Салар теле
Салар теле | |
Телдең үҙатамаһы |
Salırça, سالارچا |
---|---|
Илдәр | |
Рәсми хәле |
юҡ |
Идара итеүсе ойошма |
юҡ |
Был телдә һөйләшеүселәр һаны |
90 000 (1992) |
Классификация | |
Категория | |
Әлифба | |
Тел коды | |
ISO 639-1 |
— |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Салар теле (Salırça, سالارچا) — уғыҙ төркөмөнә ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Саларҙарҙың милли теле. Ҡытайҙың ҡайһы бер көнбайыш райондарында (башлыса Цинхай провинцияһының Сюньхуа-Салар автономиялы өйәҙендә) таралған.
Тарихи
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һөйләшеүселәр һаны — 90 меңгә яҡын кеше (1992). Төрөкмән теленә яҡын. Салгур ҡәбиләләре теленә (XI быуат) барып тоташа тип фараз итәләр. Хәҙерге Салар теле көндәлек аралашыу теле булып тора. Салар теле диалекттарға теүәл итеп тарҡатылмай, көнбайыш, көнсығыш һәм күсә килеүсе һөйләштәргә айырыла. Грамматик һәм лексик системаһына ҡыпсаҡ телдәре, монгол телдәре һәм ҡытай‑тибет телдәре йоғонто яһаған.
Фонетикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фонетикаһында тартынҡыларҙың һаңғыраулыҡ һәм яңғыраулыҡ оппозицияһы әһәмиәтле түгел; тартынҡыларҙың ассимиляцияһы [t]>[n], [x]>[k], [c]>[s], [n]>[f] һ.б.: «anten» (унан) an[t]en — an[n]en, «emex kelegen» (икмәк һораусы) eme[x] kelegen — eme[k] kelegen, «ičsa» (әгәр эсһә) i[č]sa — i[s]sa; [a]/[e] һуҙынҡыларының сиратлашыуы: «ара» (атай) — «apem» (минең атайым), «pafa» (бала) — «pafem» (минең балам) күҙәтелә.
Морфологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морфологияһының үҙенсәлектәре: эйәлек категорияһы берлек һәм күплек һандары өсөн бер үк формала, сағыштыр: саларса «kakam» (минең ағайым һәм беҙҙең ағайыбыҙ) — башҡортса «ағайым» һәм «ағайыбыҙ», «pasin» (һинең башың һәм һеҙҙең башығыҙ) — «башың» һәм «башығыҙ»; -ni/gi аффиксы эйәлек килештең күрһәткесе булып тора, сағыштыр: саларса «gofnigi» (ҡулдар) — башҡортса «ҡулдың», «elni» (илдәр) — «илдең»; ҡылымдың хәҙерге замандағы юҡлыҡ формаһы нигеҙҙең «joxtyr»/«joxar» (юҡ, эйә түгел) һүҙе менән ҡушымтаһынан яһала, сағыштыр: саларса «giljoxtur» (килмәй) — башҡортса «килмәй». Салар теле һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; байтаҡ өлөшөн ҡытай теленән, шулай уҡ ғәрәп теле, фарсы теле, монгол һәм тибет телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр тәшкил итә. Салар теле синтаксик төҙөлөшөндә һөйләм киҫәген логик һәм эмоциональ айырып күрһәтеү уны күсереп йөрөтөү менән оҙатыла, мәҫәлән, эйә урынында хәбәр: «nene pu uškurgunȝux kelȝe» (яңынан теге өс күгәрсен осоп килде) һүҙҙәрҙең тура тәртибе; «nene kelȝe pu uškurgunȝux» (яңынан осоп килделәр теге өс күгәрсен) — кире һүҙҙәр тәртибе.
Әлифба
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А а | B b | C c | Ç ç | D d | Е е | F f | G g |
Ğ ğ | H h | I ı | İ i | J j | K k | L l | M m |
N n | Ñ ñ | O o | Ö ö | Р р | Q q | R r | S s |
Ş ş | T t | U u | Ü ü | V v | X x | Y y | Z z |
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салар теле(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тенишев Э. Р. Строй саларского языка. М., 1976.
- Тенишев Э. Р. Саларский язык. — М.: Издательство восточной литературы, 1963. — 56 с. — (Языки зарубежного Востока и Африки).
- Hahn, R. F. 1988. Notes on the Origin and Development of the Salar Language, Acta Orientalia Hungarica XLII (2-3), 235—237.
- Dwyer, A. 1996. Salar Phonology. Unpublished dissertation University of Washington.
- Dwyer, A. M. 1998. The Turkic strata of Salar: An Oghuz in Chaghatay clothes? Turkic Languages 2, 49-83.