Ҡарға бутҡаһы
Ҡарға бутҡаһы | |
---|---|
Төрө | Мәжүсилек һыҙаттары менән халыҡ байрамы |
үткәрелеү ваҡыты | апрель аҙағынан июнь уртаһына тиклем |
Байрам итеү | халыҡ байрамы |
Йолалар | Ярмаларҙан (арпа,тары, бойҙай) бутҡа, бишбармаҡ, бешерелгән бәлеш, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, гөбәҙиә, бал, сәк-сәк, эремсек һәм башҡа тәм-том менән сәй эскәндәр. Ҡоштарҙы ашатҡандар. |
Арналған | Яҙҙы ҡаршылау |
Ҡарға бутҡаһы (Ҡарға туйы) — башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған традицион байрамы.
Үткәрелеү ваҡыты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҙ—йәй мәлендә (апрель аҙағынан июнь уртаһына тиклем) үткәрелгән, ваҡыт үтеү менән яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға тура килтерелгән.
Әҙерлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатындар, ҡыҙҙар һәм балалар (14 йәшкә тиклемге малайҙар) тауға йәки башҡа ҡалҡыу урынға сыҡҡан, бер көн алда ауыл кешеләренән йыйған аҙыҡ-түлек килтерелгән. Башҡортостандың көньяғында ағас һәм ҡыуаҡтарҙы төрлө төҫтәге таҫмалар, яулыҡтар, көмөш беләҙектәр, муйынсаҡтар, балдаҡтар, төньяҡ-көнсығышында — сәскәләр, сағыу шәлдәр (ҡайһы ваҡыт ике ҡайынды бергә ҡушып бәйләгәндәр) менән биҙәгәндәр, көньяҡ-көнсығышында ағастарға ҡайһы берҙә ойотҡан (ҡатыҡ) ҡойолған һауыт элгәндәр йә иһә уны ағастың төбөнә ҡуйғандар.
Байрам ваҡыты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарға бутҡаһы өлкән йәштәге ҡатындар араһынан байрамды алып барыусы (алсабыр, юлбарсы) һайлағандар. Уға ҡалай тәңкә һәм ҡабырсаҡ менән биҙәлгән башкейемгә (һөлдәһе туҙҙан эшләнеп, тыштан һәм эстән ҡыҙыл кизе-мамыҡ туҡыма менән ҡапланған) һәм түш биҙәүестәренә (ике ҡыҙыл яулыҡтан йәки ҡыҙыл туҡыма киҫәгенән түшелдерек тегелгән, улар бер-береһе менән тоташтырылған һәм ҡалай тәңкәләр менән биҙәлгән) оҡшаған мәрәкә кейем кейҙергәндәр. Традицион рәүештә уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән ҡыяҡлыларҙан (арпа, тары, бойҙай) ҡарға бутҡаһы бешергәндәр, ҡайһы ваҡыт бишбармаҡ әҙерләгәндәр. Сәй табынына бал, бауырһаҡ, бәлеш, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, сәк-сәк, эремсек һ.б. ризыҡ килтергәндәр. Аштан һуң ҡоштар һыйлау (ҡарға ашатыу, ҡарға һыйлау) йолаһы үткәрелгән: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сыҡҡандар, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек, уңыш һәм уңдырышлылыҡ һорап изге теләктәр әйткәндәр; малайҙар ағас башына менеп ҡарға һ.б. ҡоштар булып ҡысҡырған. Байрамда ярыш ойошторғандар: ҡыҙҙар һәм йәш ҡатындар үҙҙәренең оҫталығын, һәләтен, етеҙлеген, көсөн күрһәтергә тейеш булған. Әйлән-бәйлән уйнағандар, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ һ.б. халыҡ ҡоралдарына ҡушылып яңғыҙ һәм парлап бейегәндәр, йырлағандар, таҡмаҡ әйткәндәр. Ярыштар һәм «ҡарға уйыны», «аҡ тирәк», «дөйә», «гөргөлдәк», «йүгереш», «әбәк», «ырғыуыс», «арҡан йәки таҫтамал тартышыу», «әүһәләй эйеү» кеүек халыҡ уйындары үткәргәндәр. Байрам ваҡытында ғәҙәттә өс тапҡыр — ашҡа, ҡоштар һыйлауға саҡырып һәм байрам тамамланыуын белдереп — һөрән һалынған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында Ҡарға бутҡаһы йыш ҡына ғибәҙәт ҡылғандар һәм ҡорбан салғандар.
Йоланың әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарға бутҡаһы башҡорттарҙың, мәрхүмдәрҙең йәне ҡошҡа һәм йәнлеккә әүерелә ала, тигән ҡараштарына бәйле булған боронғо исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа (Ата-бабалар культы, Ҡоштар культы). Быға оҡшаш йола байрамдары Көньяҡ Урал һәм Урта Волга буйындағы байтаҡ халыҡтарҙа осрай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сулейманова М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.
Ҡарға бутҡаһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.