Черногория короллеге
Черногория короллеге | |||||
Краљевина Црна Гора Kraljevina Crna Gora | |||||
| |||||
1910 — 1916 (1918)
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала | |||||
Телдәр | |||||
Дин | |||||
Майҙаны | |||||
Халҡы |
500 000 кеше (1914) | ||||
Идара итеү формаһы |
конституцион монархия (1910—1914) | ||||
Династия |
Петровичтар-Негоштар | ||||
Черногория короле | |||||
• 1910 — 1921 | |||||
Тарихы | |||||
• 28 август 1910 |
Черногория кенәзлеген короллек тип иғлан итеү | ||||
• 15 ғинуар 1916 |
Австро-Венгрия тарафынан оккупациялау | ||||
• 26 ноябрь 1918 |
Черногория рәсми рәүештә Сербия короллеге составына ингән | ||||
Черногория короллеге Викимилектә | |||||
Черногория короллеге (сер. Краљевина Црна Гора, Kraljevina Crna Gora) — Балҡан ярымутрауында 1910 йылдан 1918 (де-факто 1916) йылға тиклем булған дәүләт. Корллектең баш ҡалаһы — Цетине. Дәүләт валютаһы — черногор перперы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1910 йылдың 28 авгусында Цетинье ҡалаһында Черногория кенәзе Никола I Петрович король титулын алған һәм Черногория короллек тип иғлан ителгән.
1912—1913 йылдарҙағы Беренсе һәм Икенсе Балҡан һуғыштары королдең әүҙем эшмәкәрлеге менән билдәләнгән, әммә шулай ҙа артабан короллектең ҡолауының сәбәптәренең береһе лә булып хеҙмәт иткән. Мәҫәлән, Черногория бер нисә территорияларҙы үҙенә ҡушҡан, айырым әйткәндә Сербия ғәскәрҙәре менән бергә 1913 йылдың 30 майында биләнгән Яңы Баҙар (Новопазар) санджагы иҫәбенә киңәйгән. Черногория составына ҙур территорияның инеүе һәм урындағы халыҡтың яңы хужаларҙы хупламауы көрсөккә ҡәтғи аҙым булып хеҙмәт иткән
Шулай уҡ Бөйөк державалар Шкодер ҡалаһын яңыраҡ бойондороҡһоҙлоҡ алған Албанияға биреүҙе талап иткән, шул уҡ ваҡытта был ҡаланы Ғосман империяһынан яулап алыу өсөн Черногорияның юғалтыуҙары яҡынса 10000 кеше тәшкил иткән.
Беренсе донъя һуғышы башынан Черногория короллеге Антантаның союздашы булған. 1916 йылдың 15 ғинуарынан 1918 йылдың октябренә ҡәҙәр короллек Австро-Венгрия тарафынан оккупацияланған.
1917 йылдың 20 июлендә Корфу декларацияһына ярашлы, Черногорияның Сербия короллеге менән ҡушылыуы иғлан ителгән. 1918 йылдың 26 ноябрендә Черногория рәсми рәүештә Сербия короллеге составына кергән. Бының менән риза булмағандар, айырым атағанда ҡолатылған король Никола яҡлылары, бер нисә йыл дауамында партизан ҡаршылығын дауам иткән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карта Черногории (1918)
- Карта 2012 йыл 5 февраль архивланған.
- Карта 2012 йыл 5 февраль архивланған.