Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы
Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 декабрь 1948[1] (75 йәш) |
Тыуған урыны | Раевка, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы (16 декабрь 1948 йыл) — комсомол, партия һәм муниципаль органдар, ауыл хужалығы һәм банк системаһы хеҙмәткәре, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2001). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. ВЛКСМ-дың XXVIII съезы делегаты (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994) һәм мәғариф отличнигы (2010).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмир Муллағәли улы Әхмәҙиев 1948 йылдың 16 декабрендә Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында тыуған.
Хеҙмәт юлын 1966 йылда Өфөлә 21-се төҙөлөш тресында балта оҫтаһы булып башлай. Артабан Өфө синтетик спирт заводында өлкән машинист, техник быяла сүс заводында оператор булып эшләй.
Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң ВЛКСМ-дың Әлшәй район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.[2]
1979—1985 йылдарҙа Әлшәй районының «Родина» колхозы рәйесе булып эшләй.
1985—1988 йылдарҙа Яңы Раевка совхозы директоры.
1988 йылда КПСС-тың Әлшәй район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.
1991 йылдан халыҡ депутаттарының Әлшәй район Советы рәйесе вазифаһында эшлй.
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана[3] .
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ҡатыны менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
- Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Ахмадиев Амир Муллагалиевич/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 21.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 21.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Ахмадеев Амир Муллагалиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2023)
- 12 созыв (БАССР)
- 16 декабрҙә тыуғандар
- 1948 йылда тыуғандар
- Әлшәй районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйестәре
- Шәхестәр:Әлшәй районы