Ҡансыра (Ырымбур өлкәһе)
Уҡыу көйләүҙәре
Ауыл | |
Ҡансыра | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Башҡорт Ҡансыраһы
Ҡансыра (Кәнсер; рус. Канчирово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Александровка районындағы ауыл. Зеленая Роща ауыл биләмәһе составына инә.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 33-сө йортона ҡарай.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
173 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (96 %) йәшәй[2].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәбитов Миңнулла Рыҫмөхәмәт улы — йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.