Шаршы
Шаршы | |
Шаршы Викимилектә |
Шаршы — йылға йырҙаһының һай һыулы, шаулап аҡҡан урыны. Һүҙҙең нигеҙендә «шар» һүҙе ята, йәғни, шар-шор килгән, тауышлы ағын[1].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаршыны ғәҙәттә мурт ултырма тау тоҡомдары (аллювий) барлыҡҡа килтерә, улар ике яҡҡа йүнәлешле булып сыға: ағымға ҡаршы яғы — һөҙәк, а ағым ыңғайына — текә.
Шаршы йырҙаның һыу ағымы тарафынан йыуҙыртылыуы һәм һыу төбөндә таш өйөмдәре (меандр) йыйылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Шаршы йырҙа киңәйгән урындарҙа йыш осрай. Ул ағымдың ҡеүәтен кәметә.
Шаршылар менән ятыуҙар сиратлашып бара. Ятыуҙар ғәҙәттә йылға киҫкен боролош яһаған урындарҙа барлыҡҡа килһә, шаршылар тура аҡҡан, һай урындарҙа хасил була.
Йырҙаһына ҡарата йүнәлешенә ҡарап, ябай (тура), ҡыйыш һәм шарлама шаршылар була.
Цитаталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙыл йылғаһы йор, шаршыһында ал мунсаҡтай ялтырай йәйғор. Ә. Әхмәтҡужин
Йылға шаршыланып, ҡаяның итәк осона бәрелә лә, төньяҡҡа табаныраҡ боролоп ағып китә. Н. Мусин
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993.- 632
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993.- 632 бит
Был география терминдәре буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |