәм Өфө сәнғәт училищеһында баян класы буйынса беренсе уҡытыусы, Өфө сәнғәт институтында яңы ғына асылған уҡыу һәм ғилми эштә беренсе проректор, берләштерелгән хор менән дирижёрлыҡ итеү һәм халыҡ инструменттары кафедраһының беренсе мөдире, төрлө һөнәр студенттары хорының беренсе дирижёр-хормейстеры, Башҡортостандың башҡарыу белгеслеге һәм бер нисә фәнни-ағартыу һәм халыҡ монографияһы буйынса беренсе фән һәм халыҡ ғилеме авторы була[4].
1968—2003 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө дәүләт сәнғәт академияһында: хор менән дирижёрлыҡ итеү кафедраһы мөдире (1968—70, 1990—95), проректор (1968—70, 1992—95). 1970—73 йылдарҙа Әстерхан консерваторияһының вокаль‑хор менән дирижёрлыҡ итеү кафедраһы мөдире. 1959—71 йылдарҙа БАССР‑ҙың Хор йәмғиәте рәйесе. Фоменков етәкләгән ижади коллективтар (2‑се педагогия училищеһы хоры һәм профсоюздарҙың хор капеллаһы) Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып Г.В.Свиридовтың “Патетик оратория” (“Патетическая оратория”), В.П.Стародубровскийҙың “Йырым минең Башҡортостан тураһында” (“О Башкирии песнь моя”) ораторияларын, З.Ғ.Исмәғилев, Н.Ғ.Сабитовтың хор әҫәрҙәрен башҡара. Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларында БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (баш хормейстер һәм дирижёр).
Уҡыусылары араһында Э.Х.Ғәйфуллина, З.Х.Ғөбәйҙуллина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В.И.Тарасов, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Н.Л.Горюшкина һәм М.Ғ. Солтанова, БАССР‑ҙың — Л.Ғ. Төхвәтуллина, БР‑ҙың — Ә.Р.Белогонова, Р.А.Воронина һ.б[1].
Бик күп башҡорт халыҡ йырҙары эшкәртмәләре авторы. Башҡортостанда музыка мәҙәниәте үҫешенең тарихы тураһында бик күп мәҡәлә-очерктар авторы. Башҡорт композиторҙарының хор әҫәрҙәренең дүрт йыйынтығын төҙөүсе-мөхәррир.[5]
1958—1978 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй Хор йәмғиәте Идараһы Президиумы ағзаһы, 1958—1970 йылдарҙа БАССР Хор йәмғиәте рәйесе булып эшләй. Музыкаль тыуған яҡты өйрәнеү мәсьәләләрендә М.П. Фоменковтың роле ҙур[2].
2004 йылдың 22 ғинуарында Өфөлә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
- 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1995)
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башкирская народная песня. Уфа, 1976; Очерки истории развития хорового искусства Башкортостана. Уфа, 2001; Воспоминания о шаляпинском зале. Уфа, 2003.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Фоменков Михаил Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 К 95-летию Михаила Петровича Фоменкова
- ↑ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ БАШКИРИИ → ФОМЕНКОВ МИХАИЛ ПЕТРОВИЧ
- ↑ Увековечение памяти одного из основоположников хорового искусства Республики Башкортостан, выдающегося дирижёра и хормейстера – Михаила Петровича Фоменкова
- ↑ Фоменковские чтения
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фоменков Михаил Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле
- 5 ноябрҙә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- 22 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Сәнғәт фәндәре кандидаттары
- Дирижёрҙар
- Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары
- Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессорҙары
- Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар