Өпәй
Файл:Тамги упейцев.png Тамғалары | |
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Тел | |
Дин |
Өпәй — башҡорт ҡәбиләһе. Әйле башҡорттары ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына керә.
Этноним
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этнограф Р. Ғ. Кузеев фекеренсә, «өпәй» этнонимы башҡа Урта Азия, Ҡаҙағстан һәм Көнсығыш Европа төрки халыҡтары араһында осрамай[2]. Р. З. Йәнғужинға ярашлы был этноним сыуаштарҙа билдәле[1]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өпәй ҡәбиләһенең тарихы көнбайыш Урал алды менән тығыҙ бәйле. XIII—XVI быуаттарҙа, башҡорттарҙың һуңғы күсенеше процесстары осоронда, улар Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышына йүнәлә һәм Әй йылғаһы бассейнында таралып ултыра. Өпәйҙәрҙең бәләкәй төркөмдәре әле XIX быуатта Ыҡ йылғаһы бассейнында йәшәгән башҡорттар араһында йәғни бынан Көньяҡ Уралға киткән түңгәүер ҡәбиләһе составында һаҡланып ҡалған[2].
Ҡатай, ҡошсо, дыуан һәм һыҙғы ҡәбиләләре өпәйҙәргә күрше була. XVII—XVIII быуаттарҙа ҡәбилә ерҙәре Көңгөр ҡалаһы киңлегенә ҡәҙәр барып еткән[1].
Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, ҡәбиләнең ерҙәре Өпәй улусын барлыҡҡа килтерә. Был улус Себер даруғаһы составында була. Һуңыраҡ Өпәй улусы ерҙәре Красноуфимск, Троицк өйәҙҙәренә ҡарай (XIX быуат уртаһында 1 меңгә яҡын өпәйле иҫәпләнгән). 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 2‑се, 3‑сө (4‑се Көнбайыш, 5‑се) башҡорт кантондарына ҡарай[1]. Генераль ер межеваниеһы һөҙөмтәләре буйынса, XIX быуат башына ҡарай Өпәй улусы составында 93736 дисәтинә ер була[3].
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өпәй башҡорттарының тораҡ пункттары[4][5][6] | ||
---|---|---|
РФ субъекты | Район | Тораҡ пункттар |
Башҡортостан | Мәсетле районы | Ишәле, Теләш (Өпәй), Тәкә |
Свердловск өлкәһе | Түбәнге Һырға районы | Аҡбаш, Шәкүр |
Силәбе өлкәһе | Наҙы-Петровск районы | Арыҫлан |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Йәнғужин Р. З. Өпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Кузеев Р. Г., 1974, с. 441
- ↑ Асфандияров А. З., 2009, с. 550
- ↑ Асфандияров А. З., 2009, с. 550—551
- ↑ Асылгужин Р. Р. Некоторые аспекты этнодемографических процессов в полиэтничном регионе // Ватандаш. — 2007. — № 7. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Һеҙ — өпәй башҡорттары. // Олатайҙарҙың бар тарихы.... — Өфө: Китап, 1996. — С. 215—217. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- История башкирских родов. Кошсо, Сызги, Упей. Том 18 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — С. 160, 165. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәнғужин Р. З. Өпәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.